Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУРТАКОВКА, Мәсетле р‑нындағы ауыл

БУРТАКОВКА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 34 кеше; 1920 — 27; 1939 — 204; 1959 — 343; 1989 — 270; 2002 — 289; 2010 — 248 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

БУРТАСТАР

БУРТАСТАР, фаразланыуынса, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Урта быуат авторҙары хеҙмәттәрендә (Ибн Руста, Истахри, Ибн Хаукаль, Масуди һ.б.) телгә алына. Формалашыу өлкәһе — Волга й. урта ағымының уң яры, тип фаразлайҙар Археолог А.Х.Халиҡов фекере б‑са, Б. 8—9 бб. тиклем Көньяҡ Урал һәм Арал диңгеҙе араһында...

БУРҺЫҠ

БУРҺЫҠ (Meles meles), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында, далала, ярым сүллектәрҙә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 60—90 см, ауырлығы 16—17 кг. Арҡаһы һәм ҡабырғалары һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһенең аҫ яғы ҡараһыу көрән, башының ҡырҙарында танауынан ҡолағынаса һуҙылған...

БУРҺЫҠ, Шаран р‑нындағы ауыл

БУРҺЫҠ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Бурһыҡйылға й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 759 кеше; 1920 — 699; 1939 — 669; 1959 — 464; 1989 — 306; 2002 — 273; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

БУРЦЕВ Прокофий Иванович

БУРЦЕВ Прокофий Иванович, Бурцов П.И. (1741, Өфө — 1812 й. һуң, шунда уҡ), Өфө провинцияһы казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Секунд-майор (1787). Казак мәктәбен тамамлағандан һуң (Ырымбур, 1764) Өфөлә писарь булып хеҙмәт итә. Комиссияға хеҙмәт хаҡын күтәреү, ерҙе файҙаланыуҙы көйләү, полиция...

БУРЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл

БУРЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Урыҫ-Юрмаш а/ с ҡарай. Өфө ҡ. К.‑Көнс. 25 км һәм Юрмаш т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Юрмаш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 159 кеше; 1920 — 222; 1939 — 158; 1959 — 215; 1989 — 113; 2002 — 140; 2010 — 217 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). 17 б....

БУСАРГИН Николай Матвеевич

БУСАРГИН Николай Матвеевич (11.11.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Покровка а. — 26.7.1990, Нальчик), Советтар Союзы Геройы (1946). Майор (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын тамамлаған (Солнечногорск ҡ., 1958). 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июленән Көнбайыш, Көньяҡ‑Көнбайыш,...

БУСАРГИН Николай Матвеевич

БУСАРГИН Николай Матвеевич (11.11.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Покровка а. — 26.7.1990, Нальчик ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1946). Майор (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын тамамлаған (Солнечногорск ҡ., 1958). 1939 й. алып Совет армияһында. 1941 й. июленән Көнбайыш,...

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич (29.12.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Силәбе өлк. Эҫем ҡ., — 11.10.1982, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1966), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1925). 1930 й. алып Ҡурған зона һөт хужалығы тәж. станцияһында...

БУСЛАЕВ Юрий Александрович

БУСЛАЕВ Юрий Александрович (22.11.1929, Сызрань ҡ. — 16.2.2001, Мәскәү), химик‑неорганик. СССР ФА акад. (1984), РФА акад. (1991). БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Химия ф. д‑ры (1960), проф. (1975). Мәскәү химик технология ин‑тын тамамлаған (1952). 1952—85 йй. һәм 1988—2001 йй. РФА‑ның Н.С.Курнаков ис....

БУҪТАУ ФАБРИКАЛАРЫ

БУҪТАУ ФАБРИКАЛАРЫ, буҫтау етештереүсе предприятиелар. Тәүҙә буҫтау кустарь ысул м‑н туҡыла (ҡара: Тула баҫыу). Башҡортостанда тәүге Б.ф. 19 б. 1‑се сирегендә барлыҡҡа килә. 1801 й. Ырымбур губернаһында И.Кротков ф‑каһы (Боғорослан өйәҙендә), 1812 й. Д.П.Тахтаров, 1815 й. һәм 1824 й. П.И.Шелашников,...

БУҪТЫБАЙ

БУҪТЫБАЙ, Ишбирҙе, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Нуҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Энәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 509 кеше; 1920 — 460; 1939 — 177; 1959 — 176; 1989 — 106; 2002 — 110; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БУТИЛ СПИРТТАРЫ

БУТИЛ СПИРТТАРЫ, бутанолдар, С4Н9ОН, бер атомлы алифатик спирттар. Нормаль (бутанол‑1, пропилкарбинол), икенсел (бутанол‑2, метилэтилкарбинол), изобутил (изобутанол, 2‑метилпропанол‑1, изопропилкарбинол), өсөнсөл (трет‑бутанол, 2‑метилпропанол‑2, триметилкарбинол) Б.с. билдәле. Бутанол‑1 (1‑Б.), бутанол‑2...

БУТИЛЕНДАР

БУТИЛЕНДАР, бутендар, С4Н8, сылбырҙағы бер икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Билдәле изомерҙары: α‑бутилен (1‑Б.), β‑бутилен, йәки псевдобутилен (2‑Б.); изобутилен, йәки изобутен, йәки 2‑метилпропен (изо‑Б.). Ҡырҡыу насар еҫле, төҫһөҙ газдар. Һыуҙа эреүсәнлектәре насар, спиртта һәм...

БУТИЛКАУЧУК

БУТИЛКАУЧУК, изобутилен м‑н изопрендың (массаһы б‑са 1—5%) сополимеры; мол. м. 3•105 — 7•105. Тығыҙлығы 910—920 кг/ м3, tбыялаланыу —67‑нән алып —69°С тиклем булған эластик масса. Изобутилен һәм изопрен быуындары даими сиратлашмаған һыҙыҡлы структуралы. Һыу, ацетон, эфирҙарҙа эремәй, бензин, алифатик...

БУТЫРСК ПЕХОТА ПОЛКЫ

БУТЫРСК ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1796 й. 29 нояб. император Павелдың исемле указы б‑са Ырымбур инспекцияһында (ҡара: Хәрби округтар) Бутырск мушкетёр полкы (1797—1801 йй. өҫтәмә рәүештә полк шефтары хөрмәтенә атап йөрөтөлгән) булараҡ ойошторола; 1811 й. алып Б.п.п., 1864 й. — 66‑сы Б.п.п. Полк составына 1‑се һәм...

БУХ Константин Андреевич

БУХ Константин Андреевич (1812—31.10.1895, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник. Дворяндарҙан. Баш инженерлыҡ уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1831) — Ырымбур айырым корпусында, 1836 й. — Диңгеҙ министрлығында, 1837 й. алып Хәрби министрлыҡ, дәүләт милке һәм финанс министрлыҡтары...

БУШМЕЛЁВ Сергей Адольфович

БУШМЕЛЁВ Сергей Адольфович (7.7.1966, Өфө — 28.8.1992, шунда уҡ), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1985 й. алып), “Спартак” (Мәскәү, 1989 й. алып) командаларында...

БУШУЕВ Юрий Анатольевич

БУШУЕВ Юрий Анатольевич (16.8.1959, Ырымбур өлк. Алмалы а.), спортсы. Дельталёт спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). “Ротор” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.К.Хрибков). СССР‑ҙың абс. чемп. (1989, 1991), Рәсәй чемп. (1993—95), Рәсәй кубогын яулаусы (1993, 1997, 2001, 2003),...

БУЯНОВ Иван Фёдорович

БУЯНОВ Иван Фёдорович [15.9.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Арҙат а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 21.6.1976, Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1939—43 йй. Күгәрсен р‑нының “Ҡыҙыл көлтә” к‑зында эшләй, 1951—71 йй. Күгәрсен МТС‑ы, “Ҡыҙыл Октябрь” к‑зы, “Октябрьский” с‑зы комбайнсыһы. Юғары...