Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ШПАТТАРЫ

Просмотров: 434

ЯЛАН ШПАТТАРЫ, минералдар, натрийҙың, кальцийҙың, калийҙың, барийҙың алюмосиликаттары. Составында стронций, рубидий, литий, цезий, тимер ҡушылмалары бар. Күпселек Я.ш. өс ҡатлы альбит Na[AlSi3O8] — ортоклаз (микроклин, санидин) K[AlSi3O8] — анортит Ca[Al2Si2O8] системаһына инә. Я.ш. төп төрҙәре: һелтеләр (альбит һәм ортоклаз араһында) һәм плагиоклаздар (альбит һәм анортит араһында). Кристалдары пластинка һәм призма формаһында. Төҫө аҡ, һарғылт аҡ, алһыу; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6—6,5, тығыҙлығы 2500—2800 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Башҡортостанда Я.ш. бөтә ерҙә лә таралған, вулкан, терриген һәм метаморфик ҡатламдарҙың бөтә стратиграфик бүлексәләрендә, интрузив комплекстарының һәм метасоматиттарҙың күбеһендә осрай. Пегматиттарҙың һәм аҙ тимерле тоҡомдарҙың һелтеле Я.ш. керамика сәнәғәтендә, быяла һәм­ фарфор‑фаянс ­сәнәғәтендә ҡулланыла. Лабрадориттар — йөҙ­ләү­ташы, ҡайһы бер Я.ш. (айташ, амазонит һ.б.) биҙәү­ташы булараҡ файҙаланыла.

И.А.Хәйретдинов

Тәрж.­ И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019