Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы 1000—1120 кг/м3; май миҡдары 25—40%, хлороформда яҡшы...

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы — 1000—1120 кг/м3; май миҡдары — 25—40%, хлороформда...

АСФАЛЬТЕНДАР

АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән...

АСФАЛЬТЛЫ‑ЫҪМАЛАЛЫ МАТДӘЛӘР

АСФАЛЬТЛЫ‑ЫҪМАЛАЛЫ МАТДӘЛӘР, тәбиғи һәм техноген сығышлы олигомер системалары. Нефттәрҙә (массаһы б‑са 1—40%), тәбиғи битумдарҙа, асфальттарҙа һәм углеродлы матдәләрҙә була. Асфальтендарҙан һәм ыҫмалаларҙан (ҡара: Нефть ыҫмалалары) тора. Башҡортостан нефттәрендә А.‑ы.м. массаһы б‑са күләме 13‑тән 27%‑ҡа...

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы...

АСЫ ШАРЛАУЫҒЫ

АСЫ ШАРЛАУЫҒЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Архангел р‑ны Асы а. 0,8 км алыҫлыҡта Инйәр й. уң ярында урынлашҡан. Һыу яҡынса 8 м бейеклектәге ҡаялы һикәлтәнән ярға (яҙғы ташҡын ваҡытында — йылғаға) ағып төшә һәм ҡояшта көҙгөнө хәтерләтә. Гидрофил мүк участкалары һәм татырлы һыу ҡаяла эзбизле туф ултырыуына...

АСЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

АСЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 151 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 810 кеше; 1920 — 708; 1939 — 693; 1959 — 693; 1989 — 591; 2002 — 621; 2010 — 818 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

АСЫ, минераль һыу сығанаҡтары

АСЫ, урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нында, Тоҙйылға й. (Инйәр й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Асы а. терр‑яһын үҙ эсенә алған 2 км аралыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14‑е — минераль һыулы. Рифейҙың елмәрҙәк, ҡытау һәм инйәр свиталары тоҡомдарында (һәүерташтар,...

АСЫҒЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМ КОМИССИЯЛАРЫ

АСЫҒЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМ КОМИССИЯЛАРЫ (помголдар). 1921 й. авг. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эргәһендәге Башҡ‑н өлкә помголы (Башпомгол) һәм Өфө губерна башҡарма комитеты эргәһендәге Өфө губерна помголы (Өфө губпомголы) ярашлы рәүештә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡҡ. ойошторола. Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге...

АСЫЛЫКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ

АСЫЛЫКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк р‑ндары биләмәләрендә урынлашҡан. Майҙаны — 47,5 мең га, 37,3%‑ы урман м‑н ҡапланған. Тәбиғи парк терр‑яһында Асылыкүл, Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәге, Алға сығанағы бар. Рельефы убалы тигеҙлек. Дала кәҫле...

АСЫЛЫКҮЛ, Дим й. басс. күл

АСЫЛЫКҮЛ, Айыркүл, Ерупҡан, Ербатҡан, Ҡаратабынкүл, Дим й. басс. күл, БР‑ҙа иң ҙуры. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығышында Олотау, Тубылғаҡ, Оло һәм Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты армыттары араһында, Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны...

АҪ

АҪ (Mustela erminea), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 17—30 см, ауырлығы 180—200 г (ҡайһы ваҡыт 260‑ҡа тиклем). Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа, йәйен һорғолт ерән (ҡорһағы һәм тамағы аҡ), ҡышын аҡ. Башы оҙонса, йомро моронло. Кәүҙәһе һығылмалы, һуҙынҡы....

АҪАБА

АҪАБА, нәҫелдән күсә килгән ер биләү хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) булған община башҡорто. Рәсәй адм.‑идара итеү учреждениеларында А. ҡарата ғәҙәттә “аҫаба”, “аҫаба башҡорт” төшөнсәләре ҡулланылған. Община эсендә дөйөм ерҙәрҙе бергәләп файҙаланғандар, шәхси хужалыҡ алып барғандар (ҡара:...

АҪАБАЛЫҠ

АҪАБАЛЫҠ, ер милкенең бер төрө. Рәсәйҙә 10—11 бб. нәҫелдән нәҫелгә күсә килеүсе ғаилә йәки уртаҡ ер биләмәһе булараҡ барлыҡҡа килә; 13—15 бб. ер биләүҙең төп төрө була. 15—17 бб. поместье (ер биләүҙең шартлы формаһы) м‑н бер рәттән йәшәй. 1714 й. 23 мартындағы тура мираҫлылыҡ т‑дағы указға ярашлы, А. һәм...

АҪАУ-ЗУБОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АҪАУ-ЗУБОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 14 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында, Өфө — Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 385 кеше; 1920 — 560; 1939 — 517; 1959 — 466; 1989 — 117; 2002 — 277; 2010 —...

АҪАУ, Балтас р‑нындағы ауыл

АҪАУ, Сытырман, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Муҡтар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 739 кеше; 1920 — 859; 1939 — 795; 1959 — 691; 1989 — 483; 2002 — 466; 2010 —...

АҪАУБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

АҪАУБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 913 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 804; 1959 — 567; 1989 — 446; 2002 — 411; 2010 — 414 кеше. Сыуаштар...

АҪАУТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

АҪАУТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Оло Әңгәсәк й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 331 кеше; 1920 — 358; 1939 — 282; 1959 — 312; 1989 — 179; 2002 — 145; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар,...

АҪҠАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

АҪҠАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 161 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 194 кеше; 1920 — 479; 1939 — 268; 1959 — 215; 1989 — 430; 2002 — 523; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ

АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Ҡауарҙы а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта Олотау һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девон һәм карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Ауыҙы Бәләкәй Аҫҡын й. (Инйәр й. басс.) кимәленән 70 км бейеклектә урынлашҡан;...