Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЫРАУЛАУ, инструмент

БЫРАУЛАУ, материалдарҙы ҡырҡыу ысулы м‑н эшкәртеү төрө, уның барышында әйләнеп тороусы тишеүсе инструмент (бырау) ярҙамында төрлө диам. һәм тәрәнлектәге үтәнән-үтә һәм үтәнән-үтә булмаған тишектәр яһала. Б. ҡул инструменты м‑н йәки металл ҡырҡыу станогында башҡарыла. Б. процестарын фәнни өйрәнеү 20 б....

БЫСҠЫ ҮЛӘН

БЫСҠЫ ҮЛӘН (Stratiotes), һыуһылыуҡасы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай, йәки алоэ һымаҡ Б.ү. билдәле, Европаның уртаса өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Күп йыллыҡ ике өйлө, 15—45 см бейеклектәге үлән. Үҫентеһе ҡыҫҡа, йәйелеүсе, һыу аҫтында. Япрағы ныҡ, ҡуйы тамыр...

БЫСРАТЫУСЫЛАРҘЫҢ БИОАККУМУЛЯЦИЯҺЫ

БЫСРАТЫУСЫЛАРҘЫҢ БИОАККУМУЛЯЦИЯҺЫ, тере организмда тирә‑яҡ мөхиттән килгән бысратыусы матдәләрҙең йыйылыуы. Бысратыусылар организмға тире ҡатламы, тын алыу ағзалары һәм аш һеңдереү юлы аша эләгә. Һәр бер киләһе трофик баҫҡыста организмдағы бысратыусы матдә концентрацияһы арта бара. Бысратыусылар араһында...

БЫСТРЫХ Фёдор Павлович

БЫСТРЫХ Фёдор Павлович [23.12.1901, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таҙтүбә а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 2.5.1976, Свердловск ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1960), проф. (1961). Н.К.Крупская ис. Коммунистик тәрбиә акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1929) Свердловск вуздарында уҡыта (1941—53 йй. һәм 1956—69 йй. Урал...

БЫУА

БЫУА, күләме 1 млн м3 кәмерәк булған һыуһаҡлағыс. Һыу туплау һәм уны артабан файҙаланыу (һуғарыу, балыҡсылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, рекреация һ.б.), ағымдың күләмен көйләү өсөн булдырыла. Эрозияға ҡаршы гидротехник ҡоролмалар системаһына инә. Б. миҙгел, аҙна һәм тәүлек эсендә һыу кимәлен көйләү б‑са...

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ, балыҡсылыҡ быуаларында яһалма рәүештә балыҡ үрсетеү һәм үҫтереү. Производство технологияһы б‑са тулы системалы (балыҡты ыуылдырыҡтан тауар массаһына тиклем үҫтереү; бөтә категория быуалары ҡулланыла) һәм тулы булмаған системалы (селбәрәләрҙе һәм тауар балығын ситтән килтерелгән балыҡ...

БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР

БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР (Arthropoda), умыртҡаһыҙҙар тибы. 5 класы, 2 млн ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20 меңдән ашыу төрө бар. Ярым типтары: трилобит һымаҡтар (юҡҡа сыҡҡан трилобит класы менән бергә); хелицерҙар (меростомдар һәм үрмәксе һымаҡтар кластары менән бергә); айғолаҡ аша тын...

БЫЧКОВ Владимир Николаевич

БЫЧКОВ Владимир Николаевич (25.12.1961, Салауат ҡ.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (Өфө ҡ., 2012). “Спартак” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов). Эстафетала Европа чемпионы (1993), 200 м...

БЫЧКОВ Иван Дмитриевич

БЫЧКОВ Иван Дмитриевич (1873, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе — ?), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Мысовочелнинск 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһын тамамлаған. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп дәүләт власы...

БЫЧКОВА Маргарита Александровна

БЫЧКОВА Маргарита Александровна (14.1.1925, Өфө ҡ. — 2014, шунда уҡ), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Е.А.Медведеваның апаһы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1947) Әлшәй районында эшләй, 1949 й. алып Өфө ҡала башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш педиатры. 1967—92 йй....

БЫЯЛА

БЫЯЛА, органик булмаған оксидтар иретмәһен, тоҙҙарҙың һыулы эретмәләрен йәки металдарҙың шыйыҡ иретмәләрен артыҡ һыуытыу һөҙөмтәһендә алына торған органик булмаған үтә күренмәле ҡаты аморф материал. Бер (көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б.; ш. уҡ бериллий,...

БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР

БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР, быяла тулыландырыусылар м‑н арматураланған полимерҙар. Бәйләүестән — реактопластар һәм термопластар, тулыландырыусыларҙан — ҡыҫҡа сүстәр, комплекслы һәм моноептәр, жгуттар (ровингтар), туҡымалар, эсе ҡыуыш микросфералар, маттарҙан торалар. Тулыландырыусыларҙың төрө б‑са быяла сүс (тулыландырыусыһы —...

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш, техник, электротехник, электр вакуумлы быяла, быяла тара һәм һауыт-һаба, быяланан, фарфорҙан, фаянстан хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, балсыҡтан яһалған изделиелар, химик-лаб. һауыт-һаба етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. 20 б. башында Башҡортостанда 3 быяла пр‑тиеһы...

БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР

БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР, химик быяла сүстәр (ҡара: Химик сүстәр) нигеҙендә эшләнгән материалдар. Өҙлөкһөҙ (оҙонлоғо 20 км һәм унан да ашыу, диам. 3—100 мкм булған ептәр), штапель (1—50 см, 0,1—20 мкм); диам. б‑са — үтә нәҙек (1 мкм кәмерәк), супернәҙек (1—3), нәҙек (4—12), ҡалынайтылған (12—25), ҡалын...

БЭНЕРДЖИ Санджой

БЭНЕРДЖИ Санджой (13.11.1943, Калькутта ҡ., Һиндостан), химик-технолог, инженер-механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Фән д‑ры (1968), проф. (1976). Һиндостан технология ин‑тын тамамлаған (Кхарагпур ҡ., 1965). 1968 й. алып Канадала Атом энергияһы ком‑тында (Пинава ҡ.) ғәмәли фәндәр секцияһы дир.,...

БЮДЖЕТ

БЮДЖЕТ (ингл. budget), д ә ү л ә т  б ю д ж е т ы, дәүләттең ағымдағы йылға закон көсөндәге финанс планы. 2 статьялар төркөмөнән тора: дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары ҡарамағына килеп торған аҡсанан (Б. килемдәре), дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының сығым йөкләмәләрен финанстар...

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР, бюджеттан тыш булдырылған һәм маҡсатлы тәғәйенләнешле аҡса фондтары. Дәүләттең финанс системаһыныңбер өлөшө. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары б‑са закон м‑н билдәләнгән түләүҙәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең ирекле түләмдәре һ.б. иҫәбенә граждандарҙың һәм дөйөм...