Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович (15.12.1738 — 11.11.1775, Мәскәү ҡ.), хәрби эшмәкәр, кенәз. Флигель‑адъютант (1762), генерал‑поручик (1775). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең...

ГОЛИЧЕВ Иосиф Иосифович

ГОЛИЧЕВ Иосиф Иосифович (18.10.1941, БАССР-ҙың Благовещен ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1996). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин-тында (1997 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р); бер үк ваҡытта 1971—74 йй. — БДУ, 1978—83 йй. һәм 1994 й. –...

ГОЛОВАНОВА Инесса Владимировна

ГОЛОВАНОВА Инесса Владимировна (14.7.1950, Өфө), геофизик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 1978 й. тиклем һәм 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. 1980 й. алып Геология ин‑тында: 1992 й. алып — өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1996 й. алып...

ГОЛОВИН Алексей Степанович

ГОЛОВИН Алексей Степанович (1.1.1912, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Митюшин ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Күҫәләр а. составында, — 5.5.1981, Волгоград ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Көньяҡ Урал т. юлының Вязовая т. юл ст. эшләй. 1937—38 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл...

ГОЛОВНЁВА Елена Вениаминовна

ГОЛОВНЁВА Елена Вениаминовна (17.7.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2005), проф. (2008). РФ‑тың юғары проф. белем биреүҙең почётлы хеҙм‑ре (2007). Силәбе пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) 15-се ПТУ‑ла (Стәрлетамаҡ) эшләй, 1985 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта (2011 й. башлап...

ГОЛОВЧЕНКО Анатолий Константинович

ГОЛОВЧЕНКО Анатолий Константинович (24.8.1955, Мәскәү — 19.8.2009, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). К.А.Головченконың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1982; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). Күбеһенсә графика һәм рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Линеар ритм көсөргәнешлеге һәм декоратив колорит м‑н айырылып...

ГОЛОВЧЕНКО Константин Александрович

ГОЛОВЧЕНКО Константин Александрович (16.8.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Князев а., хәҙ. Өфө эсендә – 23.4.2003, Өфө), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1985). Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр-художество уч-щеһын тамамлағандан һуң (1950; педагогы А.Э.Тюлькин) СССР-ҙың...

ГОЛУБЕВ Михаил Викторович

ГОЛУБЕВ Михаил Викторович (23.3.1970, Нефтекама ҡ. — 28.10.2010, Өфө ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (2006). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) “Реактив” ғилми-производство фирмаһы ЯСЙ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1998 й. алып Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында:...

ГОЛУБЕВ Николай Сергеевич

ГОЛУБЕВ Николай Сергеевич (29.12.1902, С.‑Петербург — 23.6.1987, Белорет ҡ.), инженер-технолог. Ленсовет ис. Ленинград технология ин‑тын тамамлаған (1930). 1918 й. алып “Красный Октябрь”, 1928 й. — “Красный гвоздильщик” з‑дында (Ленинград ҡ.) эшләй. 1942 й. башлап Белорет ҡорос сым-канат з‑дында: цех,...

ГОЛУБЕВ Сергей Викторович

ГОЛУБЕВ Сергей Викторович (28.1.1978, Череповец ҡ.), спортсы. Бобслей б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). Рәсәй физик культура акад. тамамлаған (Мәскәү, 2003). 2002—06 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн, бер үк ваҡытта 2001—06 йй. Уҡыу‑күнекмәләр...

ГОЛУБКОВ Николай Николаевич

ГОЛУБКОВ Николай Николаевич (25.4.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дмитриевка а. — 9.8.1945, Фуюань ҡ. янында, Ҡытай, Хабаровск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Амур хәрби флотилияһында хеҙмәт итә. Герой исеменә “ПЗБ‑1232” йөҙөүсе зенит батареяһының...

ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич

ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич (1880, Новгород ҡ. – 9.2.1946, Өфө), педиатр. Мед. ф. д-ры (1912), проф. (1939). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император хәрби-мед. акад. тамамлағандан һуң (С.-Петербург, 1904) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1920 й. алып Өфөлә: 39-сы йыйылма госпиталдең...

ГОЛУБЧИК Игорь Захарович

ГОЛУБЧИК Игорь Захарович (10.2.1951, Бобруйск ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2011). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) БДПУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙәге ҡулсалар һәм Ли алгебралары ҡушымталары өҫтөндәге һыҙыҡлы төркөмдәр...

ГОМЕОПАТИЯ

ГОМЕОПАТИЯ (гр. homoios — оҡшаш, бер төрлө һәм ...патия), дарыуҙың үтә аҙ миҡдары м‑н дауалау системаһы. “Оҡшаш оҡшаш менән дауалана” принцибына нигеҙләнә: ҙур миҡдарҙа теге йәки был ауырыу билдәләренә оҡшаш күренештәр тыуҙыра алған матдәләрҙең бик аҙ миҡдары ҡулланыла. Гомеопатик препараттар үҫемлек,...

ГОМЕОСТАЗ

ГОМЕОСТАЗ (гр. homoios — оҡшаш, бер үк һәм stasis — хәрәкәтһеҙлек, торош), биол. системаларҙың тирә-яҡ мөхиттең үҙгәрешенә ҡаршы тороу, составының һәм үҙенсәлектәренең сағыштырмаса динамик тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу һәләте. Г. төрлө ойошоу кимәлле организмдарға — бер күҙәнәклеләрҙән алып күп күҙәнәклеләргә...

ГОНИОЛИМОН

ГОНИОЛИМОН (Goniolimon), татырлан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африка далаларында, ярымсүллектәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Ҡытыршы-ҡырлы йәки тар ҡанатлы, сәскәлектә тармаҡланған һабаҡлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—60 см. Япрағы...

ГОНОРЕЯ

ГОНОРЕЯ (гр. gonos — орлоҡ һәм rheo — ағам), кешенең бәүел-енес системаһын зарарлаусы инфекцион ауырыу. Г. тыуҙырыусылар — Neisseria gonorrhoeae заты бактериялары, 56°С ашыу йылытҡанда, антисептик саралар һәм УФ-нурҙар тәьҫире аҫтында үләләр. Киҫкен (оҙайлығы 2 айға тиклем) һәм хроник (2 айҙан ашыу)...

ГОНЧАР Олесь

ГОНЧАР Олесь (Александр Терентьевич; 3.4.1918, Полтава губ. Суха а. –14.7.1995, Киев), яҙыусы. Украина ССР-ы ФА акад. (1978). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). 1959—86 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, бер үк ваҡытта 1971 й. тиклем Украина ССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышы...

ГОНЧАРОВ Борис Васильевич

ГОНЧАРОВ Борис Васильевич (13.10.1926, Смоленск губ. Слобода а. — 22.6.2014, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д-ры (1970), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1986), БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1976). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары электр-механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1951)...

ГОНЧАРОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ГОНЧАРОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Гончаровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 42 кеше; 1920 – 73; 1939 – 34; 1959 – 267; 1989 – 1087; 2002 – 971; 2010 — 1020 кеше. Татарҙар,...