Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович

БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович (2.3.1939, Мәскәү ҡ. — 20.11.2021, шунда уҡ), баянсы, педагог, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Гнесиндар исемендәге Музыкаль-педагогия институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1963; Н.Я.Чайкин класы). 1963—68 йй....

БЕМЫШ ЗАВОДЫ

БЕМЫШ ЗАВОДЫ, 1755 й. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Бемыж й. (Вятка й. басс.) буйында Осокиндар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Осокиндар, 1777 й. алып Е.И.Лебедев, 1866 й. — ҡаҙна, 1878 й. — А.А.Лебедев. 1756 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе;...

БЕНАРДАКИҘАР, завод хужалары

БЕНАРДАКИҘАР, завод хужалары. Дмитрий Егорович Б. (1802—19.6.1870, С.‑Петербург), гвардия поручигы. 1837 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826) Үрге Троицк заводын, Түбәнге Троицк заводын һәм Өҫән‑Ивановка заводын, 1859 й. Әүжән‑Петровск заводтарын һатып ала. 1852 й. Алафузов буҫтау фабрикаһын төҙөй. Бәләбәй...

БЕНЗИНДАР

БЕНЗИНДАР, tҡайнау 35—205°С булған төрлө структур төҙөлөшлө углеводородтар ҡатнашмаһы. Тәғәйенләнеше б-са авиация (tҡайнау 40—180°С) һәм автомобиль Б. (tҡайнау 35—205°С), Б.‑эреткестәргә (tҡайнау 80—120°С булған “Галоша” Б. һәм tҡайнау 165—200°С булған уайт‑спирит); ҡулланыу шарттары б‑са ҡышҡы һәм...

БЕНЗОЛ

БЕНЗОЛ, C6H6, иң ябай ароматик углеводород. Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м3. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары т‑ралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары...

БЕНЗПИРЕН

БЕНЗПИРЕН, бензопирен, C20H12, полициклик ароматик углеводород. Б. молекулаһы быуынлап тоташтырылған 5 циклдан тора (ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр). 2 изомер рәүешендә була (1,2‑Б. һәм 4,5‑Б.). Һәүерташ, таш күмер һ.б. ыҫмалаларҙа бар, уларҙан экстракция ысулы м‑н алына. tиреү 178—179°С,...

БЕНИН Владислав Львович

БЕНИН Владислав Львович (24.7.1954, Пенза ҡ.), педагог, культуролог. Филос. ф. канд. (1984), пед. ф. д‑ры (1996), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Л.А.Бениндың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) СДПИ‑ла эшләй. 1977 й. алып БДПУ-ла:...

БЕНИН Лев Аронович

БЕНИН Лев Аронович (23.12.1928, Харьков ҡ. — 30.12.2012, Өфө), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1981) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Урал театр ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1950) Иркутск драма театры, 1953—96 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актёры. Б. ижадында урыҫ...

БЕНТОС

БЕНТОС (гр. bénthos — тәрәнлек), һыу ятҡылыҡтары төбөндәге ләмдә һәм уның өҫтөндә йәшәүсе организмдар берләшмәһе. Үҫемлек (фитобентос) һәм хайуан (зообентос) Б. айырып йөрөтөлә. Фитобентостың күп төрҙәре һыу төбөнә тамырҙары йәки ризоидтары м‑н нығына; уларҙың ҡайһылары тулыһынса һыуҙа була (йәшел ылымыҡтар,...

БЕНЬКОВСКАЯ Галина Васильевна

БЕНЬКОВСКАЯ Галина Васильевна (7.3.1955, Гурьев ҡ.), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009). В.Г.Беньковскийҙың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1972—73 йй. һәм 1982 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н), 2012 й. алып топ ғилми хәҙм-р. 1978—82 йй., 1991—92 йй. Органик химия ин‑тында (1992...

БЕНЬКОВСКИЙ Василий Григорьевич

БЕНЬКОВСКИЙ Василий Григорьевич (25.1.1912, Одесса ҡ. — 20.1.1986, Өфө ҡ.), физик‑химик. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА академигы (1967). Химия фәндәре докторы (1952), профессор (1953). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). Одесса университетын тамамлағандан һуң (1940) Ҡаҙағстанда эшләй: 1949 й. алып Ҡаҙаҡ...

БЕР ӨЛӨШЛӨЛӘР

БЕР ӨЛӨШЛӨЛӘР, лилиопсидтар (Monocotyledone, йәки Liliopsida), сәскәле үҫемлектәр класы, бәбәге бер орлоҡ өлөшөнә эйә. 4 ярым класы (Alismatide, Arecide, Liliidae, Triuridide), 38 рәте, 104 ғаиләһе, 3 мең заты һәм яҡынса 63 мең төрө билдәле. Бөтә континенттарҙа таралған, бөтә ерҙә лә үҫә, Ерҙең үҫемлек...

БЕРӘТӘК, Бөрйән р‑нындағы ауыл

БЕРӘТӘК, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 71 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 185 км алыҫлыҡта Берәтәк й. (Ағиҙел й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 58 кеше; 1920 — 27; 1939 — 139; 1959 — 401; 1989 — 380; 2002 — 422; 2010 — 424 кеше. Башҡорттар йәшәй...

БЕРГ Генрих Артурович

БЕРГ Генрих Артурович (15.9.1933, Өфө — 25.2.2018, шунда уҡ), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1993), РФ‑тың почётлы нефтехимигы (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан...

БЕРҒАҘАНДАР

БЕРҒАҘАНДАР (Pelecanus), ишкәк аяҡтар отрядының берғаҙандар ғаиләһенә ҡараған ҡош заты. 6 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бөҙрә Б. һәм ал Б. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 160—180 см (ал Б. 140—175 см), ауырлығы 14 кг тиклем. Ата Б. ҙурыраҡ. Бөҙрә Б. ҡауырһын ҡапламы асыҡ һоро, ал Б. —...

БЕРҒАМЫТ

БЕРҒАМЫТ, урғылыусы карст сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Хажы а. көньяҡҡа табан 350 м алыҫлыҡта урынлашҡан. Урта карбон (эзбизташ) һәм аҫҡы пермь (ҡомташ) тоҡомдарынан торған Ыласын тауы итәктәрендә 219,5 м бейеклектә ағып сыға. Дебиты 780— 1300 л/ с. Һыуы сөсө (0,2 г/л), гидрокарбонатлы...

БЕРҘӘМ ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ СИСТЕМАҺЫ

БЕРҘӘМ ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ СИСТЕМАҺЫ, юғары көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары м‑н берләштерелгән һәм ҙур терр‑яны энергия м‑н тәьмин итеүсе бер нисә электр энергияһы системаһы йыйылмаһы. Электр м‑н тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын күтәреүгә, резерв һәм көсөргәнешле режим ҡеүәттәрен...

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө, Мәләүез р‑ны сиктәрендә Ағиҙел й. (уға Нөгөш й. ҡойған урынға тиклем) уң ярында урынлашҡан. Иҫке үҙән күлдәре м‑н бергә һыубаҫар туғайҙы һәм унан өҫтәге киртләстәрҙе биләй. Б.а.м. торамалар, торалар һәм ҡәберлектәр инә....

БЕРЕГОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

БЕРЕГОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 976 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 762; 1959 — 370; 1989 — 174; 2002 — 150; 2010 — 129 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович (1924, Төркөстан АССР‑ының Кременчуг а. — 10.4.1944, Перекоп муйыны, Ҡырым АССР‑ының Суворов а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авгусына тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында слесарь булып эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла....