Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

БАШҠОРТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. Өфөлә урынлашҡан. Башҡ. дәүләт филармонияһы 1939 й. 20 ғин. асыла, 2009 й. Х.Ф.Әхмәтов исеме бирелә. Б.ф. тәүге ижади коллективы составына нигеҙен Башҡ. муз. уч‑щеһын (ҡара: Сәнғәт училищеһы) тамамлаусылар һәм үҙешмәкәр артистар тәшкил иткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф....

БАШҠОРТ ХӘРБИ ШУРАҺЫ

БАШҠОРТ ХӘРБИ ШУРАҺЫ, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге эргәһендәге хәрби шура, 1918 й. 12 июнендә Силәбе ҡ. Башҡорт хөкүмәте фарманы б‑са Башҡорт ғәскәре м‑н идара итеү өсөн ойошторола. Авг. алып Ырымбурҙа урынлаша, дек. Орск өйәҙенең Баймаҡ а. күсә, артабан Темәс а. эшләй. Б.х.ш. составына строевой,...

БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ

БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ, 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡ. респ. башҡарма власының юғары органы. 1917 й. 20 дек. Кесе ҡоролтай тарафынан Ырымбур ҡ. ойошторола. 1918 й. июненән — Силәбе ҡ., авг. яңынан Ырымбурҙа урынлаша, дек. урынын Орск өйәҙенең Баймаҡ а. алмаштыра, артабан Темәс а....

БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, Башҡортостанда б.э. 2‑се мең йыллығының 1‑се ярт. ҡәбилә һәм ырыу берләшмәләре. 14—16 бб. төбәктең көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарында Ете ырыу берләшмәһе (бөрйән, тамъян, түңгәүер, үҫәргән ырыуҙары һәм ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡара-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡ һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары)...

БАШҠОРТ ЭШТӘРЕ КОМИССИЯҺЫ

БАШҠОРТ ЭШТӘРЕ КОМИССИЯҺЫ, идара итеүҙең ғәҙәттән тыш органы, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу һәм Башҡортостанда соц.‑иҡт. хәлде яйға һалыу сараларын эшләү өсөн императрица Анна Иоанновнаның 1735 й. 13 авг. указы б‑са Минзәлә ҡ. ойошторола. Комиссияға ш. уҡ Әстерхан һәм Ҡазан губерналары буйһона....

БАШҠОРТ ЯҘЫУЫ

БАШҠОРТ ЯҘЫУЫ, башҡорт телендә телмәрҙе теркәү билдәләре системаһы. Яҙыуҙың алфавит системаһы индерелгәнгә тиклем башҡорттар тамғалар м‑н файҙаланған; фаразланыуынса, боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланғандар. Урал‑Волга буйы төрки тилен файҙаланыу осоронда ғәрәп яҙыуы ҡулланыла һәм ул беренсе башҡ. алфавитының...

БАШҠОРТ ЯРУСЫ

БАШҠОРТ ЯРУСЫ, карбондың урта бүлегенең түбәнге бүлексәһе. Серпухов ярусында ята, мәскәү ярусы менән ҡаплана. С.В.Семихатова Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Еҙем һәм Йүрүҙән йй. бассейндарында Үрге Лука ҡасабаһы (Силәбе өлкәһе) янындағы Йүрүҙән й. типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә (1934)....

БАШҠОРТ‑БӨРКӨТ ҠУРҒАНДАРЫ

БАШҠОРТ‑БӨРКӨТ ҠУРҒАНДАРЫ, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Күгәрсен р‑ны Баш-Бөркөт а. төньяҡ-көнсығыш ситендә уба түбәһендә урынлашҡан. 1968 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй. өйрәнелә. Ҡомартҡы 3 ҡурғандан (диам. 6—7 м, бейеклеге 0,3 м) тора, уларҙың һәр береһендә берәр ҡәбер табылған....

БАШҠОРТ, хан

БАШҠОРТ, Дон ҡыпсаҡтары ханы. Урыҫ кенәздәренең үҙ‑ара һуғыштарында ҡатнаша. 1151 й. 5 майында Рут й. буйында Б., Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәздәре Владимир һәм Изяслав Давыдовичтарҙың союздаш ғәскәрҙәре бөйөк Киев кенәзе Изяслав Мстиславович сиреүенән еңелә. 1160—62 йй. Б. Изяслав...

БАШҠОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН, 1) ҡара: Башҡортостан Республикаһы. 2) Башҡорттар йәшәгән тарихи‑геогр. өлкә. Урта Уралдың көньяҡ өлөшөн, Көньяҡ Уралды, Урта Волга аръяғын, Урал алдын (Волга һәм Урал йй. араһына тиклем) һәм Урал аръяғын (Тубыл й. тиклем) үҙ эсенә ала. Б. сиктәре төньяҡта Чусовая һәм Тура йй. тиклем,...

БАШҠОРТОСТАН (КӨНЬЯҠ) УРАЛЫ

БАШҠОРТОСТАН (КӨНЬЯҠ) УРАЛЫ, Урал тауҙарының Юрма тауы (1002 м, Силәбе өлк.) киңлегенән алып БР‑ҙың көньяҡ адм. сигенә тиклемге өлөшө. Майҙаны — яҡынса 36 мең км2. Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә тура килә, унда респ. Төп Урал һынылышы м‑н сикләнгән Үҙәк Урал ҡалҡыуы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы айырылып...

БАШҠОРТОСТАН АВТОВОКЗАЛДАР ҺӘМ ПАССАЖИРҘАР АВТОСТАНЦИЯЛАРЫ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

БАШҠОРТОСТАН АВТОВОКЗАЛДАР ҺӘМ ПАССАЖИРҘАР АВТОСТАНЦИЯЛАРЫ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, “Башавтотранс” ДУП‑ы филиалы. Ҡала яны, ҡала‑ара, төбәк-ара бәйләнештәрҙә пассажирҙар йөрөткән. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына 19 автовокзал, 43 автостанция, БР‑ҙың ҡала һәм торама пункттарында 4 касса пункты ингән. 2010 й....

БАШҠОРТОСТАН АГРОCӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ КАДРҘАРЫН ЯҢЫНАН ӘҘЕРЛӘҮ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ

БАШҠОРТОСТАН АГРОCӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ КАДРҘАРЫН ЯҢЫНАН ӘҘЕРЛӘҮ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәмә проф. белем биреү учреждениеһы. 1992 й. Өфөлә Башҡ‑н АСК м‑н идара итеү мәктәбе һәм БАХИ‑ның квалификация күтәреү ф‑ты нигеҙендә асыла, 2011 й. алып Аграр университеттың Өҫтәмә проф. белем...

БАШҠОРТОСТАН АҘЫҠ-ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ, ЯСЙ

БАШҠОРТОСТАН АҘЫҠ-ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Он, ярмалар, мал аҙығы ҡатнашмалары; производство ҡалдыҡтарынан яғыулыҡ брикеттары етештерә. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1996 й. нигеҙ һалына. Составы: универсаль (1999 й. нигеҙләнгән), тары ярмаһы (1998), ҡарабойҙай ярмаһы (2001), ҡатнаш мал аҙығы, брикет (икеһе...

БАШҠОРТОСТАН АРМАТУРА ЗАВОДЫ, ЯСЙ

БАШҠОРТОСТАН АРМАТУРА ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Үткәргес торба арматураһы, һыу магнит фильтрҙары һ.б. етештерә. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1996 й. нигеҙ һалына. Составы: инструмент, ҡойоу, механика цехтары (бөтәһе лә 1996 й. нигеҙләнгән). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә (яҡынса 80%‑ы) һатыла. Тәрж....

БАШҠОРТОСТАН БАҠЫР-КӨКӨРТ КОМБИНАТЫ, ААЙ

БАШҠОРТОСТАН БАҠЫР-КӨКӨРТ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Баҡыр, баҡыр-цинк мәғдәндәрен сығарыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, ҡырсынташ етештереүҙе тормошҡа ашыра. Сибай ҡ. урынлашҡан. Составы: Сибай байыҡтырыу ф‑каһы (1959 й. нигеҙләнгән), Сибай ер аҫты руднигы, Баҡырүҙәк, Балтатау, Ҡамаған, Сибай мәғдән карьерҙары, эзбизташ...

БАШҠОРТОСТАН БИОХИМИЯ КОМБИНАТЫ

БАШҠОРТОСТАН БИОХИМИЯ КОМБИНАТЫ, 1972 й. Благовещен ҡ. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1998 й. алып “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. ябыла. 1976—86 йй. комб‑т н‑парафиндарҙан (паприн) мал аҙығы аҡһымы, 1986—93 йй. синтетик этил спиртынан мал аҙығы сүпрәһе, “С” цитохромы,...

БАШҠОРТОСТАН БУҪТАУ КОМБИНАТЫ

БАШҠОРТОСТАН БУҪТАУ КОМБИНАТЫ. 1852 й. Бәләбәй өйәҙендә Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы (ҡара: Алафузов буҫтау фабрикаһы) булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. алып Б.б.к., 1993 й. — ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына йөн йыуыу производствоһы (1971), аппарат-иләү (1‑се һәм 2‑се ҡаттары — 1900 й., 3‑сө ҡаты 1974 й....

БАШҠОРТОСТАН ВАҠЫТЛЫ РЕВОЛЮЦИОН СОВЕТЫ

БАШҠОРТОСТАН ВАҠЫТЛЫ РЕВОЛЮЦИОН СОВЕТЫ, Автономиялы Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы, 1918 й. 17 февр. Ырымбур ҡ. “Тулҡын” башҡ. йәштәре ойошмаһының һәм Башҡортостан кантондарынан Башҡорт милли хәрәкәте йәш башҡ. революционер‑активистарының дөйөм йыйылышында ойошторола. Апр. алып Стәрлетамаҡ...

БАШҠОРТОСТАН ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ, Контрреволюция, спекуляция һәм вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса Башҡортостан өлкә ғәҙәттән тыш тәфтиш комиссияһы, БЧК, Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты ҡарары б‑са 1919 й. 3 мартында Орск өйәҙе Темәс а. ойошторола. Апр. — Саранск ҡ., авг. Стәрлетамаҡ...