Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИТДИҠОВА Флүрә Булат ҡыҙы

Просмотров: 437

СИТДИҠОВА Флүрә Булат ҡыҙы (1.12.1958, Октябрьский ҡ.), скрипкасы, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2012), проф. (2012). РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм‑ре (2017), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2009). ӨДСИ‑не (1983; М.Е.Швайштейн класы), Ҡазан консерваторияһында ассистентура‑стажировканы (1987; Ф.П.Старателева һәм Г.Х.Ходжаев класы) тамамлаған. 1983—85 йй. һәм 1987 й. алып ӨДСИ‑лә концертмейстер, 1992 й. —  уҡытыусы, 2001 й. башлап ҡыллы музыка ҡоралдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта  1982—92 йй. “Башҡортостан”,  1992—93 йй. — “Башҡортостан солистары” камера оркестрҙары, 1996—98 йй. – Боронғо музыка ансамбле  артисы,  2000 й. алып ӨДСИ‑нең ҡыллы квартетында, 2012 й. — “Пьяццолла‑трио” ансамблендә ҡатнашыусы (бөтәһе лә — Өфө). С. башҡарыу сәнғәте хислелек, фразировкаларҙың тасуирилығы, техник оҫталыҡ, тондың сафлығы һәм интерпретация үҙенсәлектәрен үҙенә берләштергән сағыу индивидуаль стиль м‑н айырылып тора. Репертуарында сит ил (И.С.Бах, Л.Бетховен, И.Брамс, К.Дебюсси, Р.Шуман һ.б.) һәм башҡорт (Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитов, С.Г.Шаһиәхмәтова һ.б.) композиторҙарының камера әҫәрҙәре. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артисы З.Н.Садиҡова. Фәнни тикшеренеүҙәре барокко муз. тексын ойоштороу проблемаһына арналған. 25‑тән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы. Төбәк йәш музыканттар конкурсы (Өфө, 1976), “ХХI быуат сәнғәте” халыҡ‑ара конкурсы (Киев, 2004), Халыҡ‑ара классик музыка фестивале (Сервера ҡ., Испания, 2008) лауреаты;  халыҡ‑ара симфоник һәм камера музыкаһы фестивале (2005), “Талант ҡанаттарында” конкурс‑фестивале (2014), Респ. аккомпаниаторлыҡ сәнғәте фестивале (2016; бөтәһе лә — Өфө) дипломанты.

Хеҙм.: Скрипичный текст в сольных и ансамблевых сочинениях западноевропейского барокко. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019