Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠСАБАН, ҡош

АҠСАБАН (Mergus albellus), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 38—44 см, ауырлығы 500—800 г, ҡанаттарының ҡоласы 55—69 см. Инә һәм ата А. (йәш ҡоштар һәм төләгәндән һуң) башлыса һоро, һорғолт аҡ ҡорһаҡлы, көрән башлы. Яҙын ата ҡоштарҙың...

АҠСӘЙЕТ УРТА МӘКТӘБЕ, Тәтешле р‑ны

АҠСӘЙЕТ УРТА МӘКТӘБЕ, Тәтешле р‑ны. 1905 й. мәҙрәсә булараҡ нигеҙ һалына, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1929 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Тәтешле р‑ны Артауыл, Еремйә, Илмәт, Йосоп аа. 4 филиалы эшләй. Компьютер класы, интернет‑үҙәк, тамаша һәм спорт залы,...

АҠСӘЙЕТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

АҠСӘЙЕТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь өлк.) К. табан 7 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1454 кеше; 1939 — 1292; 1959 — 1220; 1989 — 809; 2002 — 793; 2010 — 794 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АҠСУЛПАНОВТАР

АҠСУЛПАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Аҡсулпан а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны Күсәрбай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсәрбай А., кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы. Дворян (1793 й. алып). 1798 й. — 19 б. башында 7‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдары: Аралбай А.,...

АҠСУРИН Басир Ғәйфулла улы

АҠСУРИН Басир Ғәйфулла улы (10.6.1945, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Батыр а.), философ. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлағандан һуң (1975) ӨАИ‑ла, 1980 й. алып ӨДСИ‑лә, 1986 й. — БДМУ‑ла,...

АҠСУРИН Ренат Сөләймән улы

АҠСУРИН Ренат Сөләймән улы (2.4.1946, Әндижан ҡ.), кардиохирург. Рәсәй мед. ФА (1997) һәм РФА (2011) акад., БР ФА‑ның (1998) һәм ТР ФА‑ның (1999) почётлы академигы. Мед. ф. д‑ры (1985), проф. (1991). И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлаған (1971). 1975 й. алып Бөтә союз хирургия ғилми үҙәгендә...

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.1.1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БАХИ‑ны (1974), Мәскәү ветеринария акад. (1978) тамамлаған. 1967—69 йй. Саҡмағош р‑ны  мәктәптәрендә уҡытыусы. 1974 й. алып БНИИСХ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н): 1990—91 йй. өлкән...

АҠТАМЫР

АҠТАМЫР (Elytrigia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, ике ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: төклө А., тиле А., һырылыусан А. һ.б. Күп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы йәки кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе үлән. Һабағы төҙ, нәҙек,...

АҠТАМЫРСЫҠ

АҠТАМЫРСЫҠ (Elymus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Йәйелеүсе ер аҫты үренделәре булмаған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, шыма, бейеклеге 80—150 см тиклем. Япрағының киңлеге 3—12 мм, ҡыяҡ, яҫы, яланғас йәки һирәк...

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары менән тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре менән...

АҠТАР ХӘРӘКӘТЕ

АҠТАР ХӘРӘКӘТЕ, самодержавие ҡолатылғандан һуң Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙҙәре емерелеүгә реакция булараҡ революция (1917) барышында барлыҡҡа килә. А.х. йүнәлтеүсе көсө булып Рус армияһының офицерҙар корпусы сығыш яһай. Элекке Рәсәй империяһы халҡының күпселек өлөшө (православие руханиҙары; буржуазия,...

АҠТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

АҠТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 103 кеше; 1959 — 184; 1989 — 299; 2002 — 283; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. 1932 й....

АҠТАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

АҠТАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 61 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 165 кеше; 1920 — 232; 1939 — 256; 1959 — 285; 1989 — 175; 2002 — 147; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

АҠТАШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

АҠТАШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 99 км алыҫлыҡта Ташкисеү й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 89 кеше; 1959 — 169; 1989 — 165; 2002 — 158; 2010 — 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АҠТУҒАН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

АҠТУҒАН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Иҫке Йәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 48 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 519 кеше; 1920 — 529; 1939 — 435; 1959 — 450; 1989 — 299; 2002 — 356; 2010 — 326 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб бар. Ауылға...

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә районы) Яңы Сәфәр а. — 24.1.1971, Ленинград ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. сентябренән...

АҠТҮБӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

АҠТҮБӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡарлыман т. юл. ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 224 кеше; 1939 — 342; 1959 — 237; 1989 — 110; 2002 — 243; 2010 — 103 кеше....

АҠҺАҠ КИЛЕМБӘТ

АҠҺАҠ КИЛЕМБӘТ, А. Килмәмәт, А. Килмөхәмәт, 17 б. тәүге ярт. нуғай мырҙаһы (А.Н.Усманов билдәләүенсә, 16 б. тәүге ярт.), Иҙеүкәй вариҫы. А.К. көньяҡ‑көнбайыш башҡорттары өҫтөнән хакимлыҡ итеү маҡсатында Ҡарағөлөмбәт м‑н һуғыш алып бара. Нуғай мырҙаларының үҙ‑ара һуғышы “Мең ырыуы шәжәрәһе” ндә сағылыш...

АҠҺАҠ ТИМЕР

АҠҺАҠ ТИМЕР, Тамерлан, Тимур [8.4.1336, Шәһрисәбез (Кеш) ҡ. янында — 19.1.1405, Отрар ҡ., Сәмәрҡәнд ҡ. ерләнгән], Урта Азияның хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Аҡһаҡ Тимер нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Барлас ҡәбиләһе башлығы Тарағайҙың улы. 1361 й. алып Моғолстандың Ҡашҡадаръя вилайәтенә етәкселек итә. Балх һәм...

АҠҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

АҠҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Мораптал т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында, Туғыҙтимер й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1920 й. — 459 кеше; 1939 — 369; 1959 — 241; 1989 — 160; 2002 — 335; 2010 —...