Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАНҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 263

ЯЛАНҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Яланғас а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 101 км алыҫлыҡта Яланғас күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 633 кеше; 1920 — 719; 1939 — 726; 1959 — 447; 1989 — 245; 2002 — 245; 2010 — 211 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бөрө­ өйәҙе Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының­ аҫаба ­ер­ҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1719 й.) алып билдәле. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр күсеп ултырған. 1865 й. 29 йортта 179 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Ф.Х. Хәзиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019