Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЗМӘТОВ Хәсән Әхмәтзыя улы

Просмотров: 300

ӘЗМӘТОВ Хәсән Әхмәтзыя улы (2.10.1939, БАССР-ҙың Илеш р-ны Иләкшиҙе а.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2003). РФ‑тың (1998) һәм БАССР-ҙың (1987) атҡ. уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1969). 1960 й. алып Шкапов газ‑бензин з-дында, 1964 й. — Өфө химия з-дында, 1967 й. — ИПТЭР-ҙа (1989 й. Башлап бүлек мөдире) эшләй. 2016 й. алып ӨДНТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре үткәргес торба системаларының ышаныслығын тәьмин итеү ысулдарын уйлап табыуға бәйле. Ә. Тарафынан нефть үткәргестәрҙе ремонтлау өсөн технологиялар һәм техник саралар, ш. иҫ. эшләп торған үткәргес торбаларҙың ҡаҡшаған участкаларын тергеҙеү өсөн махсус машиналар, уйлап табыла, улар БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, Ҡаҙағстанда, Украинала индерелә. 200 фәнни хеҙмәт һәм 73 уйлап табыу авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2010).

Х е ҙ м.: Аварийно-восстановительный ремонт магистральных нефтепроводов. М., 1998 (авторҙ.); Капитальный ремонт подземных нефтепроводов. М., 1999 (авторҙ.); Реконструкция линейной части магистральных нефтепроводов. М., 2003 (авторҙ.).

С.Г.Бажайкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019