Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ҺӘМ СӘНҒӘТЕ ДЕКАДАҺЫ

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ҺӘМ СӘНҒӘТЕ ДЕКАДАҺЫ, Мәскәүҙә милли әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын киң сағылдырған сара. 1955 й. 27 май — 5 июнендә уҙғарыла. Декадаға әҙерлек һуғышҡа тиклемге йылдарҙа уҡ башлана, әммә үткәреү ваҡыты ике тапҡыр (1941 й. һәм 1953 й.) кисектерелә. Б.ә.һ.с.д. Яҙыусылар союзы,...

БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО

БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО, урта урыҫ тоҡомло бал ҡорттарының башҡ. популяцияһы. Башҡа тоҡомдарҙан ҡараһыу һоро төҫө һәм эрерәк булыуы м‑н айырыла. Тән оҙонлоғо (мм): эшсе ҡорттарҙыҡы 12—14, әре ҡорттарҙыҡы 15—17, инә ҡорттарҙыҡы 20— 25. Мороно ҡыҫҡа (5,7—6,3 мм). Ауырлығы (мг): йәш ҡорттарҙыҡы (кәрәҙ күҙәнәгенән...

БАШҠОРТ БАРМАҒЫ

БАШҠОРТ БАРМАҒЫ, Б а р м а ҡ, Сик ауыл, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 120 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Сик й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 156 кеше; 1920 — 215; 1939 — 268; 1959 — 221; 1989 —...

БАШҠОРТ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ

БАШҠОРТ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ, 1) Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумы эргәһендәге БАССР вәкиллеге, БАССР‑ҙың һәм РСФСР-ҙың мәҙәни, иҡт. һәм юридик мөнәсәбәттәрен көйләү маҡсатында булдырылған учреждение. 1919 й. 30 мартында Мәскәүҙә “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында...

БАШҠОРТ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ

БАШҠОРТ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, РККА‑ла, Петроградта РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л.Д.Троцкийҙың 1919 й. 7 окт. бойороғо б‑са Көнсығыш фронттан һәм Көньяҡ фронттан килгән хәрби частар нигеҙендә ойошторола. Тәүҙә төркөм составына 3‑сө Башҡ. кавалерия полкы (360 штык, 240 ҡылыс), 3‑сө Башҡ. уҡсылар полкының...

БАШҠОРТ ҒӘСКӘРЕ

БАШҠОРТ ҒӘСКӘРЕ, 1918 й. — 1919 й. мартында Башҡорт хөкүмәтенең ҡораллы көстәре. Б.ғ. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайының 1917 й. 20 дек. резолюцияһына ярашлы Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге мөдире Ә.Ә.Вәлидов етәкс. ойошторола. 1918 й. февр. башҡорттарҙы Б.ғ. мобилизациялау Ырымбур губерна хәрби‑революцион...

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ, 1909 й. Өфөлә Уҡытыусылар институты булараҡ асыла, 1919 й. алып Халыҡ мәғарифы ин‑ты (1922—24 йй. Халыҡ мәғарифы практик ин‑ты), 1929 й. — Тимирязев К.А. исемендәге Педагогия институты, 1957 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә, 1958—92 йй. Октябрҙең 40 йыллығы исемендә. Университет...

БАШҠОРТ ДИАСПОРАЛАРЫ

БАШҠОРТ ДИАСПОРАЛАРЫ. Башҡорттарҙың Рәсәйҙән күсеп китеүенә 20 — 30‑сы йй. башында революция (1917), Граждандар һуғышы, 30—40‑сы йй. сәйәси репрессиялар, Икенсе донъя һуғышы сәбәпсе була; 80‑се йй. аҙ. алып ирекле этник эмиграция процесы күҙәтелә. РФ‑тан ситтә иң эре Б.д. Ҡаҙағстанда (1989 й. ҡарата...

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1919 й. 4 дек. Стәрлетамаҡ ҡ. 1-се Башҡ. дәүләт драма театры булараҡ ойошторола. 1922 й. Өфөгә күсерелә һәм, Үрнәк татар-башҡорт театры м‑н берләштерелеп, Башҡорт дәүләт драма театры исеме бирелә. 1935 й. театр — академия, 1971 й. М.Ғафури исемен ала. 1924—30 йй....

БАШҠОРТ ИЛСЕКӘЙЕ, Башташ, Салауат р‑нындағы ауыл

БАШҠОРТ ИЛСЕКӘЙЕ, Башташ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 43 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 272 кеше; 1920 — 259; 1939 — 416; 1959 — 392; 1989 — 321; 2002 — 328; 2010 — 337 кеше....

БАШҠОРТ ИНВЕСТИЦИЯ ЙОРТО, ЯАЙ

БАШҠОРТ ИНВЕСТИЦИЯ ЙОРТО, ЯАЙ. Торлаҡ һәм йәмәғәт биналары төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын, төҙөлөштә төбәк хаҡ яһалышын, тауар сығарыу баҙарҙарына маркетинг тикшеренеүҙәре үткәреүҙе, торлаҡҡа ипотека кредиты биреүҙе тормошҡа ашыра; инвестиция проекттары һәм бизнес-пландар эшләй; күсемһеҙ милеккә хаҡ...

БАШҠОРТ ИРЕКЛЕ ОТРЯДТАРЫ

БАШҠОРТ ИРЕКЛЕ ОТРЯДТАРЫ, 1918 й. июль—авг. Бәләкәй Башҡортостан кантондарында Башҡорт хәрби шураһы бойороғо б‑са ойошторола. Бөтәһе 13 Б.и.о. төҙөлә (кантондар исеменә ярашлы атала): Арғаяш (200 кеше), Бөрйән-Түңгәүер (180), Дыуан (200), Ете ырыу (300), Көҙәй (100), Ҡошсо (250), Ҡыпсаҡ (180), Табын...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛДАРЫ (17—18-се бб.)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛДАРЫ (17—18-се бб.), башҡорттарҙың Рус дәүләтенең колониаль сәйәсәтенә (ҡара: Колониялаштырыу) ҡаршы ҡораллы көрәше; Урал—Волга буйы төрки һәм фин‑уғыр халыҡтары милли хәрәкәтенең бер өлөшө. Сәбәптәре: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоу, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛДАРЫ (1735—40)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛДАРЫ (1735—40), башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу, Ырымбур экспедицияһын (1734—44) ойоштороу, батша хөкүмәтенең Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоуы һәм төбәктә колониаль сәйәсәткә күсеүе һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. 3 Б.и. була: 1735—36 йй.,...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1662—64)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1662—64), башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, һалымдарҙың артыуы, Өфө өйәҙе хакимиәтенең башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында ҡалмыҡтарҙың башҡ. ерҙәрен баҫып алыуы Б.и. сәбәп була. Етәкс.: Аҙнағол Ырыҫҡолов,...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1681—84)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1681—84), Сәйет яуы, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, Өфө өйәҙе хакимиәтенең башбаштаҡлығы, һалым һәм йөкләмәләрҙең артыуы, мосолмандарҙы көсләп христианлаштырыуға ынтылыш һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Б.и. Урта Волга һәм Урал буйы мосолмандарын көсләп...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1704—11)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1704—11), Алдар яуы, Күсем яуы, башҡ. ерҙәрен баҫып алыуҙың көсәйеүе, һалым һәм йөкләмәләрҙең артыуы, христианлаштырыуға ынтылыш һәм Өфө воеводаларының башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Инициаторҙар һәм төп көс булып башҡорттар тора, уларға мари,...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1755—56)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1755—56), башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу, һалымдарҙың артыуы, мосолмандарҙы христианлаштырыуға ынтылыш, Ырымбур губернаһы хакимиәтенең башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу м‑н...

БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕ

БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕ, билдәле бер халыҡ төркөмдәренең хужалыҡ итеү ҡоролошона бәйле, малға көтөүлектәр эҙләп, күсеп йөрөүе (ҡара: Күсмә тормош, Малсылыҡ). 5—10 ғаиләнән торған бер күсмә төркөм эсендә ғәҙәттә бер ырыу ағзалары күсеп йөрөгән. Б.й. төрҙәре — яҙлау, йәйләү, көҙләү һәм ҡышлау. Күсеп йөрөү...

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ, башҡ. йәштәре респ. ижт. тормошонда үҙ урынын тапһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. төҙөлә. Халыҡ‑ара төрки йәштәре ойошмаһы (1991 й. алып), Евразия йәштәре союзы (2005 й. алып), Респ....