Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАНҒАС, Башҡортостан ­(Көньяҡ) ­Уралындағы һырт

Просмотров: 411

ЯЛАНҒАС, Башҡортостан ­(Көньяҡ) ­Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Урта һәм Һул Отнурок йй. (Ағиҙел й. басс.) араһында субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 8 км, киңлеге 6 км, абс. бейеклеге 1297 м. Бейеклеге 688—1297 м булған 5 түбәһе бар. Рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан тора; түбәләрендә тигеҙ булмаған ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тау киртләстәре таралған, курумдар хас. Битләүҙәре текә; төньяҡ өлөшөндә Журавлиный һаҙлығы төбәге урынлашҡан, көнсығышта һәм көньяҡта 865 м (Устиновка тауы) һәм 678 м (Яланасыҡ тауы) бейеклектәге 2 армыт бар. Урта рифейҙыңегәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт. Я. битләүҙәрендә Каменный Ключ, Тирлән йй. (Ағиҙел й. басс.) башлана. Ландшафтарҙың ­бейеклек­ бүлкәт­леге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандары тундра, көрәнһыу урман һәм тау болондары тупраҡтарындағы тау тундралары һәм бейек үләнле тау болондары ҡатыш һирәк урмандар м‑н алмашына.

Тәрж.­ И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019