Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОҘАЯҘБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БОҘАЯҘБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта Боҙаяҙ й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 142 кеше; 1959 — 112; 1989 — 71; 2002 — 108; 2010 — 77 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). 1915 й. һәм...

БОҘҘАҒЫ МОТОУҘЫШТАР

БОҘҘАҒЫ МОТОУҘЫШТАР, мотоспорт төрө, тректың боҙ юлы буйлап махсус мотоциклдарҙа (500 см3 класлы, тормозһыҙ, шиндары 28 мм тиклем еткән сөйҙәр м‑н) уҙышыу. 20 б. 50—90‑сы йй. ярыштар ш. уҡ 125, 175, 350 см3 һәм 1959 й. 750 см3 класлы коляскалы мотоциклдарҙа үткәрелә. Шәхси, команда һәм парлы ярыштарға...

БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы

БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22.5.1945, БАССР-ҙың Салауат р-ны Лағыр а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2006). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә...

БОЗОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

БОЗОР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Бозор а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 782 кеше; 1920 — 1033; 1939 — 1066; 1959 — 878; 1989 — 652; 2002 — 591; 2010 — 486 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

БОЙҘАГӨЛ, гладиолус

БОЙҘАГӨЛ, гладиолус (Gladiolus), күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның көнбайыш райондарында һәм Африкала таралған. Башҡортостанда нәҙек Б. үҫә. Ваҡ бүлбе-һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы нәҙек, төҙ, ябай, ҡайһы ваҡыт тармаҡлы, 40—70 см бейеклектә....

БОЙҘАЙ

БОЙҘАЙ (Triticum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Донъяның күп илдәрендә таралған яҡынса 30 ҡырағай һәм культуралы төрө билдәле. Башҡортостанда йомшаҡ һәм ҡаты Б. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 30—200 см бейеклектәге һалам. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — ҡатмарлы...

БОЙҘАН

БОЙҘАН (Melilotoides), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ялпаҡ емешле Б., йәки турухания үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, дүрт тупаҫ ҡырлы, тармаҡлы, ярым яланғас, 20—110 см бейеклектә. Япрағы өсәрле, уларҙың өлөштәре эллипс...

БОЙКО Виталий Иванович

БОЙКО Виталий Иванович (29.1.1936, Одесса өлк. “Белая Криница” с‑зы), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1980), проф. (1986). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1962 й. тиклем Волгоград өлк. Жирновск ҡ., 1965 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (1983 й....

БОЙЛЕР

БОЙЛЕР (ингл. boiler — ҡаҙан, ҡайнатҡыс), электр энергияһы, йәки яғыулыҡ яныуы продукттары йылылығы йәки башҡа шыйыҡлыҡ, пар, газ йылылығы иҫәбенә пар йәки эҫе шыйыҡлыҡ алыу өсөн техник ҡоролма. Уларҙа файҙаланылыусы йылылыҡ алмаштырғыс элементтың төрөнә ҡарап торба тышлыҡлы һәм пластиналы Б. айыралар....

БОЙЧЕВ Игорь Николаевич

БОЙЧЕВ Игорь Николаевич (10.7.1927, Өфө — 14.7.1999, шунда уҡ), инженер-технолог. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) ӨМЭПБ‑ла эшләй: инженер-технолог, өлкән инженер-технолог, 1952 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1956 й. — бүлек нач., 1961 й. — цех нач., 1966 й. — М‑412 двигателдәрен етештереү б‑са дир. урынбаҫары,...

БОКОВ Владимир Александрович

БОКОВ Владимир Александрович (24.5.1941, Стәрлетамаҡ ҡ.), географ-ландшафт белгесе, эколог. Геогр. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). Ҡырым Респ. (2000) һәм Украинаның (2004) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. БДУ-ны тамамлаған (1964). 1967 й. алып — БДУ‑ла, 1973 й. — Удмурт ун‑тында (Ижевск), 1980 й. алып —...

БОКС

  БОКС (ингл. box, һүҙмә-һүҙ — һуғыу), спорт төрө, ҡара-ҡаршы көрәш, рингыла айырым ҡағиҙәләр б‑са махсус бирсәткәләрҙә йоҙроҡ һуғышы. Башҡортостанда Б. үҫеше 1920 й. Өфөлә тәүге Б. секцияһы асылыуға бәйле (ойоштороусыһы — проф. көрәшсе Н.В.Соловей). 1940 й. Башҡ. физик культура техникумында (ҡара:...

БОКСИТТАР

БОКСИТТАР, башлыса алюмин гидроокисы минералдарынан — гиббсит, бёмит һәм диаспорҙан торған тау тоҡомдары. Ташлы, йомшаҡ, балсыҡҡа оҡшаш Б. айыралар. Структураһы борсаҡлы, гравелитлы һ.б.; текстураһы киң, ҡатламлы. Төҫө ҡуйы ҡыҙыл, көрән, һоро, ҡара, йәшел. Глинозём һәм алюмин алыу өсөн төп мәғдән; флюс,...

БОЛАН КУЛЬТЫ

БОЛАН КУЛЬТЫ, кеше м‑н тотем хайуан — болан араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә ышаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге традицион дини инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең...

БОЛАН-ҠУҢЫҘ(Lucanus cervus)

БОЛАН-ҠУҢЫҘ (Lucanus cervus), ҡаты ҡанатлылар отрядының мөгөҙлө ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала һәм Төньяҡ Африкала таралған. Инә ҡуңыҙҙың тән оҙонлоғо 28—45 мм, атаныҡы 30—55 (өҫкө яңағы м‑н бергә 75 мм тиклем). Төҫө ҡара, ҡанат өҫтө көрән. Енси диморфизм хас: ата бөжәктең өҫкө яңағы формаһы...

БОЛАН, ауыл

БОЛАН, ауыл, 1959 й. алып Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһы эсендә. 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә украин күскенселәре нигеҙ һала. 1902 й. 60 йортло (257 ир‑ат иҫәпкә алынған) Никулинский, 1906 й. 67 йортло (земство мәктәбе, мөгәзәй булған) Никулин (Б.) исеме м‑н теркәлгән. 30‑сы йй. алып Б. булараҡ иҫәпкә алынған....

БОЛАН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

БОЛАН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Шаровка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорҫаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 117 кеше; 1920 — 204; 1939 — 417; 1959 — 531; 1989 — 271; 2002 — 261; 2010 — 409 кеше. Урыҫтар йәшәй...

БОЛАНДЕР ФРУЛЛЯНИЯҺЫ (Frullania bolanderi)

БОЛАНДЕР ФРУЛЛЯНИЯҺЫ (Frullania bolanderi), мүк һымаҡтар төрө. Йомшаҡ һорғолт йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ ике өйлө ваҡ бауыр мүге. Һабағы тармаҡлы, йыш ҡына ҡыҫҡа мурт, япраҡһыҙ үренделәр (флагеллалар) м‑н тамамлана. Япрағы — ике ҡалаҡса; өҫкөһө эре, йомро йәки оҙонса, аҫҡыһы бәләкәй,...

БОЛАНУТ

БОЛАНУТ (Chamerion), ҡыртан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7—8 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда тар япраҡлы Б. үҫә. Күп тамыр үҫентеле, йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы аҙ тармаҡлы, төҙ, ҡуйы япраҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы...

БОЛАНҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл

БОЛАНҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 139; 1989 — 117; 2002 — 119; 2010 — 104 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б....