Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАНКҮЛ, Ағиҙел й. басс. күл

Просмотров: 366

ЯЛАНКҮЛ, Ағиҙел й. басс. күл. Бөрө р‑ны Үгеҙ а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 1,64 км2, оҙонлоғо — 16,5 км, уртаса киңлеге — 99,3 м, уртаса тәрәнлеге — яҡынса 2,4 м. Иҫке үҙән, квартер тоҡомдарында (балсыҡтар, ҡомдар) барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Ағар күл, унан Старица күлен һәм Ағиҙел й. берләштергән Исток шишмәһе ағып сыға. Башлыса яуым‑төшөм м‑н туйына. Күл эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк, көньяҡта һәм көньяҡ‑көнсығышта — текә, һаҙланған. Ландшафы һаҙ, ҡараһыу һоро урман, аллювиаль­ тупраҡтарҙағы һәм ҡара­тупраҡтағы һаҙланған болондарҙан, урмандар­ҙан һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан ғибәрәт; төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә урман массивтары (ерек, муйыл, тал, ҡара ҡарағат) һаҡланған. Екән, күл ҡамышы, күрән, ҡамыш, сумған мө­гөҙьяпраҡ, тәлмәрйен­ тәңкәһе, һыу­үләне һ.б. үҫә. Аҡсарлаҡ, ваҡ­сарлаҡ, сытырҙаҡ сөрәгәй, тартай, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна ­өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж.­ А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019