Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИОРИТ

ДИОРИТ (грекса diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы...

ДИСПАНСЕРҘАР

ДИСПАНСЕРҘАР (гр. dispenso — бүләм), ауырыуҙарҙың билдәле бер контингентына ҡарата динамик күҙәтеүҙе һәм саралар комплексын тормошҡа ашырған махсус дауалау-иҫкәртеү учреждениелары. Хеҙмәтләндереү йүнәлеше б‑са — тире‑венерология, наркология, онкология, туберкулёзға ҡаршы, психоневрология, табип-физкультура...

ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ

ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ, ауырыуҙар үҫешен иҫкәртеүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән халыҡ һаулығы торошон динамик күҙәтеү ысулы. Д. балалар, үҫмерҙәр, йөклө ҡатындар, айырым производстволарҙа махсус хеҙмәт шарттарында эшләгәндәр, хроник ауырыуҙарға дусар булғандар, инвалидтар һ.б. йәлеп ителә....

ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР

ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР, тотош (дисперслы) мөхит эсендә таралған ваҡ итеп онталған өлөшсәләр йәки күҙәүҙәр (бер йәки бер нисә дисперслы фаза) йыйылмаһынан торған гетероген системалар. Өлөшсәләрҙең үлсәменә (дисперслығына) ҡарап — юғары (1 нм алып 0,1 мкм тиклем), түбән (1 мкм һәм унан ҙурыраҡ) һәм уртаса...

ДИССИМИЛЯЦИЯ

ДИССИМИЛЯЦИЯ (лат. dissimilatio — оҡшашмау), телмәр ағышында һүҙҙәге бер төрлө йәки оҡшаш өндәрҙең артикуляцион һәм акустик оҡшашмауы. Ассимиляцияның киреһе. Бер типтағы — һуҙынҡы (һуҙынҡылар Д.) йәки тартынҡы (тартынҡылар Д.) өндәр араһында осрай, ғәҙәттә әйтелеште еңеләйтеүгә йүнәлтелә. Йәнәш өндәр...

ДИСТАНЦИЯ

ДИСТАНЦИЯ (тарихта),  нығытмалы  сик  һыҙығының бер өлөшө.  Д. 10‑ға яҡын ҡәлғәнән, редуттан һ.б. нығытмаларҙан торған. Д. м‑н нач. етәкселек иткән (вазифаға ҡәлғәләрҙең береһенең дәрәжәһе б‑са өлкән коменданты йәки гарнизон командиры тәғәйенләнгән); ул, хәрби бурыстарҙан тыш, суд эшен алып барған,...

ДИСТРИКТ

ДИСТРИКТ, 18 б. Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек. 1719 й. 29 майындағы указ м‑н өйәҙҙәр урынына индерелә. Д. провинциялар һәм губерналар (һирәгерәк өйәҙҙәр, ведомстволар) составына ингән, улустарға бүленгән. Д. үҙәге булып дистрикт ҡалаһы торған, унда земство (комиссарлыҡ, идаралыҡ) канцелярияһы булған. Д. м‑н...

ДИТЕРИХС Михаил Константинович

ДИТЕРИХС Михаил Константинович (5.4.1874, С.‑Петербург — 9.10.1937, Шанхай ҡ., Ҡытай), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1918). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1900). 1894—1918 йй. һәм 1919 й....

ДИФЕНИЛОЛПРОПАН

ДИФЕНИЛОЛПРОПАН, 4,4‑диоксифенилдиметилметан, бисфенол А, диан, (C6H4OH)2С(СН3)2. Төҫһөҙ кристалл матдә; tиреү 156—157°С, tҡайнау 250—252°С (1,7 кПа түбән баҫым аҫтында). Ацетонда, бензолда, спиртта, хлороформда, бер аҙ углеводородтарҙа һәм һыуҙа эрей. Тирене, тын юлдары һәм күҙҙең лайлалы тиресәһен...

ДИФТЕРИЯ

ДИФТЕРИЯ (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Corynebacterium diphtheriae бактериялары; ҡояш яҡтыһы, юғары т‑ра, дезинфекция саралары һ.б. тәьҫирендә үлә. Ауыҙ ҡыуышлығы, танау, тамаҡ, тышҡы енес ағзалары, тире, ҡатнаш һ.б. Д. була. Һауа аша йоға. Дифтерия...

ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ОПЕРАТОР

ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ОПЕРАТОР, дифференциаль аңлатма һәм сик шарттары м‑н билдәләнгән оператор. Ябай һәм бүлендек сығарылмалы (мәҫ., эллиптик, гиперболик, параболик), һыҙыҡлы, квазиһыҙыҡлы, һыҙыҡлы булмаған Д.о. айырыла. Д.о. теорияһы операторҙар теорияһының классик ысулдарын (мәҫ., ҡыҫҡа сағылыштар ысулын)...

ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘ

ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘ, эҙләнелгән функция, уның төрлө дәрәжә сығарылмалары һәм ирекле үҙгәреүсәндәр ингән тигеҙләмә. Ябай (бер үҙгәреүсәнле функцияларҙың сығарылмалары ингән) һәм айырмалы сығарылмалар ингән Д.т.; һыҙыҡлы, квазиһыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған Д.т. айыралар. Төрлө процестар м‑н идара итеүсе...

ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘРҘЕ ТӨРКӨМЛӘП АНАЛИЗЛАУ

ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘРҘЕ ТӨРКӨМЛӘП АНАЛИЗЛАУ, симметриялар теорияһы, математика бүлеге, уның предметы булып үҙгәреүҙәрҙең өҙлөкһөҙ төркөмдәрен һәм ошо төркөмдәрҙең булыуын мөмкин һанаған дифференциаль тигеҙләмәләрҙе бергә тикшереү тора. Д.т.т.а. ысулдары математикала (дифференциаль тигеҙләмәләр...

ДИХЛОРЭТАН

ДИХЛОРЭТАН, 1,2‑дихлорэтан, этилендихлорид, ClCH2—CH2, туйындырылған галоген‑углеводород. Тығыҙлығы 1253 кг/м3, tиреү−35,3°С, tҡайнау 83,4°С булған төҫһөҙ шыйыҡса. Органик эреткестәрҙә — яҡшы, һыуҙа насар (0,87%) эрей; наркотик тәьҫиргә эйә, һауала ПДК‑һы 1 мг/м3 тәшкил итә. Хлор м‑н трихлорэтан, аммиак...

ДИЯРОВ Кәрим Мөхәмәҙи улы

ДИЯРОВ Кәрим Мөхәмәҙи улы [15.1.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Басай а. (хәҙ. БР-ҙың Баймаҡ р-ны Оло Басай а.) — 17.11.1986, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Ниғәмәт а.], ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1930 й. алып...

ДИЯШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ДИЯШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 14 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта Күсембәт й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 939 кеше; 1920 — 1484; 1939 — 1316; 1959 — 774; 1989 — 431; 2002 — 402; 2010 — 375 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ДМИТРИЕВ Александр Семёнович

ДМИТРИЕВ Александр Семёнович (26.8.1912, Сембер губернаһы Ундора а. — 30.11.1983, Өфө ҡ.), физиолог. Биология фәндәре докторы (1951), профессор (1952). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан университетын тамамлаған (1936). 1939 й. алып Красноярск педагогия институтының...

ДМИТРИЕВ Дмитрий Алексеевич

ДМИТРИЕВ Дмитрий Алексеевич (23.2.1893, Смоленск губ. Рославль ҡ. – 21.8.1967, Өфө), актёр, эстрада артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1944) һәм атҡ. (1941) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). 1908 й. алып — һәүәҫкәр театр труппаһы, 1921 й. башлап Воронеж, Вятка, Түб. Новгород,...

ДМИТРИЕВ Дмитрий Михайлович

ДМИТРИЕВ Дмитрий Михайлович (4.8.1961, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны (1984), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1999) тамамлаған. 1985 й. алып — Өфөнөң 2‑се поликлиникаһында, 1987—2006 йй. (өҙөклөк м‑н) 18‑се дауаханаһында (1999 й. башлап баш табип) эшләй....

ДМИТРИЕВ Николай Константинович

ДМИТРИЕВ Николай Константинович (28.8.1898, Мәскәү — 22.12.1954, шунда уҡ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР‑ҙың Пед. фәндәре академияһы акад. (1945), филол. ф. д‑ры (1938), проф. (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑Ÿарының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны...