Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЙВАЗОВ Борис Викторович

АЙВАЗОВ Борис Викторович (30.3.1911, Санкт‑Петербург ҡ. — 15.7.2004, Өфө ҡ.), физик-химик. Химия фәндәре кандидаты (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975). 1931 й. алып Гидрология институтында (Ленинград ҡ.), 1934 й. — СССР ФА‑ның Химик физика институтында...

АЙГИЛДЕ, Бөрө р‑нындағы ауыл

АЙГИЛДЕ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта Салаяҙ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 152; 1989 — 118; 2002 —111; 2010 — 109 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 1926 й. Бөрө кантонында...

АЙГӨЛ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АЙГӨЛ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айгөл а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1010 кеше; 1920 — 998; 1939 — 979; 1959 — 733; 1989 — 605; 2002 — 635; 2010 — 641 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

АЙҒЫРЪЯЛ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

АЙҒЫРЪЯЛ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 10 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 76 кеше; 1920 — 280; 1939 — 391; 1959 — 382; 1989 — 222; 2002 — 203; 2010 — 188 кеше....

АЙҘАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

АЙҘАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Ҡарлыхан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 419 кеше; 1920 — 629; 1939 — 485; 1959 — 439; 1989 — 284; 2002 — 338; 2010 — 336 кеше....

АЙҘАРӘЛЕ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

АЙҘАРӘЛЕ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Айҙарәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 764; 1939 — 1150; 1959 — 1114; 1989 — 777; 2002 — 833; 2010 — 711 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

АЙҘАРОВ Абдулғәлим Әхмәт улы

АЙҘАРОВ Абдулғәлим Әхмәт улы (1883, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — 1937), дәүләт эшмәкәре, педагог. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1905). 1905 й. алып Петропавловск, Ташкент ҡҡ. уҡытыусы, 1914 й. — Силәбе өйәҙ земство идаралығының...

АЙМАҠ

АЙМАҠ, 1) Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда ырыу, ырыу бүленеше йәки туғандаш ғаиләләр төркөмө. 2) Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында, һирәгерәк көнбайышында ырыу бүленешенең таралыу терр‑яһы; башҡ. улусының бер өлөшө. “Аймаҡ” термины монгол һәм төрки халыҡтарҙың күбеһендә таралған. Әҙәб.:...

АЙРАН

АЙРАН, башҡорт аш‑һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек. Һыу ҡушылған әсе ҡатыҡтан ғибәрәт. Башҡортостандың көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡты ла А. (май айраны) тип йөрөтәләр. Күп кенә төрки халыҡтарҙың аш‑һыуында, ш. уҡ мариҙарҙа, мордваларҙа...

АЙРАУЫҠ

АЙРАУЫҠ (Dactylis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тамыр өлөшө ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 30—130 см. Япрағы киң ҡыяҡлы,...

АЙРЫҠ

АЙРЫҠ, тауҡыяҡ (Leymus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, яланғас, бейеклеге 45—100 см. Япрағы яҫы йәки буй бөкләнгән, күгелйем, ҡаты....

АЙСЫУАҠ БЕЙ

АЙСЫУАҠ БЕЙ, ғәйнә ырыуы ҡәбиләһенең башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, ғәйнәләрҙең Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөгәндән һуң рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑да жалованный грамота ала. Тәрж. Д.К.Үзбәков...

АЙСЫУАҠ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

АЙСЫУАҠ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Көйөргәҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 4 км һәм Ермолаевка т. юл ст. К. табан 1,5 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 1221 кеше; 2002 — 1224; 2010 — 1123 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

АЙТМӨХӘМӘТОВ Нариман Зәйнулла улы

АЙТМӨХӘМӘТОВ Нариман Зәйнулла улы (20.10.1951, Омск өлк. Речапов ҡсб), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1978), респ. категориялы судья (1987). БДПИ‑ны тамамлаған (1989). “Динамо” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.Ф.Сәйфетдинов). Спорт йөрөшө б‑са СССР кубогын яулаусы (1981), РСФСР...

АЙТУҒАН, Яңы Айтуған, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

АЙТУҒАН, Яңы Айтуған, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 870 кеше; 1920 — 1110; 1939 — 678; 1959 — 654; 1989 — 251; 2002 — 247; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар,...

АЙЫП, Мәсетле р‑нындағы ауыл

АЙЫП, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 159 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 445 кеше; 1920 — 426; 1939 — 374; 1959 — 336; 1989 — 266; 2002 — 307; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы

АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы (1.8.1946, Ульяновск өлк. Николаевка а.), радиоинженер. Техник ф. д-ры (2007), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. энергетигы (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Еңел атлетика б-са СССР-ҙың спорт мастеры (1969). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ.,...

АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ

АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ, аргументы бөтөн һан булған функцияның сикле айырмалары ингән тигеҙләмә. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған, тиң һәм тиң булмаған А.т. бүлеп йөрөтәләр. Биол., механик, иҡт. һ.б. процестарҙы һәм системаларҙы һүрәтләү өсөн ҡулланыла; күп үлсәмле А.т. (айырмалы схемалар) бүлендек сығарылмалы...

АЙЫРЫЛЫШЫУ

АЙЫРЫЛЫШЫУ, никахты өҙөү акты. Башҡорттарҙа традиция б‑са йола хоҡуғы нормаларына ярашлы, исламды ҡабул иткәндән һуң шәриғәт ҡанундары б‑са тормошҡа ашырылған. Яҡтарҙың береһенең ғаилә бурыстарын үтәмәүе, ш. уҡ ирҙең ҡалымды тулыһынса түләмәүе А. өсөн нигеҙ була алған. А. төп формаһы — талаҡ (ғәр. “ирекле...

АЙЫРЫУСА ТАҘА МАТДӘЛӘР

АЙЫРЫУСА ТАҘА МАТДӘЛӘР, үтә таҙа матдәләр. Сиктән тыш таҙалыҡтағы (ҡушымталары 10-6—10-8%‑тан артыҡ булмаған) һәм юғары таҙалыҡтағы (10-3—10-4%‑тан артыҡ булмаған) матдәләрҙе айыралар. Бер нисә А.т.м. ҡатышмалары — юғары таҙалыҡтағы материалдар. Сикләнелгән ҡушылмаларҙың төрөнә һәм уларҙың дөйөм миҡдарына...