Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗЕМСТВО РЕФОРМАҺЫ

ЗЕМСТВО РЕФОРМАҺЫ, Рәсәйҙә урындағы үҙидара органдары системаһын ойоштороу; реформаларҙың (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға ярашлы үткәрелә. Губерна һәм өйәҙҙәрҙә земство учреждениелары — земство йыйылыштары һәм земство башҡармалары...

ЗЕМСТВО СТАТИСТИКАҺЫ

ЗЕМСТВО СТАТИСТИКАҺЫ, Земстволарҙың статистик материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, анализлау һәм баҫып сығарыу б‑са эшмәкәрлеге. Дәүләт статистикаһы м‑н бер үк ваҡытта булған. З.с. үҫеше земство учреждениелары тарафынан губерна һәм өйәҙ халҡынан, ерҙәрҙән, сауҙа, сәнәғәт һ.б. эшмәкәрлектән земство йыйымдары...

ЗЕМСТВО ХӘРӘКӘТЕ

ЗЕМСТВО ХӘРӘКӘТЕ, 19 б. 70‑се йй. — 20 б. башында земство гласныйҙары һәм интеллигенцияһының земстволарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеүгә һәм земство үҙидара принциптарын юғары дәүләт власы төҙөлөшөнә индереүгә йүнәлтелгән либераль‑оппозицион ижт. һәм сәйәси эшмәкәрлеге. Император исеменә, Сенатҡа йәки ЭЭМ‑ға...

ЗЕМСТВО ҺӘМ ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

ЗЕМСТВО ҺӘМ ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә земство учреждениелары (ҡара: Земство йыйылыштары, Земство башҡармалары) һәм ҡала үҙидараһы органдары (ҡара: Ҡала думалары, Ҡала башҡармалары) эшмәкәрлегенә күҙәтеү алып барыусы урындағы дәүләт органдары. Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)...

ЗЕМФИРА

ЗЕМФИРА (Рамаҙанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы; 26.8.1976, Өфө), йырсы, музыкант, йырҙар авторы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1997; Ә.К.Мәсәлимова класы). 90‑сы йй. аҙағынан Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. “Земфира” рок төркөмөнөң ойоштороусыһы һәм солисы (Өфө, 1997). З. ижадына эмоциональ төрлөлөк, идея тәрәнлеге,...

ЗЕНГБУШ Егор Иванович

ЗЕНГБУШ Егор Иванович (19.4.1823, Лифляндия губ. — 3.1.1878, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.-майор (1864). Дворяндарҙан. 1843 й. алып рус армияһында. 1863 й. — Ырымбур казак ғәскәре штабы нач., 1865 й. алып (өҙөклөк м‑н) наказлы атаманы вазифаһын башҡара. 1875 й. 11 мартынан Ырымбур губернаторы һәм...

ЗЕНЦОВ Вячеслав Николаевич

ЗЕНЦОВ Вячеслав Николаевич (4.6.1955, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н). 1984—98 йй. БР‑ҙың төҙөлөш комплексы пр‑тиеларында эшләгән. Фәнни хеҙмәттәре ер аҫты коммуникацияларын электрохимик...

ЗЕНЦОВ Пётр Иванович

ЗЕНЦОВ Пётр Иванович [9.6.1889, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Слудка а. (Пермь крайының Чернушка р‑ны) — 26.8.1920, Ессентуки ҡ. янында, Өфөлә ерләнгән], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. башлап РСДРП Урал өлкә ком‑тының хәрби дружинаһы ағзаһы. 1910 й....

ЗЕНЬКОВСКИЙ Сергей Александрович

ЗЕНЬКОВСКИЙ Сергей Александрович (16.6.1907, Киев — 31.3.1990, Деланд ҡ., АҠШ), тарихсы. Филос. д‑ры (1942), профессор. Париж ун‑тын тамамлаған (1930). 1922 й. алып — Чехословакияла, Францияла, 1949 й. башлап АҠШ‑та йәшәй. Фәнни тикшеренеүҙәре боронғо урыҫ әҙәбиәте, старообрядсылыҡ тарихына, 1905—25 йй....

ЗЕФИРОВ Василий С.

ЗЕФИРОВ Василий С., яҙыусы. З. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәт аҙ һаҡланған. Уның Дини семинарияла уҡытҡанлығы билдәле. “Оренбургские губернские ведомости” гәз. Башҡортостанға арналған әҙәби‑этнографик очерктар һәм хикәйәләрен баҫтыра: “Башҡортостанға ҡымыҙға барыу” (“Поездка в Башкирию на кумыс”;...

ЗЕФИРОВ Николай Серафимович

ЗЕФИРОВ Николай Серафимович (13.9.1935, Ярославль ҡ. — 28.4.2017, Мәскәү ҡ.), химик-органик. РФА академигы (1987), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1965), профессор (1971). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) шунда уҡ эшләй, 1993 й. алып органик химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта...

ЗИГАДЕНУС

ЗИГАДЕНУС (Zygadenus), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, 1 төрө Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер З. үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбашлы үҫемлек. Һабағы төҙ, ябай, 25—80 см бейеклектә. Япрағы таҫма һымаҡ, осло, төбөнә табан тарая,...

ЗИГЗАГ МӘМЕРЙӘҺЕ

ЗИГЗАГ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девондың фран ярусы эзбизташы һәм доломитында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 2500 м, тәрәнлеге 120 м, майҙаны 9475 м2, күләме 37900 м3. Мәмерйә ауыҙы 1 м һәм 3 м диам. 2 ярыҡтан тора, Ҡотоҡ й. (Ағиҙел й. басс.) сағылының һул битләүендә урынлашҡан....

ЗИГОМИЦЕТТАР

ЗИГОМИЦЕТТАР (Zygomycetes), бәшмәктәр бүлеге. 4 тәртибе (зоопаг, мукор, эндогоний, энтомофтор бәшмәктәр), 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 4 тәртибе, 200‑ҙән ашыу төрө бар. З. вегетатив тәне – яҡшы үҫешкән күп ядролы (септирланмаған) мицелий. Төп билдәһе — һуңынан тыныс хәлдәге зигоспора...

ЗИМИН Александр Фёдорович

ЗИМИН Александр Фёдорович [15.10.1937, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Дмитриевка а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1962 й. алып СССР ФА БФ‑ның Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1963 й. — ӨДНТУ‑ла,...

ЗИМИН Юрий Степанович

ЗИМИН Юрий Степанович (1.7.1958, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңы Троевка а.), химик. Химия ф. д‑ры (2006), проф. (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1980), 1984 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре окисланыу процестары (ш. иҫ. Озон тәьҫирендәге) химияһын һәм химик кинетикаһын өйрәнеүгә, ш. уҡ химик экология мәсьәләләрен...

ЗИМИНА Нина Николаевна

ЗИМИНА Нина Николаевна (11.9.1942, Белорет ҡ. — 24.6.2014, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Магнитогорск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1966) 1976 й. тиклем Белорет ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Йәйғор” (“Радуга”) исемле тәүге китабы 1984 й. сыға. “Мөхәббәт менән йәшәйем” (“Живу...

ЗИНИН, ауыл, Өфө составында

ЗИНИН, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Октябрь р‑нының Нуғай а/с ҡарай. Ҡаланан һәм Өфө т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 314 кеше; 1920 — 499; 1939 — 640; 1959 — 412; 1989 — 210; 2002 — 301; 2010 — 369 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 17 б. башында Артемьевтар...

ЗИНКОВСКИЙ Валерий Михайлович

ЗИНКОВСКИЙ Валерий Михайлович (1.8.1937, Өфө ҡ. — 28.10.2020, шунда уҡ), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965). ӨАИ‑ны тамамлаған (1963). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Команда зачётында РСФСР чемпионы (1969). 1969 й....

ЗИНКОВСКИЙ Евгений Валерьевич

ЗИНКОВСКИЙ Евгений Валерьевич (23.12.1960, Өфө ҡ.), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1983). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). В.М.Зинковскийҙың улы. БАХИ‑ны тамамлаған (1986). “Уңыш” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе, 1983—89 йй. “Динамо” физкультура‑спорт...