Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АКУТИН Иван Кириллович

АКУТИН Иван Кириллович, Окутин И.К. (1718; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1720 — 1785 алда түгел), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Бригадир. 1737—85 йй. хәрби хеҙмәттә. Комиссияға хеҙмәт хаҡын күтәреү, һалымдарҙы кәметеү, сауҙа ирке, ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу т‑да һ.б. наказдар тәҡдим...

АКУШЕР‑ФЕЛЬДШЕР МӘКТӘПТӘРЕ

АКУШЕР‑ФЕЛЬДШЕР МӘКТӘПТӘРЕ, урта мед. уҡыу йорттары. Рәсәйҙә 19 б. аҙ. алып асыла. ЭЭМ ҡарамағында була. Ҡаҙна, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотола. Ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш А.‑ф.м. була. Прогимназияны йәки гимназияның 4 класын тамамлаған, ҡабул итеү имтихандарын тапшырған 16—36 йәштәге бөтә...

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ, ауырға ҡалыу, йөклөлөк, бала табыу һәм бала тыуғандан һуңғы осор (акушерлыҡ), ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөктән тыш енес системаһы ауырыуҙары, уларҙы дауалау, иҫкәртеү (гинекология) м‑н бәйле ҡатын-ҡыҙ организмының физиол. һәм патологик процестарын өйрәнеүсе клиник медицина өлкәһе. Респ....

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР, һәр юлда баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булған ярым ирекле шиғыр системаһы. А.ш. күп кенә урыҫ былиналарына һәм тарихи йырҙарына хас күренеш, 1910—20 йй. урыҫ шиғриәтендә ҙур урын алған. Башҡ. шиғриәтендә А.ш. ритмик нигеҙен Р.Ниғмәти В.В.Маяковский шиғырҙарын һәм поэмаларын...

АКЦИЗ

АКЦИЗ (фр. аccise), киң ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүгә һалынған ситләтелгән һалым төрө. А. күләме проценттарҙа акцизланған тауар хаҡынан сығып иҫәпләнә, уның хаҡына йәки хеҙмәтләндереү тарифына индерелә, ҡулланыусылар тарафынан түләнә, дәүләт һәм урындағы бюджеттың мөһим килем сығанағы булып...

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең ойоштороу-хоҡуҡи формаһы; устав капиталы акционерҙарҙың йөкләмә хоҡуҡтарын раҫлаусы билдәле бер һандағы акцияларға бүленгән коммерция структураһы. Ойоштороу документы булып АЙ‑ларҙың уставы тора, унда йәмғиәттең маҡсаты, капитал күләме, идара итеү тәртибе,...

АКЦИЯЛАР

АКЦИЯЛАР (нем. Aktie), ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө. Акционерҙар йәмғиәттәре тарафынан сикләнмәгән әйләнеш ваҡыты м‑н сығарыла; хужаларының (акционерҙарҙың) АЙ килеменең өлөшөн дивидендтар рәүешендә алыу, АЙ м‑н идара итеүҙә ҡатнашыу һәм АЙ бөтөрөлгәндә уның милкенең бер өлөшөнә хоҡуғын нығыта. А. исемле...

АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич

АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич (24.5.1975, Ишембай ҡ.), спортсы. Ғәмәли янғын спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2006). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры И.В.Барыев). Эстафетала полиция хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереүселәр...

АҠ АҠЫҠ, минерал

АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына...

АҠ АМУР, балыҡ

АҠ АМУР (Ctenopharyngodon idella), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Амур й. урта һәм түбәнге ағымында һәм уның ҡушылдыҡтары Уссури һәм Сунгариҙа, Урта һәм Көньяҡ Ҡытайҙың тигеҙлектәге йылғаларында йәшәй. Оҙонлоғо 122 см тиклем, ауырлығы 32 кг етә, төҫө аҡһыл, тәңкәһе эре. Енси...

АҠ ӘНИС

АҠ ӘНИС (Carum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ябай А.ә. үҫә. Күп йәки ике йыллыҡ үлән. Тәүге йылда итләс тамыр һәм тамыр яны япраҡтары розеткаһы барлыҡҡа килә, 2‑се йылына һабаҡ үҫешә. Һабағы...

АҠ БАШЛЫ ҠАҘАҠ ТОҠОМО

АҠ БАШЛЫ ҠАҘАҠ ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. 20 б. 30—40‑сы йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы, Ырымбур һәм Волгоград өлк. хужалыҡтарында урындағы ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ малдарын герефорд тоҡомо м‑н яңыртып ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанға 60‑сы йй. бестужев тоҡомо, симменталь тоҡом, ҡара‑сыбар тоҡом...

АҠ БӘШМӘК

АҠ БӘШМӘК, топош (Boletus edulis), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 10—20 см (һирәгерәк 30 см), ҡабарынҡы, ҡоро, яланғас йәки бәрхәт һымаҡ, төҫө аҡһылдан ҡараһыу һороға тиклем, аҫҡы яғы тәүҙә аҡ, һуңынан йәшкелт һары....

АҠ КӨЛӘПӘРӘ

АҠ КӨЛӘПӘРӘ, шампиньон (Agaricus), пластинкалы бәшмәктәр тәртибенең аҡ көләпәрә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәктәр заты. Яҡынса 70 төрө (БР‑ҙа 5‑тән ашыу төрө) билдәле, киң таралған. Эшләпәһенең диам. 1—25 см, аҡһыл, һирәгерәк һорғолт йәки асыҡ көрән, ярым шар формаһында, итләс, тығыҙ, шыма өҫлө йәки...

АҠ СӘСКӘ

АҠ СӘСКӘ (Leucanthemum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ һәм Урта Европаның таулы райондарында таралған. Башҡортостанда ябай А.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 20—60 см, ғәҙәттә төҙ, ябай, яңғыҙ. Япрағы бөтөн, ситтән киртләсле‑тешле;...

АҠ ТОМБОЙОҠ

АҠ ТОМБОЙОҠ (Nymphaea), томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда пак томбойоҡ үҫә. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге. Япрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик...

АҠ ТОРНА

АҠ ТОРНА (Grus leucogeranus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Оя ҡороусы 2 популяцияһы билдәле: Яҡутстандың төньяҡ‑көнсығышында урман-тундрала һәм тундрала, икенсеһе — Көнбайыш Себерҙә; Үҙәк Азияла, Һиндостанда һәм Иранда ҡышлай. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 120—140 см, ауырлығы...

АҠ ТӨЛКӨ

АҠ ТӨЛКӨ (Alopex lagopus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразия, Төньяҡ Америка тундраһы һәм урман‑тундраһында, Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында таралған. Ҡышын хайуандарҙың күпселек өлөшө урман‑тундраға һәм тайгаға күсә. Төк япмаһының төҫө б‑са А.т. күк (йәйен һәм ҡышын күкһел һоро) һәм аҡ (йәйен...

АҠ УМЫРЗАЯ

АҠ УМЫРЗАЯ (Anemone), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А.у. үҫә. Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта,...

АҠ ШЫРШЫ

АҠ ШЫРШЫ (Abies), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер А.ш. үҫә. 200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно...