Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНДРЕЕВКА, Бишбүкән, Илеш р‑нындағы ауыл

АНДРЕЕВКА, Бишбүкән, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2302 кеше; 1920 — 2598; 1939 — 2036; 1959 — 1521; 1989 — 826; 2002 — 877; 2010 — 896 кеше. Башҡорттар, урыҫтар,...

АНДРЕЕВКА, Шмитов, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

АНДРЕЕВКА, Шмитов, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 165 кеше; 1920 — 210; 1939 — 588; 1959 — 288; 1989 — 207; 2002 — 227; 2010 — 235 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

АНДРЕЕВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

АНДРЕЕВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 542; 1939 — 541; 1959 — 575; 1989 — 439; 2002 — 380; 2010 — 357 кеше. Удмурттар йәшәй (2002)....

АНДРЕЙ (Ухтомский Александр Алексеевич)

АНДРЕЙ (донъяуи исеме Ухтомский Александр Алексеевич; 26.12.1872, Ярославль губ. Вослома а. — 1.9.1937, Рыбинск ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ярославль ҡ.), Рәсәйҙең күренекле дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1913—21). Дини тәғлимәт канд. (1895). Архиепископ (яҡынса 1923—24),...

АНДРЕСОН Борис Арнольдович

АНДРЕСОН Борис Арнольдович (3.1.1939, Краснодар крайы Тбилисский станицаһы — 3.5.2004, Өфөҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1999). БАССР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1985). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1961) Ҡаҙағстанда Аралсор нефть...

АНДРЖЕЕВСКАЯ Марионила Ивановна

АНДРЖЕЕВСКАЯ Марионила Ивановна, Андржиевская Марионилла И. (1868—1958, Ташкент), пианист, педагог, музыка эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1890‑сы йй. башы; А.И.Зилоти класы) Омск һәм Томск ҡҡ. уҡыта һәм концерт эшмәкәрлеге алып бара. 1910 й. Өфөгә күсеп килә, Йыр, музыка һәм драма...

АНДРИАНОВ Андрей Андрианович

АНДРИАНОВ Андрей Андрианович (24.4.1939, БАССР-ҙың Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а. — 16.4.2010, Йошкар-Ола), актёр. Мари АССР-ының халыҡ (1989) һәм атҡ. (1973) артисы. Д.А.Андриановтың ағаһы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1965; П.В.Лесли, Н.В.Чефранова курсы) М.Шкетан ис. Мари драма театры актёры, 1989—95 йй....

АНДРИАНОВ Денис Андрианович

АНДРИАНОВ Денис Андрианович (4.8.1940, БАССР-ҙың Мишкә районы Сурай а. — 9.11.2020, Өфө ҡ.), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). А.А.Андриановтың ҡустыһы....

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич (13.2.1953, Өфө — 21.8.2007, шунда уҡ), шағир, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1980) “Китап” нәшриәтендә эшләй. 1998—2007 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррире. “Көндәр”...

АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна

АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна (30.3.1943, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ӨПЭЗ‑дә эшләй. 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла, 1998 й. — БДАУ‑ҙа (2005—10 йй. а.х. электр энергияһы м‑н тәьмин итеү һәм ҡулланыу каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2014 й. башлап...

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, галактика

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, Андромеда йондоҙлоғондағы ҙур спираль галактика (NGC 224; M31). Диам. — яҡынса 200 мең яҡтылыҡ йылы. Ҡош юлына иң яҡын тышҡы галактика, Ерҙән 2 млн. яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. БР терр‑яһында Андромеданан саҡ ҡына юғарыраҡ тоноҡ томанлы тап булып йыл әйләнәһенә күренә....

АНДЫҘ

АНДЫҘ (Inula), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: британ А., йәки һарыҡ күҙе, бейек А., йәки дарыу А., герман А., йәки ҡуян күҙе, шөпшә бото, ҡытыршы А., шыраулы А. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы...

АНЕМИЯ, аҙ ҡанлылыҡ

АНЕМИЯ (гр. an- — кире приставка һәм haima — ҡан), аҙ ҡанлылыҡ, ҡан күләме берәмегендә гемоглобин һәм (йәки) эритроциттарҙың кәмеүе. Постгеморрагик (ҡан юғалтыуҙан барлыҡҡа килә), тимер дефицитлы (организмда тимеретешмәгәндә), фолий ҡытлығы (B12 витамины етешмәгәндә), нәҫелдән килгән гемолитик (эритроциттарҙа...

АНЕМОНАСТРУМ

АНЕМОНАСТРУМ (Anemonastrum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Елбегәй затынан айырып сығарылған. Рәсәйҙә 10 төрө билдәле. Башҡортостанда пермь А. үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—65 см. Тамыр яны япрағы бармаҡса теленгән, оҙон һаплы. Нигеҙендә ҡушылып үҫкән бармаҡ...

АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ

АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ, ауыртыуҙы баҫыу, операцияға тиклем, операция ваҡытында һәм унан һуң, ш. уҡ ауыр хәлдәрҙә организмдың йәшәү өсөн мөһим функциялары м‑н идара итеү проблемаларын өйрәнеүсе клиник мед. фәне бүлеге. Башҡортостанда А.һ.р. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. Н.Ғ.Ғатауллин,...

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө йүнәлештәрҙә бер төрлө булмаған материалдар. А.м. кристалдар, магнит үҙенсәлекле һәм утҡа сыҙамлы иретмә һәм ҡорос әҙерләмәләре (табаҡ, сым, ҡойолмалар), ҡайһы бер тәбиғи сығышлы кристалл булмаған матдәләр (мәҫ., үҙағас), сүсле композициялы...

АНИКИЕНКО Пётр Никанорович

АНИКИЕНКО Пётр Никанорович (5.2.1903, Һамар губ. Новоузенский өйәҙе Красный Кут а. — 3.3.1971, Өфө), йырсы (бас). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). 1933 й., 1948 й. Һарытау филармонияһында эшләй, 1934—48 йй. Һарытау һәм Куйбышев ҡҡ. опера театрҙарында йырлай. 1949—63 йй. БДОБТ солисы. Бай обертонлы һәм...

АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ

АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ, мультипликация киноһы, әҫәрҙәре һүрәттәрҙе һәм күләмле композицияларҙы фазалап төшөрөү ысулы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Анимация төрҙәре: һүрәтле, күләмле (ҡурсаҡтар м‑н), күләгәле, күсереп йөрөтөүле, ш. уҡ компьютер графикаһы. Башҡортостанда тәүге анимация фильмын 1967 й. Ә.М.Вәлиев...

АНИМИЗМ

АНИМИЗМ (лат. anima — йән, рух), матди донъялағы бөтә әйберҙәр һәм күренештәр, ш. иҫ. кеше, м‑н идара иткән рухтарҙың, йәндәрҙең барлығына ышаныу. А. аниматизмдан (бар тәбиғәттең һәм айырым тәбиғәт көстәренең эйәһеҙ йәнлелеген күҙаллау) айырыла. Әгәр рух ниндәйҙер айырым йән эйәһе йәки әйбер м‑н бәйләнешкә...

АНИСИМОВА Нина Александровна

АНИСИМОВА Нина Александровна (14.1.1909, С.‑Петербург — 23.9.1979, Ленинград), балет артисы, балетмейстер. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957), РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре. (1957). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1926; педагогтары А.Я.Ваганова, А.В.Ширяев) Ленинград Кесе опера театрының...