Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭҪЕМ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 372

ЭҪЕМ, А л е к с е е в к а, Н о в и к о в к а, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Таутөмән т. Юл ст. К.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 154 кеше; 1920 — 279; 1939 — 465; 1959 — 431; 1989 — 99; 2002 — 114; 2010 — 82 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Ауылға 1879 й. Өфө өйәҙендә ер биләүсе Тихоновтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр Эҫем яңы ауылы  булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 21 йортта 138 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, ел тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019