Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ЙЫЛАЙЫРЫ, Крепостной Йылайыр, йылға

Просмотров: 464

ЯЛАН ЙЫЛАЙЫРЫ, Крепостной Йылайыр, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Шүлкә утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Һаҡмар й. (тамағынан 584 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 100 км, басс. майҙаны 897 км2, дөйөм түбәнәйеүе 350 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 68%‑ы — яҙғы (апр.—май), 18%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 14%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу­сығымы 3/с): Баймаҡ р‑ны Крепостной Йылайыр а. эргәһендә — 2,4; тамағында — 3,2. Йылға басс. Йылайыр яйлаһында урынлашҡан, үҙәне урта рифей­ҙың—аҫҡы вендтың графитлы һәүерташ­тарынан, метабазальттарынан, кварциттарынан тора; урыным‑н карст үҫешкән. Ландшафы ҡараһыу һоро тау‑урман тупрағындағы уҫаҡ һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандарынан ғибәрәт, типик ҡара­тупраҡта ҡоро болондар осрай. Басс. 75%‑ын урман ҡаплаған, 5%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Оло һәм Урта Пешәҙе, Ҡондорош; һул — Өлкән Ҡуһа һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. ­Х.А.Шәрипова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019