Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘЗИУЛЛИНА Гөлнара Ғәбделхәй ҡыҙы

Просмотров: 363

НӘЗИУЛЛИНА Гөлнара Ғәбделхәй ҡыҙы (28.7.1967, Салауат ҡ.), альтистка, педагог. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2012) артисы. ӨДСИ‑не (1990; В.Г.Бакулин, А.В.Коваль класы), шунда уҡ ассистентура‑стажировканы (1999; М.Е.Швайштейн класы) тамамлаған. 1989 й. алып Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбе, 1992 й. – ӨДСИ; бер үк ваҡытта — урта махсус музыка колледжы (Өфө), Өфө сәнғәт уч‑щеһы (2007 й. тиклем) уҡытыусыһы. 2001 й. башлап БР Милли халыҡ ҡоралдары оркестры солисы, 2014 й. алып “Нюанс” ҡыллы квартетын (Өфө) ойоштороусы һәм етәксеһе. Н. репертуарында сит ил (И.С.Бах, Г.Ф.Гендель, У.Уолтон), урыҫ (А.А.Алябьев, М.И.Глинка, П.И.Чайковский, Д.Д.Шостакович), башҡорт (Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитов, И.И.Хисаметдинов) композиторҙарының әҫәрҙәре бар. Рәсәй, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була. Мәскәүҙә Ҡытай Илселегендә үткәрелгән БР Презентацияһында ҡатнашыусы (2015). Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артисы А.Р.Моратова. “Шаян яҙ” (Мәскәү), “Латвия сәскәләре” (Рига), “Алтын панорама” (Магнитогорск ҡ.) халыҡ‑ара конкурстары, “EURO VISION MEDIA STAR” фестиваль‑конкурсы (Париж; бөтәһе лә — 2015),   “Изге юл” Бөтә Рәсәй ансамбль оҫталығы конкурсы (Өфө, 2016) һ.б. лауреаты.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019