Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ЗАВОДЫ

Просмотров: 417

ЯЛАН ЗАВОДЫ, 1724 й. Себер­ да­руғаһы Терһәк, Һалйот һәм Һеңрән улустары башҡорттарының ерҙәрендә Ялан й. (Кама й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна, 1759 й. алып һәм 1864—1912 йй. Турчаниновтар (1832— 61 йй. һәм 1896—1912 йй. Соломирскийҙар м‑н берлектә), 1861 й. — ҡаҙна, 1912 й. башлап Сысәрт тау округы Акционерҙар йәмғиәте; 1917 й. национализациялана. Сысәрт тау округына ингән. 1724 й. эшләй башлай. 9 баҡыр иретеү һәм домна мейесе, 2 гармахер һәм шплейзофен горны була. Завод өсөн мәғдән башлыса Гөмәш һәм Ялан ятҡылыҡтарында сығарыла. 7 рудник, 18 б. аҙ. 6 рудник эшләй. Тәүҙә заводта 783 мастеровой­ һәм ­эшсе кеше, 19 б. башында 357 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, завод ҡасабаһында 2215 крәҫтиән иҫәпләнә. 18 б. 732,5 мең бот баҡыр, 1783—96 йй. 541 мең бот суйын иретелә. 18 б. башында Гөмәш ятҡылығын үҙләштереү барышында Һалйот улусы башҡорттары ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә. 1760 йй. тау­ сәнәғәте ­крәҫтиәндәре­ сыуалышында заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр ҡатнаша. Я.з. базаһында “Ялан машиналар эшләү заводы” ЯАЙ ойошторола. Хәҙ. завод торамаһы урынында Полевской ҡ. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019