Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы

ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы (12.2.1966, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ташбулат а.), йырсы. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2003) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1991; Ә.К.Мәсәлимова класы), ӨДСА‑ны (2001; Р.М.Мусина класы) тамамлаған. 1991 й. алып “Таусы” мәҙәниәт йорто, 1998 й. — Башҡ. филармонияһының Нефтекама...

ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 649 кеше; 1939 — 575; 1959 — 373; 1989 — 202; 2002 — 169; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ВӘСИЛ, Ҡалтасы р-нындағы ауыл

ВӘСИЛ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡалмыя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 502 кеше; 1920 — 482; 1939 — 457; 1959 — 491; 1989 — 338; 2002 — 338; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй...

ВӘХИТОВ Азат Марат улы

ВӘХИТОВ Азат Марат улы (7.8.1973, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), бокс б-са Рәсәйҙең спорт мастеры (1992).  БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А.М.Ермолаев, Р.С.Саяпов). Кикбоксинг б-са Европа (1994; 1995 —...

ВӘХИТОВ Аҡмал Ғилфан улы

ВӘХИТОВ Аҡмал Ғилфан улы (15.5.1900, Ҡазан губ. Шығай а. – 20.11.1957, Ишембай ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1923 й. алып “Старогрознефть” тресында эшләй; 1937—56 йй. “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында: мастер, 1939 й. алып өлкән мастер. Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. Ленин...

ВӘХИТОВ Әнүр Хисмәт улы

ВӘХИТОВ Әнүр Хисмәт улы [20.12. 1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 24.12.1984, Өфө], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1965). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1961 й. тиклем шунда уҡ уҡыта, 1964 й. алып ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре....

ВӘХИТОВ Венер Абсаттар улы

ВӘХИТОВ Венер Абсаттар улы (11.11.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Солтанморат а.), биохимик, молекуляр биолог. БР ФА академигы (1991), биология фәндәре докторы (1990), профессор (1993). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1969). 1981 й. алып Биохимия һәм генетика...

ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы

ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы (31.12.1928, Стәрлетамаҡ ҡ. — 10.8.2014, Мәскәү ҡ.), инженер-нефтсе. ТР ФА‑ның почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). ТАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының...

ВӘХИТОВ Йәнғәли Арыҫлан улы

ВӘХИТОВ Йәнғәли Арыҫлан улы (5.10.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р-ны Һыртлан а. — 3.10.2003, БР‑ҙың Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол а.), бейеүсе. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1957), БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). 1951—60 йй. һәм 1964—67 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге Халыҡ...

ВӘХИТОВ Радик Шакир улы

ВӘХИТОВ Радик Шакир улы (17.8.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Ҡаратаулы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), инженер, журналист. Техник ф. канд. (1975). Журналистар союзы ағзаһы (2008). Ш.Ҡ.Вәхитовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Вихрь” махсус...

ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы

ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы (26.10. 1929, Үзбәк ССР‑ы Пешку а. — 6.11. 2000, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1952) Запорожье ҡ. эшләй: Днепровск электрод з‑дында, 1953—55 йй. а.х. машиналары эшләү ин‑тында....

ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы

ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы (30.12.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап теоретик физика каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре магнит...

ВӘХИТОВ Фәйез Фәтих улы

ВӘХИТОВ Фәйез Фәтих улы [4.8.1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Таҫҡаҡлы а. (БР‑ҙың Саҡмағош р-ны) – 15.7.2006, Мәскәү], актёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин-тын тамамлаған (1956). 1934—40 йй. Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры)...

ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы

ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы [1.2.1933, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Ҡотлоғужа а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011). Журналистар союзы ағзаһы (1969). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1967). 1961 й. алып “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; Туймазы ҡ.), 1963 й. — “Ленинский путь” (Салауат ҡ.)...

ВӘХИТОВ Шакир Ҡазыхан улы

ВӘХИТОВ Шакир Ҡазыхан улы [23.2.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Ҡаратаулы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны Малаяҙ а.) — 31.7.2004, Өфө], юрист. Юридик ф. канд. (1970), проф. (1987). РСФСР‑ҙың атҡ. юрисы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик ин‑тын тамамлаған (Куйбышев ҡ.,1953)....

ВӘХИТОВ Шәүәли Мөхәмәт улы

ВӘХИТОВ Шәүәли Мөхәмәт улы [15.12.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Ялсыҡай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 20.12.2020, шунда уҡ], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡаҙанған малсыһы (1973). 1947—94 йй. Көйөргәҙе районының “Таймаҫ” совхозында эшләй: 1962 й. алып һауынсы, машина менән һауыу операторы,...

ВӘХИТОВ Ярулла Хәлиулла улы

ВӘХИТОВ Ярулла Хәлиулла улы (11.1.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле  өйәҙе Һарайлы-Моталип а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Һарайлы а., — 23.3.1994, ш. уҡ р‑ндың Яңы Бүләк а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Благовар р‑нының “Игенсе” к‑зында, 1932 й. — “Мотор” к‑зында эшләй; 1935 й....

ВӘХИТОВА (Әхмәлетдинова) Әлфинур Зарип ҡыҙы

ВӘХИТОВА (Әхмәлетдинова) Әлфинур Зарип ҡыҙы (20.11.1931, БАССР-ҙың Мәләүез р-ны Килтәй а.), шағирә. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). 1953—56 йй. Мәләүез р‑ны мәктәптәрендә эшләй, 1958 й. “Совет Башҡортостаны” гәз., 1959—93 йй. “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑ре. “Сәскә ата...

ВӘХИТОВА Юлиә Венер ҡыҙы

ВӘХИТОВА Юлиә Венер ҡыҙы (17.10.1973, Өфө ҡ.), молекуляр биолог, фармаколог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), биология фәндәре докторы (2007). В.А.Вәхитовтың ҡыҙы. БДМУ‑ны тамамлаған (1996). 1999 й. алып Биология һәм генетика институтында эшләй: 2003 й. башлап өлкән, 2009 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2011 й....

ВДОВЫКИН Геннадий Петрович

ВДОВЫКИН Геннадий Петрович (23.8.1937, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Веровка а. — 14.12.2010, Мәскәү ҡ.), геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1982 й. тиклем (өҙөклөк менән) Бөтә Союз тәбиғи газдар ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1962—75 йй....