Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР

БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР, башҡорт фольклорында — мәҫәл, көләмәс, лаҡап, көлдөрөк, йомаҡ‑көләмәс, ымһындырыҡ. Лаҡап, нигеҙендә ҡушамат йәки урынһыҙ әйтелгән һүҙгә бәйле ысын булған көлкөлө ваҡиға ятҡан, ерле (локаль) мәҡәл, тапҡыр һүҙ урынына ҡулланылыусы фразеологик берәмек. Л.  тарихын һөйләһәң,...

БӘЛӘТӘР, һырт

БӘЛӘТӘР, Бәләтүр, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. төньяҡтараҡ Ағиҙел һәм Алағуян (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 6 км, абс. бейеклеге 790 м (Серекәй тауы). Рельефы Алағуян һәм Бөһөндө...

БӘЛЕШ

БӘЛЕШ, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Эслек һалып сөсө ҡамырҙан бешерелгән өҫтө ябыҡ түңәрәк ризыҡ. Эслек өсөн ит, ҡаҙ үпкә‑бауыры, ярма (тары, дөгө), йәшелсә (картуф, ҡабаҡ), татлы Б. өсөн емеш‑еләк (балан, ҡайын еләге) ҡулланыла. Итһеҙ Б. мул итеп май ҡушып әҙерләнә. Итле Б. табынға эҫе көйө...

БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ

БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14—15 бб. ҡарай. Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а. эргәһендә урынлашҡан. 1968 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй. тикшерелә. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролма. Кәшәнәнең түбәнге ярусы планда тура мөйөшлө (8,8×6,9 м) булған, өҫкөһө —...

БӘНИБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БӘНИБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 209 кеше; 1920 — 244; 1939 — 241; 1959 — 133; 1989 — 134; 2002 — 166; 2010 — 150 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс...

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...

БӘПЕМБӘ

БӘПЕМБӘ (Taraxacum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы көпшә рәүешендә, 20—50 см бейеклектә. Япрағы йоҡа, йәшел, шыма ситленән кәмә һымаҡ ҡауырһын бүлемлегә...

БӘРӘКӘТУЛЛА Мөхәммәт

БӘРӘКӘТУЛЛА Мөхәммәт (1858 йәки 1859, Бхопал ҡ., Һиндостан — 1927, Сан‑Франциско ҡ., АҠШ), Һинд милли‑азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Һиндостан милли конгресы һәм Мосолман лигаһы партиялары ағзаһы. 1915 й. Кабулда эмигранттар төҙөгән ирекле Һиндостандың Ваҡытлы хөкүмәте премьер-министры итеп һайлана. 1922 й....

БӘРҘӘСЛЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

БӘРҘӘСЛЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Бәрҙәсле й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 324 кеше; 1959 — 915; 1989 — 168; 2002 — 141; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡы а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 137 км алыҫлыҡта Павловка һыуһаҡлағысы янында Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 534; 1939 — 551; 1959 — 681; 1989 — 240; 2002 — 204;...

БӘРҘЕ ҠУРҒАНЫ V

БӘРҘЕ ҠУРҒАНЫ V, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Бәрҙе а. эргәһендә Бәрҙе й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Ырымбур пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкселәре Д.В.Мещеряков, Н.Л.Моргунова) тарафынан 1994 й. асыла һәм 1994—95 йй. тикшерелә. 24—25 м диам.,...

БӘРҘЕШЛЕ, Ишембай р‑нындағы ауыл

БӘРҘЕШЛЕ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Шыға й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 1010; 1939 — 1042; 1959 — 688; 1989 —249; 2002 — 254; 2010 — 212 кеше. Урыҫтар...

БӘРЕЙ, миф. персонажы

БӘРЕЙ, пәрей, бире, башҡ. мифологияһында яуыз рух — ел хужаһы. Иран пәрейҙәренә барып тоташа. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарҙа асыҡ ҡиәфәт‑килбәте булмаған ҡөҙрәтле көс һанала, кешегә әҙәм йәки хайуан (айыу, өйрәк, бесәй һ.б.) булып күренә. Кеше ҡиәфәтенә ингән Б. күҙгә...

БӘРҪЕҮӘН, Благовар р‑нындағы ауыл

БӘРҪЕҮӘН, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 18 км һәм Благовар т. юл ст. 19 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 184 кеше; 1959 — 183; 1989 — 143; 2002 — 135; 2010 — 146 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ямаҡай...

БӘРҪЕҮӘНБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

БӘРҪЕҮӘНБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 927 кеше; 1920 — 1295; 1939 — 871; 1959 — 887; 1989 — 357; 2002 — 308; 2010 — 265 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

БӘТКЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БӘТКЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 23 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 477 кеше; 1920 — 501; 1939 — 386; 1959 — 241; 1989 — 108; 2002 — 122; 2010 — 146 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БӘХТЕГӘРӘЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БӘХТЕГӘРӘЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Мерәҫ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 21 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 370 кеше; 1920 — 491; 1939 — 201; 1959 — 161; 1989 — 113; 2002 — 95; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БӘХТЕЙӘР ҠАНҠАЕВ

БӘХТЕЙӘР ҠАНҠАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв бригадиры. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы Аҡа а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны Оло Аҡа а.) мишәрҙәренән. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Әбделйәлил Ырыҫҡолов һәм Әҙел Биғәшев м‑н берлектә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядтарын төҙөй, Салауат...

БӘХТЕЙӘРОВ Әнүәр Сәхибгәрәй улы

БӘХТЕЙӘРОВ Әнүәр Сәхибгәрәй улы [10.12.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 25.6.1995, Яңауыл ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1989), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1971), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1987). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын...

БӘХТЕЙӘРОВ Рауил Ҡотдос улы

БӘХТЕЙӘРОВ Рауил Ҡотдос улы [4.1.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡашҡалаша а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 30.3.2001, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—88 йй. “Нефтепроводмонтаж” тресының (Өфө) 74‑се төҙөлөш-монтаж идаралығында слесарь-монтажсы,...