Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ

Просмотров: 720

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ, Башҡортостан Республикаһының юғары вазифалы кешеһе. РФ Президенты, РФ Федераль йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, РФ Хөкүмәте, дәүләт власының башҡа федераль органдары, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары, БР дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр м‑н мөнәсәбәттәрҙе һәм халыҡ‑ара бәйләнештәр һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе ғәмәлгә ашырғанда респ. мәнфәғәттәрен яҡлай. 2014 й. 25 дек. “Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында” БР законы ҡабул ителә. БР Б. вазифаһы 2015 й. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә индерелә. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы һ.б. федераль һәм респ. закондарына ярашлы эшләй. БР Б. кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, иҡт. һәм сәйәси мәнфәғәттәрҙе яҡлай, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә; соц.-иҡт. үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләй; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен төҙөй, уның м‑н етәкселек итә һәм отставкаға ебәреү т‑да ҡарар ҡабул итә; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ризалығынан сығып, Премьер-министрҙы тәғәйенләй; дәүләт власының башҡарма органдарының структураһын билдәләй; БР закондарын хуплай йәки кире ҡаға; закон проекттарын тәҡдим итә; БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура тәҡдим итә һәм уны вазифаһынан бушатыу т‑да мәсьәләне тикшереүгә ҡуя; БР Башлығы Хакимиәтен, ведомство‑ара Йәмәғәт именлеге советын һ.б. ойоштора. 30 йәше тулған, БР дәүләт телдәрен белгән РФ гражданы БР Б. булырға мөмкин; РФ Президенты тарафынан тәҡдим ителеп, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙан 5 йылға вәкәләтлек ала. БР Башлыҡтары: Р.З.Хәмитов (2010—14 йй. БР Президенты, 2015 й. алып БР Башлығы), Р.Ф.Хәбиров (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы; 2018 й. алып).                             

                   Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019