Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕКМАРЁВ Сергей Иванович

Просмотров: 678

ЧЕКМАРЁВСергей Иванович (31.12.1909, Мәскәү — 11.5.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Сөләймән а. янында), шағир. В.М.Молотов ис. Мәскәү ит-һөт ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Хәйбулла р‑нының “Таналыҡ”, Ейәнсура р‑нының “Инәк” совхоздарында зоотехник булып эшләй. Үҙе тере сағында әҫәрҙәре баҫылмай. Ч. әҫәрҙәре “Шиғырҙар, хаттар, көндәлектәр” (“Стихи, письма, дневники”; 1957), “Шиғырҙар” (“Стихи”; 1969), “Штурм кварталы: һайланма хаттар, көндәлектәрҙән өҙөктәр, шиғырҙар” (“Штурмовой квартал: избранные письма, отрывки из дневников, стихи”; 1980) һ.б. йыйынтыҡтарға ингән. Ижадында башҡорт темаһы ҙур урын алып тора. Шағир башҡорт совхоздарындағы эште уның бөтә ауырлыҡтары һәм романтикаһы м‑н илһамланып тасуирлай. Ч. шиғырҙары, хаттары, көндәлектәре үҙенең сикһеҙ далалары һәм ҡара урмандары м‑н ғәжәп матур булған башҡорт тәбиғәте картиналарынан тыш, 30‑сы йй. башындағы Өфөнөң сағыу йөҙөн сағылдыра. А.Х.Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш!” (1963; урыҫса тәржемәһе “Не забывай меня, солнце!”, 1973) пьесаһы Ч. тормошона һәм ижадына арналған. Ч. әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1976). Өфө, Октябрьский, Салауат ҡҡ. һәм респ. башҡа торама пункттарында уның исеме м‑н урамдар аталған, Ейәнсура р‑нының Иҫәнғол а., Хәйбулла р‑нының Подольск а., Сибай гимназияһы (унда Ч. музейы бар) терряһында шағирға һәйкәл ҡуйылған. 1983 й. “Таналыҡ” совхозы тарафынан уның ис. премия булдырылған (2005 й. алып Хәйбулла район Советы Президиумы тарафынан бирелә).

Ә ҫ ә р ҙ.: Уральская весна: стихи, письма, дневники. Уфа, 1979.

Әҙәб.: У з и к о в Ю., Н а й м у ш и н П. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980; Башкирия в русской литературе. Т.4. Уфа, 1997.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019