Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠҺЫЛ ОРТОТРИХУМ

АҠҺЫЛ ОРТОТРИХУМ (Orthotrichum pallens), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 1 см тиклем булған йыйнаҡ, асыҡ йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө ос емешле мүк. Япрағы ланцет формаһында, осо тупаҫ, ситтәре төрөлгән. Һеңерсәһе япраҡтың осона тиклем етә. Ҡумтаһы кире йомортҡа формаһында, тәрән...

АҠҺЫМДАР

АҠҺЫМДАР, аминокислоталар ҡалдығынан торған юғары молекуляр органик берләшмәләр. Химик составы б‑са ябайҙарға (протеиндар, тик аминокислоталарҙан тора) һәм ҡатмарлыларға (составында аминокислоталар м‑н бер рәттән липидтар — липопротеидтар, нуклеин кислоталары — нуклеопротеидтар, углеводтар — гликопротеидтар...

АҠҺЫРҒАҠ

АҠҺЫРҒАҠ (Veratrum), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда аҡ А. (ябай А.) үҫә. Күп һанлы һутлы тамырлы, ҡыҫҡа йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, йыуан, йомро, өҫкө...

АҠЪЮЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

АҠЪЮЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 71 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Йылайыр й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 485 кеше; 1920 — 582; 1939 — 354; 1959 — 289; 1989 — 132; 2002 — 122; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АҠЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ №1

АҠЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ №1, Хәйбулла р‑ны. 1919 й. яңы ысуллы мәҙрәсә (1908 й. нигеҙләнгән) нигеҙендә 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1933 й. алып колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. — башҡ. урта мәктәбе, 1946 й. — урыҫ‑башҡ. урта мәктәбе, 1970 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу...

АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ташлы йылғаһында (Таналыҡ й. ҡушылдығы). Быуаның һыу ағыҙғыс ҡапҡаһы йылға тамағынан һәм Хәйбулла районы Аҡъяр а. 3,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысынан өҫтә йылғаның һыу йыйыу майҙаны 423 км2, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 49,4 млн м3, файҙалы күләме 49,2 млн м3; һыу өҫтө...

АҠЪЯР, ауыл, Хәйбулла р‑ны үҙәге

АҠЪЯР, ауыл, Хәйбулла р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Аҡъяр а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 520 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында, Юлдыбай—Аҡъяр—Һары (Ырымбур өлк.), Сибай—Аҡъяр автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 1,0;...

АҠЫҠ, тау тоҡомо

АҠЫҠ (гр. acátēs), халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө буйынса А. бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер...

АҠЫЛБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

АҠЫЛБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Вояҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 272 кеше; 1939 — 341; 1959 — 386; 1989 — 134; 2002 — 114; 2010 — 78 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға...

АҠЫЛОВ Фәрит Яныбай улы

АҠЫЛОВ Фәрит Яныбай улы (9.6.1947, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт а.), технолог-байыҡтырыусы. 1974—2010 йй. (өҙөклөк менән) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1982 й. алып комплекслы бригада бригадиры; 2002 й. башлап байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы урынбаҫары, 2006 й. — төп корпусы начальнигы....

АЛ БӨРЛӨГӘН

АЛ БӨРЛӨГӘН, арктика бөрлөгәне (Rubus arcticus), рубус затының роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Ике ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Оҙон, нәҙек, үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, өс ҡырлы, бейеклеге 10—30 см. Япрағы нәҙек, йыйырсыҡлы, өсәрле, ҡуш...

АЛА ҠАҘ

АЛА ҠАҘ (Anser anser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африканың Урта диңгеҙ ярҙарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 75—90 см, ауырлығы 2,1—4,5 кг (һирәк — 6 кг тиклем), ҡанаттарының ҡоласы 150—180 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡһыл һоро, ҡорһағы ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй,...

АЛАБАЛЫҠТАР

АЛАБАЛЫҠТАР (Coregonidae), һөмбаш һымаҡтар отрядына ҡараған балыҡтар ғаиләһе. Яҡынса 11 төрө билдәле. Төньяҡ Боҙло океан, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшө басс. йәшәй. Башҡортостанда 3 төрө климатҡа яраҡлаштырылған: күл сабағы, пелядь, ябай алабалыҡ. Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә...

АЛАБЕЙӘ, һырт

АЛАБЕЙӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы районы буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан Урал һәм Уй йй. баштары араһында һуҙылған. Оҙонлоғо 11 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 5 км, абсолют бейеклеге 1016 м (Йомро Сусаҡ тауы). Түбәһе яҫы, тар, киңлеге 40‑тан 50 м тиклем. 800 м...

АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ

АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ, 1780 й. Вятка наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Вятка провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Вятка губернаһы составында. 19 б. аҙағында төньяҡ‑көнсығышта — Сарапул өйәҙе, көньяҡта — Өфө губернаһы, көньяҡ‑көнбайышта — Ҡазан губернаһы, төньяҡ‑көнбайышта...

АЛАБУҒА ҺЫМАҠТАР

АЛАБУҒА ҺЫМАҠТАР, сәнскеле ҡанатлылар (Perciformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 150 ғаиләһе, 6500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда алабуғалар ғаиләһенән 4 төрө (ябай этеш, ябай алабуға, ябай һыла, иҙел һылаһы, йәки береш) һәм оло баштар ғаиләһенән климатҡа яраҡлаштырылған...

АЛАБУТА

АЛАБУТА (Chenopodium), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150—200 төрө билдәле, башлыса уртаса бүлкәттең ҡоро һәм ярым ҡоро райондарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки йәйенке, бейеклеге 30—200 см тиклем. Япрағының формаһы ромб-йомортҡа...

АЛАБУТА ҺЫМАҠТАР

АЛАБУТА ҺЫМАҠТАР (Chenopodiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 105 заты, 1600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек, башлыса тропик булмаған арид өлкәләрҙә һәм диңгеҙ ярҙары янында таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, ҡыуаҡ, бәләкәй ҡыуаҡ, ярым ҡыуаҡ, бәләкәй ярым ҡыуаҡ, һирәк осраҡта бәләкәй ағас. Башҡортостанда...

АЛАҒУЗ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

АЛАҒУЗ, Ҡабыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 82 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 823; 1939 — 793; 1959 — 677; 1989 — 484; 2002 — 521; 2010 — 554 кеше. Башҡорттар...

АЛАЙҒЫР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

АЛАЙҒЫР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Төкөн т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 268 кеше; 1920 — 323; 1939 — 502; 1959 — 451; 1989 — 384; 2002 — 611; 2010 — 468 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, участка дауаханаһы,...