Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 461

ЯЛАН ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. Дүртөйлө р‑ны Әңгәсәк а. төнь­яҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яр буйында урынлашҡан. Майҙаны — 3,9 мең га, терр‑яһының 70,1%‑ын урман, 9,0%‑ын һаҙлыҡ ҡаплаған. Заказникта тәби­ғәт­ ҡомартҡыһы булып торған Ҙур Ялан күле ята. Рельефы һыубаҫар туғайҙарҙан, уйһыулыҡтарҙан ғибәрәт. Йүкә, йыла, ҡарама, саған, уҫаҡ һ.б. ҡатыш аҡ­шыршы, имән, ҡа­йын, ҡарағай, ҡарағас һәм шыршы үҫкән ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар таралған. Я.з. терр‑яһында үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл­ китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: Литвинов торна ­борсағы, өсҡалаҡ күк­ көпшә, сатырлы ҡышһөйәр, һары күбәләк ­сәскәһе, шифалы бесәй­ үләне һ.б. Аҡ ҡуян, аҫ, ҡабан, себер ҡоралайы, үр ҡуяны, һеләүһен, ябай төлкө, ҡашҡабаш, ҡор, сытырҙаҡ сөрәгәй, тартай, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна­ өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән ҡама, ялман, ала­ҡаҙ, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мөн шөгөр, ышылдаҡ аҡҡош, быуа тәлмәрйене һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән йофар, бөркөт, көйөлдө, ҡарағош, ҡом­ һайыҫҡаны һ.б. осрай. 1963 й. йофар һ.б. һунар йәнлектәре һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторола.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019