Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАРЗЫ-АЛЕКСЕЕВКА ЗАВОДЫ

ВАРЗЫ-АЛЕКСЕЕВКА ЗАВОДЫ, 1759 й. А.И.Тәвкилев тарафынан Ҡазан даруғаһы Ҡаршын һәм Ҡыр-Йылан улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары — Тәвкилевтәр. 1760 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен,...

ВАРИАЦИЯЛАР

ВАРИАЦИЯЛАР (лат. variatio — үҙгәреш), 1) теманы (ҡайһы саҡта ике йәки күберәк) артабан үҙгәртеп ҡабатлауҙар м‑н сағылдырыуға ҡоролған муз. форма. Теманың көйө, ритмы, фактураһы, гармонияһы, тембры, тоны, композицияһы, жанры, образы үҙгәрергә мөмкин. В. үҙ аллы муз. әҫәр, ш. уҡ ҙур вокаль йәки инструменталь...

ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ

ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ, математиканың бер йәки бер нисә функцияны һайлап алыуға бәйле үҙгәреүсән дәүмәлдәрҙең иң ҙур һәм иң бәләкәй ҡиммәттәрен табыу ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Механика, математика, иҡтисад һ.б. мәсьәләләрен (мәҫ., изопериметрик мәсьәләләр, оптималь идара итеү, геодезик һыҙыҡтарҙы табыу)...

ВАРЛАМОВ Виктор Иванович

ВАРЛАМОВ Виктор Иванович (28.4. 1948, Петропавловск ҡ.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1975). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). ӨАИ‑ны тамамлаған (1976). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.К.Кяк). Европа (1975), СССР (1974—76), СССР халыҡтары...

ВАРЛАМОВА Екатерина Николаевна

ВАРЛАМОВА Екатерина Николаевна (17.8.1928, Ленинград), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1979), БАССР-ҙың атҡ. артисы (1963). 1947—51 йй. һәм 1955—70 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1971— 91 йй. “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре...

ВАРНА КӘШӘНӘҺЕ

ВАРНА КӘШӘНӘҺЕ, А ҡ һ а ҡ Т и м е р м а н а р а һ ы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Силәбе өлк. Варна а. 6 км һәм Көньяҡ Урал т. юлы Тамерлан ст. көньяҡ- көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Р.Г.Игнатьев, П.С.Паллас, П.И.Рычков, К.В.Сальников, А.П.Смирнов һ.б. тарафынан тасуирлана,...

ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович

ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович [1.1.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Карповка а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 11.9.1988, Нижнекамск ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында 6‑сы армия 219‑сы уҡсылар див. 70‑се уҡсылар полкы танкыға...

ВАРФОЛОМЕЕВ Дмитрий Фёдорович

ВАРФОЛОМЕЕВ Дмитрий Фёдорович (24.9.1918, Рязань губ. Заболотье а. – 7.5.1992, Өфө), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1975), проф. (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы...

ВАРШАВКА, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл

 ВАРШАВКА, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл, Шайморатов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 303 кеше; 1959 — 144; 1989 — 79; 2002 — 96; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1926 й. һуң Өфө кантонында нигеҙ һалына.    Тәрж....

ВАРШАВСКАЯ Хана Леопольдовна

ВАРШАВСКАЯ Хана Леопольдовна (Юдит-Липовна) (11.6.1921, Екатеринослав ҡ. — 5.9.2006, Өфө), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1981) һәм атҡ. (1971) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр- художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1948; А.П.Новоскольцев курсы) Златоуст,...

ВАСЕВ Григорий Тимофеевич

ВАСЕВ Григорий Тимофеевич (24.12.1922, БАССР Тамъян-Ҡатай кантоны Яңы Һамар утары, хәҙер БР‑ҙың Әбйәлил районы Һамар а., — 31.12.2004, Ейск ҡ.), лётчик, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге 1‑се Чкалов хәрби-авиация пилоттар мәктәбен (1943),...

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Леонидович

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Леонидович (21.7.1966, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — В.И.Воробьёв). “Салауат Юлаев” хоккей клубы өсөн уйнай (1983—89, 1999— 2001). Сурдлимпия уйындарының...

ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович

ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович [ысын исеме Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы; 17.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мәтәүбаш а. (БР-ҙың Бәләбәй р‑ны) — 5.5.1961, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем “Уралмаш” з‑дында (Свердловск ҡ.) эшләй. 1943 й. алып 1‑се Украина фронтында...

ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович

ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович (1.1.1883, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сусаҙы а., хәҙ. БР‑ҙың Яңауыл р‑ны Сусаҙы-Ябалаҡ а., — 2.5.1961, Йошкар- Ола), филолог. Филол. ф. д‑ры (1957). Бөрө уҡытыусылар (1902) һәм Ҡазан дини (1906) семинарияларын, Ҡазан ун‑тын (1918) тамамлаған. 1907— 30 йй. Ҡазан вуздарында уҡыта,...

ВАСИЛЬЕВ Василий Семёнович

ВАСИЛЬЕВ Василий Семёнович [1912, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 9.8.1944, Вилкавишкис ҡ.], артиллерист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—38 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. авг. башлап Көнбайыш, 2‑се һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында...

ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович

ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович (26.9.1946, Өфө ҡ.), электрон техника инженеры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1995—2017 йй. иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире)....

ВАСИЛЬЕВ Григорий Семёнович

ВАСИЛЬЕВ Григорий Семёнович [22.9.1897, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ефремкин а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 28.1. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 27.1.) 1943, Воронеж өлк. Түб. Турово а., ш. уҡ өлкәнең Хохол а. янында, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Кочетовка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Подполковник...

ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович

ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович (26.12.1979, Өфө), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура акад. тамамлаған (2002). Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Р.Абраров, А.М.Ҡурамшин),...

ВАСИЛЬЕВ Леонид Леонидович

ВАСИЛЬЕВ Леонид Леонидович (7.8. 1891, Псков ҡ. — 8.2.1966, Ленинград), психофизиолог. СССР Мед. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1950). Биол. ф. д‑ры (1936), проф. (1940). 1917— 21 йй. Өфөлә эшләй: беренсе совет мәктәбе (ҡара: Гимназия №3) уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1919 й. алып дир., Халыҡ мәғарифы ин‑ты, ҡатын-...

ВАСИЛЬЕВ Леонид Михайлович

ВАСИЛЬЕВ Леонид Михайлович (14.6.1926, Псков губ. Красино а. — 2.9.2015, Өфө), тел белгесе. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), филол. ф. д‑ры (1972), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1970), РФ‑тың почётлы проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). А.И.Герцен ис. Ленинград...