Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЛАЖЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

БАЛАЖЫ, Иглин р‑нындағы ауыл, Кәлтә а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 445; 1939 — 267; 1959 — 263; 1989 — 280; 2002 — 233; 2010 — 215 кеше. Урыҫтар, белорустар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

БАЛАҠАТАЙ ЗАКАЗНИГЫ

БАЛАҠАТАЙ ЗАКАЗНИГЫ. 1963 й. һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а. төньяҡ-көнсығышҡа табан Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 8,2 мең га, терр‑яның 61,1%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы убалар теҙмәһенән...

БАЛАҠАТАЙ МАЙ ҺӘМ СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ

БАЛАҠАТАЙ МАЙ ҺӘМ СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ, 1969 й. Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а. Балаҡатай сыр з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1972 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1976 й. алып Балаҡатай май-сыр комб‑ты, 1996 й. — “Б.м.һ.с.я.к.” ААЙ, 2004 й. ябыла. Комб‑т составына ҡабул итеү-аппарат, май яһау, айыртылмаған һөт...

БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ

БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ- көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Ҡыйғы һәм Мәсетле р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Балаҡатай р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент....

БАЛАЛАЕВ Николай Семёнович

БАЛАЛАЕВ Николай Семёнович (1869—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы ағзаһы. Ырымбур өйәҙе Исаев а. священнигы. Думала уртасыл уңдар фракцияһы ағзаһы. Революция (1917) барышында ҡулға алына. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж....

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ, 1) мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр. Башҡ. поэзияһында балалар өсөн тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 19 б. 2-се яртыһында ижад ителә: Ғ.Соҡоройҙоң “Дөрре Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”) шиғырҙар йыйынтығы, Аҡмулланың тәбиғәт т‑да һәм дидактик‑мәғрифәтсел шиғырҙары,...

БАЛАЛАР ЙОРТО №1

БАЛАЛАР ЙОРТО №1, дәүләт уҡытыу‑тәрбиә учреждениеһы. Ата‑әсәһе революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булған башҡ. балалары өсөн Үҙәк мәктәпкәсә балалар йорто булараҡ Өфөлә 1921 й. Ш.Ә.Хоҙайбирҙин башланғысы м‑н асыла; 1924 й. алып Ш.Хоҙайбирҙин ис. 1‑се мәктәпкәсә башҡ. Б.й., 3‑сө...

БАЛАЛАР ЙОРТТАРЫ

БАЛАЛАР ЙОРТТАРЫ, етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн интернат тибындағы тәрбиә учреждениелары. Б.й. балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, үҙ аллы тормошҡа әҙерләү мәсьәләләрен хәл итә. Балалар сабый йорттарынан, айырым шәхестәрҙән һ.б. ҡабул ителә. Балалар...

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Өфөлә урынлашҡан. 1957 й. 11-се ҡала балалар китапханаһы нигеҙендә Респ. балалар китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондында 190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 170 мең китап, 3,5 мең аудио‑ һәм видеоматериал; 200‑ҙән ашыу төр ваҡытлы матбуғат баҫмаһы...

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ, балалар һәм үҫмерҙәрҙең нормаль йәшәү шарттарынан (даими йәшәү урынының, мед. хеҙмәтләндереүенең юҡлығы), ғаилә йәки дәүләт ҡарауынан мәхрүм булыуы. Б.ҡ. балаларҙың бағыуһыҙлығының, йәғни ата‑әсә йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙең тәрбиә биреү, уҡытыу, аҫрау б‑са вазифаларын тейешенсә...

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ, балалар тарафынан тыңлау йәки башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка. Сағыу образлылыҡ, конкрет йөкмәтке, форманың аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы м‑н билдәләнә. Инструменталь Б.м. программалылыҡ, һүрәтләү, тауыштарҙы оҡшатыу, беренсел жанрҙарға (йыр, бейеү, марш) һәм фольклорға таяныу хас. Балалар...

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ, балалар һәм өлкәндәрҙең киң күләмле ирекле берекмәләре, эшмәкәрлектәренең соц. йүнәлеше, мөнәсәбәттәрҙең демократик стиле, ойошма ағзаларына пед. йоғонто яһау м‑н характерлана. Б.о. соц.-сәйәси (балаларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен, намыҫын һәм дәрәжәһен һаҡлау), соц.‑пед. (үҫмерҙәрҙе...

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР, балаларға тәғәйенләнгән драма, муз. һ.б. театрҙарҙың спектаклдәре; даими эшләүсе проф. театр. Б.ө.т. маҡсаты — театр сәнғәте саралары аша балаларға һәм үҫмерҙәргә идея һәм эстетик тәрбиә биреү. Спектаклдәр балаларҙың йәшенә ҡарап ҡуйыла: мәктәпкәсә йәштәге балалар, бәләкәй, урта...

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ, тормошта ауыр хәлдә ҡалған бәлиғ булмағандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. Дәүләт, дини ойошма, айырым кеше һ.б. башланғысы б‑са ойошторола (ҡара: Хәйриә). Соц. ярҙам үҙәге йәки халыҡты соц. хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге составына инергә мөмкин....

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1980 й. ҡала балалар пульмонология шифаханаһы булараҡ асыла, 1992 й. алып — респ. балалар пульмонология шифаханаһы, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә....

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенең мәктәп йәшендәге балалар өсөн уҡытыу‑тәрбиә биреү учреждениеһы. Өфөлә, Якутов И.С. исемендәге паркта урынлашҡан. 2 км оҙонлоғонда тар колеялы рельслы юлы, хәрәкәттәге составы (тепловоз, 5 пасс. вагоны), вокзалы бар. 2 яҡлы кодлы автоблокировка,...

БАЛАЛАР ФОНДЫ

БАЛАЛАР ФОНДЫ. Рәсәй балалар фондының Башҡ‑н респ. бүлексәһе 1988 й. Өфөлә В.И.Ленин ис. Совет Б.ф. Башҡ‑н респ. бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып — БР Б.ф., 2001 й. — БР Б.ф. — Рәсәй Б.ф. бүлексәһе, 2009 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Төп маҡсаттары: етем, инвалид, соц. яҡланмаған ғаиләлә үҫкән балаларҙың...

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ, балалар ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм хирургик дауалау алымдарын эшләүсе хирургия бүлеге. Респ. фәнни тикшеренеүҙәр 1969 й. БДМИ‑ла профилле каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. Тәүге фәнни эштәр аппендицитты (ш. иҫ. перитонит м‑н ҡатмарлашҡанын) диагностикалау...

БАЛАН

БАЛАН (Viburnum), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Б. үҫә. Япрағы ҡойолоусан, тармаҡлы ҡыуаҡ йәки бәләкәй ағас, бейеклеге 2—5 м. Ҡайырыһы буй ярыҡтары булған һоро‑ҡуңыр...

БАЛАНБАШ, археологик ҡомартҡыһы

БАЛАНБАШ, Абаш мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. ҡарай. Торама Стәрлетамаҡ ҡ. янында Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1934 й. Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. экспедицияһы (етәкс. П.А.Дмитриев, К.В.Сальников) тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1975 й. Воронеж ун‑ты...