Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВОЗДВИЖЕНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ВОЗДВИЖЕНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Воздвиженка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 333; 1939 — 510; 1959 — 391; 1989 — 434; 2002 — 48; 2010 — 362 кеше. Урыҫтар,...

ВОЗДВИЖЕНКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ВОЗДВИЖЕНКА, Ҡ а ш ҡ а р, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 451 кеше; 1939 — 425; 1959 — 258; 1989 — 338; 2002 — 331; 2010 — 302 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

ВОЗНЕСЕНИЕ ПУСТЫНЫ

ВОЗНЕСЕНИЕ ПУСТЫНЫ, Пречистая  Богородица  һәм  Мәскәү  чудотворецтары Пётр, Алексей, Иона  I  Ҡазан  иконаһы  күренеүе  пустыны, Пречистенски й ирҙәр монастыры. 16 б. 80‑се йй. Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусында тоҙло шишмәләр эргәһендә Тоҙйылға й. буйында (хәҙ. Ғафури р‑ны Курорт а. терр‑яһы) нигеҙ...

ВОЗНЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ

ВОЗНЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Учалы р‑ны Вознесенка а. урынлашҡан. 1891 й. ағас сиркәү (1866 й. нигеҙләнгән) урынында төҙөләһәм изгеләндерелә. 5 көмбәҙле, 3 ҡатлы манаралы таш сиркәү рус‑византия стилендә төҙөлә. Көмбәҙҙәре торҡа рәүешендә. Ҡыҫҡа аш‑һыу бүлмәһе сиркәү м‑н манараны тоташтыра, манараның 1‑се ҡатына...

ВОЗНЕСЕНКА (ЫРҒЫҘЛЫ) ЗАВОДЫ

ВОЗНЕСЕНКА (ЫРҒЫҘЛЫ) ЗАВОДЫ, 1753 й. К.Е.Сиверс тарафынан Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ырғыҙлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Сиверс, 1765 й. алып ҡаҙна ҡарамағында. 1756 й. эшләй башлай. 7 баҡыр иретеү мейесе,...

ВОЗНЕСЕНКА, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ВОЗНЕСЕНКА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡыҫҡайылға (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 390 кеше; 1939 — 435; 1959 — 251; 1989 — 114; 2002 — 140; 2010 — 181 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ВОЗНЕСЕНКА, Дыуан р-нындағы ауыл

ВОЗНЕСЕНКА, Дыуан р‑нындағы ауыл, Вознесенка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 47 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4639 кеше; 1920 — 2135; 1939 — 1263; 1959 — 1431; 1989 — 1100; 2002 — 1220; 2010 — 1217 кеше. Урыҫтар...

ВОЗНЕСЕНКА, Учалы р-нындағы ауыл

ВОЗНЕСЕНКА, К и н й ә к ә й, Учалы р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 65 км һәм Ҡорама т. юл ст. Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Кинйәкәй й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2177 кеше; 1920 — 3421; 1939 — 2142; 1959 — 1123; 1989 — 496; 2002 — 450; 2010 — 410 кеше....

ВОИНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл

ВОИНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 10 кеше; 1920 — 136; 1939 — 217; 1959 — 200; 1989 — 95; 2002 — 130; 2010 — 108 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

ВОЙТОВИЧ Елена Константиновна

ВОЙТОВИЧ Елена Константиновна (9.5.1900, С.‑Петербург — 10.4.1975, Өфө), балет артисы, балетмейстер. Петроград император театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1917) С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театрының балет артисы. 1937 й. алып Куйбышев опера һәм балет театрының балет солисы, бер үк ваҡытта...

ВОЙЦЕХОВСКИЙ Сергей Николаевич

ВОЙЦЕХОВСКИЙ Сергей Николаевич (16.10.1883, Витебск ҡ. — 27.4. 1951, Иркутск өлк. Шевченко а. янында), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһының ген.‑лейт. (1919), чехословак армияһының армия ген. (1929). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

ВОКАЛИЗМ

ВОКАЛИЗМ (латин теленән vocalis — һуҙынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге һуҙынҡы фонемалар системаһы. Хәҙерге башҡорт телендә 9 һуҙынҡы фонема бар: [а], [ә], [эе], [и], [оо], [ө], [у], [ү], [ы]. Тамыр морфемаларҙа бөтә һуҙынҡылар ҙа күҙәтелә, аффикстарҙа [и], [у], [ү] ҡулланылмай. Артикуляцион...

ВОКАЛЬ МУЗЫКА

ВОКАЛЬ МУЗЫКА, йырлау өсөн тәғәйенләнгән музыка. В.м. әҫәрҙәре башҡарыусылар составы б‑са [яңғыҙ, ансамбль, хор м‑н (ҡара: Хор музыкаһы)], муз. ҡоралдарына ҡушылып йәки уларһыҙ (а cappellа) башҡарыуға ҡарап, муз. ҡоролошо б‑са (бер йәки күп тауышлы, гомофон‑гармоник йәки полифоник) айырыла. Тауыштың...

ВОКЗАЛДАР

ВОКЗАЛДАР, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү, транспорт хәрәкәте м‑н идара итеү һәм эшсе персоналды урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән биналар йәки ҡоролмалар һәм яйланмалар комплексы. В. составына операциялар (кассалар залы, багаж бүлеге, белешмәләр бюроһы һ.б.), көтөү (көтөү залдары, ял бүлмәләре, ресторандар,...

ВОЛГА БУЙЫ АРМИЯ КОРПУСЫ

ВОЛГА БУЙЫ АРМИЯ КОРПУСЫ, Рус армияһында, 1918 й. окт. Юғары баш командующий ген.‑лейт. В.Г.Болдырев бойороғо б‑са элекке Халыҡ армияһы частарынан 1‑се Волга буйы уҡсылар корпусы булараҡ ойошторола; 1919 й. ғин. алып 1‑се В.б.а.к. Корпус составына 1‑се Һамар, 3‑сө Сембер, 13‑сө Ҡазан уҡсылар див. һәм...

ВОЛГА БУЙЫ БОЛҒАРЫ

ВОЛГА БУЙЫ БОЛҒАРЫ, Волга - Кама  Болғары, 10 б. — 13 б. 1‑се ярт. Урта Волга буйында һәм Кама янындағы дәүләт. Гардизи, Гарнати, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Иҙриси һ.б. урта быуат авторҙары хеҙмәттәрендә телгә алына. Болғарҙарҙың бер өлөшө Түб. Волга һәм Дон буйҙарынан Урта Волга буйына күсеп ултырыуы һөҙөмтәһендә...

ВОЛГА БУЙЫ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ

ВОЛГА БУЙЫ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. май аҙ. Юғары баш командующий адм. А.В.Колчак бойороғо б‑са 1‑се Волга буйы армия корпусы һәм 3‑сө айырым Ырымбур казак бригадаһы нигеҙендә Бәләбәй ҡ. көнсығыштараҡ ойошторола. Составына 1‑се Һамар, 3‑сө Сембер, 13‑сө Ҡазан, 12‑се Себер (июлдән...

ВОЛГА БУЙЫ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ

ВОЛГА БУЙЫ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ, РФ‑тың макроиҡтисади районлаштырыу берәмеге. Ҡалмыҡ, Татарстан респ., Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Әстерхан, Волгоград, Пенза, Ульяновск өлк. үҙ эсенә ала. Майҙаны — 537,4 мең км2. Халҡы — 17000,0 мең кеше. В.б.и.р. урбанизацияның юғары кимәле м‑н айырылып тора (73,6%),...

ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫ

ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫ, Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшөндәге адм.‑терр. берәмеге. 2000 й. 13 майында ойошторола. Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан респ., Түбәнге Новгород өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Киров, Пенза, Ульяновск өлк.,...

ВОЛГА БУЙЫ ҺӘМУРАЛ КОМПОЗИТОРҘАРЫ МУЗЫКАҺЫ ФЕСТИВАЛЕ

ВОЛГА БУЙЫ ҺӘМ УРАЛ КОМПОЗИТОРҘАРЫ МУЗЫКАҺЫ  ФЕСТИВАЛЕ. 1982 й. алып йыл һайын  (1996—2001 йй., 2009 й. башҡа)  Ижевск, Йошкар‑Ола, Ҡазан, Саранск,  Сыктывкар, Өфө, Силәбе, Чебоксар  ҡҡ. үтә. Р.Х.Ғәзизов һәм РСФСР-ҙың,  ТАССР-ҙың һәм Ҡараҡалпаҡ АССР‑ының  атҡ. сәнғәт эшмәкәре М.З. Яруллин  инициативаһы...