Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИКБУЛАТОВ Фәрит Хәйбулла улы

БИКБУЛАТОВ Фәрит Хәйбулла улы [8.8.1936, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Мәҡсүт а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 25.11.2016, Өфө], йырсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1978) артисы. Ш.Х.Бикбулатовтың ҡустыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1969; А.Х.Чемборисова класы), БДУ‑ны (1981) тамамлаған. 1968 й. алып БАССР‑ҙың Телевидение...

БИКБУЛАТОВ Шәһит Хәйбулла улы

БИКБУЛАТОВ Шәһит Хәйбулла улы [8.12.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мәҡсүт а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 16.9.2001, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1991), проф. (1995). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Х.Бикбулатовтың ағаһы. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Өфө, 1956), КПСС ҮК...

БИКБУЛАТОВА Әлфиә Нәжих ҡыҙы

БИКБУЛАТОВА Әлфиә Нәжих ҡыҙы (5.11.1951, Өфө), аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Н.Т.Бикбулатовтың ҡыҙы. ББДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1976 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре респ. химия сәнәғәте эшселәренең һәм Өфөлә йәшәүселәрҙең...

БИКБУЛАТОВА Зәйтүнә Ислам ҡыҙы

БИКБУЛАТОВА Зәйтүнә Ислам ҡыҙы [28.5.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сафар а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 23.2.1992, Өфө], актриса. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930;...

БИКБУЛАТОВА Ләлә Исмәғил ҡыҙы

БИКБУЛАТОВА Ләлә Исмәғил ҡыҙы (2.4.1925, Өфө — 6.7.1997, Мәскәү, тыуған ҡалаһында ерләнгән), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). И.Х.Ишмөхәмәтовтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) шунда уҡ эшләй; 1966 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар...

БИКЕС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

БИКЕС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 306 кеше; 1920 — 381; 1939 — 319; 1959 — 368; 1989 — 275; 2002 — 313; 2010 — 299 кеше. Башҡорттар...

БИКЕШ ҠУРҒАНДАРЫ

БИКЕШ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 14—12 бб. — б.э. 8—9 бб. археологик ҡомартҡылары. Баймаҡ р‑ны Бикеш а. янында Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. Н.А.Мәжитов һәм А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла һәм 1972—74 йй. өйрәнелә. 6 ҡурғанлы ҡәберлек асыҡланған. Өйрәнелгән 5 ҡурған төркөмөнөң һәр береһендә тупраҡ...

БИКЕШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БИКЕШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Бикеш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 461 кеше; 1939 — 1078; 1959 — 1225; 1989 — 843; 2002 — 775; 2010 — 711 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория,...

БИКЕШ, Игеҙәк, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

БИКЕШ, Игеҙәк, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 283 кеше; 1920 — 201; 1939 — 296; 1959 — 501; 1989 — 163; 2002 — 182; 2010 — 192 кеше....

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан. Аҙнағол Ырыҫҡолов менән шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу тураһында хөкүмәт етәкселәре менән һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында...

БИКЙӘН, Борай р‑нындағы ауыл

БИКЙӘН, Борай р‑нындағы ауыл, Борай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Һары й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 431 кеше; 1920 — 405; 1939 — 236; 1959 — 228; 1989 — 276; 2002 — 228; 2010 — 183 кеше. Удмурттар йәшәй (2002)....

БИККЕНИН Ирек Әнәс улы

БИККЕНИН Ирек Әнәс улы (17.11.1958, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2003). СССР ЭЭМ‑ының Омск юғары милиция мәктәбен тамамлаған (1981), 1984 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1985 й. башлап ӨЮИ‑ла: 2000 й. алып уҡыу‑уҡытыу бүлеге нач., 2004—09 йй. институттың уҡыу-...

БИКҠОЛ (Бикҡолов) Шәриф Сәғәҙәтулла улы

БИКҠОЛ (Бикҡолов) Шәриф Сәғәҙәтулла улы [28.5.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыман а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 3.9.1995, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...

БИКҠОЛ ТОРАМАЛАРЫ

БИКҠОЛ ТОРАМАЛАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары. Б.э.т. 16—15 бб. ҡарай. 2 торама асыҡланған. I Б.т. Миәкә р‑ны Бикҡол а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Миәкә й. һул ярында урынлашҡан. 1967 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1984 й. Ю.А.Морозов, 1995 й. Г.Т.Обыдённова өйрәнә. 296 м2...

БИКҠОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

БИКҠОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Аналыҡ й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 224; 1939 — 177; 1959 — 206; 1989 — 231; 2002 — 240; 2010 — 292 кеше. Башҡорттар...

БИКҠОЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

БИКҠОЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 420; 1939 — 129; 1959 — 282; 1989 — 282; 2002 — 291; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

БИКҠОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл

БИКҠОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 518 кеше; 1920 — 576; 1939 — 533; 1959 — 466; 1989 — 268; 2002 — 299; 2010 — 200 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

БИКҠОЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл

БИКҠОЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Олокүл (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 135 кеше; 1920 — 122; 1939 — 146; 1959 — 195; 1989 — 119; 2002 — 124; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БИКҠОЛОВ Әҡдәс Закир улы

БИКҠОЛОВ Әҡдәс Закир улы (2.3.1927, Бөгөлмә ҡ. — 5.12.2013, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1968), проф. (1971). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1951) шунда уҡ эшләй: 1960—64 йй. технология ф-ты деканы, 1962—94 йй. нефтехимия һәм химик технология каф....

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы (25.3.1944, Чкалов өлкәһе Ғабдрафиҡ а. — 23.7.2016, Өфө ҡ.), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1971—2004 йй. “БЭТО” ААЙ‑ында механик йыйыу эштәре слесары булып эшләй. Цехта хеҙмәтте ойоштороуҙың бригада системаһын индереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Махсус техника аппаратураһы...