Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВЕГА

ВЕГА, Лира ‑һы, аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,04. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 2,6 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән йондоҙға тиклемге аралыҡ яҡынса 26 яҡтылыҡ йылы. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона инә. Б.э. 14000 йй. ҡарай Ер күсәренең прецессияһы күренешенә бәйле, В. Төньяҡ донъя ҡотобо тирәһендә буласаҡ...

ВЕГЕЛИН Александр Александрович

ВЕГЕЛИН Александр Александрович (2.11.1946, Орск ҡ.), аккордеонсы, дирижёр. РФ‑тың (1997), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1973; Р.Ә. Ибәтуллин класы), Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград, 1981) тамамлаған. 1972 й. алып “УЗЭМИК” ААЙ‑ның Мәҙәниәт һәм техника һарайында...

ВЕГЕТАТИВ ҮРСЕҮ

 ВЕГЕТАТИВ ҮРСЕҮ, күп күҙәнәкле организмдарҙың (үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, хайуандарҙың) енесһеҙ үрсеү ысулдарының береһе, был осраҡта яңы заттар инә организмдың бүленгән өлөштәренән үҫешә. В.ү. ш. уҡ клонлаштырыу тип атала: бүлендек организмдар инә организмдың генетик күсермәһе (клоны) булып тора....

ВЕДЕРНИКОВ Николай Степанович

ВЕДЕРНИКОВ Николай Степанович [18.6.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Тәтешле а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 29.12.2011, Чернушка ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Чкалов өлкәһе Ҡыуандыҡ районында колхозда эшләй. 1943 й. июленән Брянск, 1‑се Белоруссия, 1‑се Украина...

ВЕДРЕСЕВ, Краснокама р-нындағы ауыл

ВЕДРЕСЕВ, Краснокама р-нындағы ауыл, Никольск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 36 км һәм Ҡарман т. юл ст. К.-Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Әгерже й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 311; 1939 — 271; 1959 — 228; 1989 — 120; 2002 — 109; 2010 — 97 кеше. Мариҙар йәшәй...

ВЕКСЕЛЬ

 ВЕКСЕЛЬ (нем.Wechsel — алмаштырыу), ҡиммәтле ҡағыҙ төрө. Закон м-н ҡаралған формалағы яҙма бурыс йөкләмәһе. Заём алыусы (вексель биреүсе) тарафынан кредиторға (вексель эйәһенә) бирелә һәм һуңғыһына билдәле бер ваҡыт үткәндән һуң заём алыусынан күрһәтелгән аҡса суммаһын түләүҙе талап итеүгә хоҡуҡ бирә....

ВЕЛОСИПЕД СПОРТЫ

ВЕЛОСИПЕД СПОРТЫ, уҙыш, ярым уҙыш, юл һәм трек велосипедтарында ярыштар. В.с. тигеҙһеҙ урындарҙа, шоссела, тректа уҙышыу, фигуралы йөрөү, велобол һ.б. ҡарай. Респ. В.с. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. шоссела велоуҙыштар 1‑се Бөтә Башҡортостан олимпиадаһы программаһына индерелә. 1925 й. Өфөлә...

ВЕЛОСИПЕД СПОРТЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

ВЕЛОСИПЕД СПОРТЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1981 й. ДЮСШ булараҡ ойошторола, 2003 й. алып велосипед спорты б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Ағиҙел, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ һ.б....

ВЕЛЬЯМИНОВ-ЗЕРНОВ Владимир Владимирович

 ВЕЛЬЯМИНОВ-ЗЕРНОВ Владимир Владимирович (31.10.1830, С.‑Петербург — 17.1.1904, Киев, Орёл губ. Корсунское а. ерләнгән), шәрҡиәтсе, тарихсы. Император С.‑Петербург ФА- ның акад. (1861) һәм почётлы ағзаһы (1890), төрөк-татар телдәре д‑ры (1866). Действительный тайный советник (1902). Дворяндарҙан. 1853...

ВЕНГР ТЕЛЕ

ВЕНГР ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (уғыр төркөмө). Венгрияның дәүләт теле. Шулай уҡ Румынияла, Сербияла (Воеводинола), Словакияла һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 14 млн ашыу кеше. Манси һәм ханты телдәренә яҡын. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағындағы уғыр тәү теленә барып тоташа. Хәҙерге В.т. 8 диалект...

ВЕНГРИЯ

 ВЕНГРИЯ, В е н г р и я Р е с п у б л и к а һ ы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 93 мең км2. Баш ҡалаһы — Будапешт. Дәүләт башлығы — Президент. Халҡы — 10 млн кеше (2005), 97%‑ы— венгрҙар. Рәсми тел — венгр теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР м‑н В. бәйләнештәре РФ һәм В. араһындағы мөнәсәбәттәр...

ВЕНД

ВЕНД (венда — славян ҡәбиләһенең боронғо атамаһынан), в е н д с и с т е м а һ ы (о с о р о), в е н д к о м п л е к с ы, аҫҡы кембрийҙан туранан‑тура алдағы, протерозойҙың иң өҫкө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 600±10 млн йыл, тамамланыуы — 535±1 млн йыл. Б.С.Соколов тарафынан айырып күрһәтелә...

ВЕНЕДИКТОВ Анатолий Васильевич

ВЕНЕДИКТОВ Анатолий Васильевич [18.6.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 9.8.1959, Ленинград], хоҡуҡ белгесе. СССР ФА акад. (1958), юридик ф. д‑ры (1936), проф. (1922). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1942). Политехник ин‑тты (С.-Петербург, 1910), Петербург ун‑тын (1912) тамамлаған....

ВЕНЛОК ЯРУСЫ

ВЕНЛОК ЯРУСЫ, в е н л о к, силурҙың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Аҫҡы силурҙың лландовери ярусында ята, өҫкө силурҙың лудлов ярусы менән ҡапланған. Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Венлок урыны (Англия) буйынса аталған. Брахиопод, мәрйен, остракод, радиолярий, конодонт, граптолит, хитинозой...

ВЕРБИЦКАЯ Галина Яковлевна

ВЕРБИЦКАЯ Галина Яковлевна (29.9.1960, Өфө), театр белгесе. Сәнғәт ф. канд. (2008). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). БДУ‑ны (1983), ГИТИС‑ты (1989; Н.И.Эльяш курсы) тамамлаған. 1988 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре БР‑ҙың һәм РФ‑тың театр сәнғәтенә, А.П.Чехов драматургияһына (ҡара: Театр...

ВЕРЁВКИН Александр Павлович

ВЕРЁВКИН Александр Павлович (23.2.1946, Чапаевск ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып — химик‑технологик процестарҙы автоматлаштырыу...

ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич

ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич (26.9.1955, Переславль-Залесский ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1994). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (1984 й. алып лаборатория мөдире). 1987 й. башлап Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ҒТИ‑нда: Төмән филиалы дир., 1989 й. алып Көнбайыш...

ВЕРЕТЕННИКОВ Александр Павлович

ВЕРЕТЕННИКОВ Александр Павлович [26.8.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Асҡаныш а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 16.4.1968, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Ленинград а.х. ин‑тын тамамлаған (Пушкин ҡ., 1926). БАССР- ҙың игенселек ХК эргәһендәге А.х. культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәш бүлегендә эшләй (1927—31 йй. һәм...

ВЕРЕЩАГИН Александр Сергеевич

ВЕРЕЩАГИН Александр Сергеевич (р.12.2.1961, Ырымбур өлк. Грачёвка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ-ны тамамлаған (1983). 1985 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (2002 й. алып тарих һәм культурология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре тарих методологияһы, Уралда...

ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич

ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич (12.8.1963, Ангарск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). Иркутск ун‑тын тамамлағандан һуң (1985) РФА‑ның Себер бүлексәһе Идара итеү теорияһы һәм системалары динамикаһы ин‑ты (Иркутск ҡ.) хеҙм‑ре, 1991 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2000 й. алып Математика ин‑тының...