Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН‑ШИШМӘ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 366

ЯЛАН‑ШИШМӘ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т. табан 47 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 904 кеше; 1920 — 1081; 1939 — 984; 1959 — 839; 1989 — 400; 2002 — 452; 2010 — 438 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй­ өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының ­аҫаба­ ерҙәрендә 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар нигеҙ һала. 1865 й. 79 йортта 454 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019