Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИНВАЛИДЛЫҠ

ИНВАЛИДЛЫҠ (лат. invalidus — көсһөҙ, хәлһеҙ). 1) Ауырыу, травма йәки дефекттар арҡаһында организм функцияларының боҙолоуы йәшәү эшмәкәрлеген сикләүгә килтергән һәм инвалид тип танылған кешене соц. яҡлау кәрәклеген тыуҙырған һаулыҡ ҡаҡшауы. Беренсел һәм дөйөм И. айырыла. Организм функциялары боҙолоу...

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1973 й. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең (ҡара: Һуҡырҙар йәмғиәте) Мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1998 й. алып Респ. халыҡ ижады үҙәгенең И.и.й. 350 урынлыҡ тамаша залы, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, муз. студияһы, костюмдар, ял бүлмәләре бар. И.и.й. 8 үҙешмәкәр...

ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ

ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ, бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. И.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1988 й. И.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1998 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составы:...

ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ

ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең иҡт. сәйәсәтенең ҡушма өлөшө; капитал һалыу күләмен, структураһын, төп фондтарҙың үҫешен һәм яңырыуын билдәләй. И.с. маҡсаты — финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә милли иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе уңайлы инвестицион климат булдырыу. Совет...

ИНГИБИТОРҘАР

ИНГИБИТОРҘАР (лат. inhibeo – туҡтатам, тыйып торам), химик реакцияларҙы аҡрынайтыусы матдәләр. Химик һәм биологик ингибиторҙарҙы айыралар (ҡара: Антиоксиданттар, Коррозия ингибиторҙары). Ю.А.Сангалов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Бөйөк Британия, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия, Һиндостан, ҡайһы бер Африка дәүләттәренең рәсми теле; БМО‑ның рәсми эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Ирландия, Төньяҡ Америка, ҡайһы бер Азия илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 400 млн...

ИНДИКАТОР

ИНДИКАТОР (лат. indicator — күрһәткес), объекттың әлеге мәлдәге торошо йәки процесс барышы т‑дағы мәғлүмәтте уңайлы формала алыу һәм тапшырыу сараһы. Тормошҡа ашырыу ысулына ҡарап маркерлы (объектты табыуҙы һәм күҙәтеүҙе еңел- ләштереүсе ҡулайламалар), химик (химик реакция йәки физик процесс барышына...

ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА

ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА, ғәмәли математиканың сәнәғәт технологияларын эшләгәндә матем. ысулдарын ҡулланыуҙы өйрәнеүсе бүлеге. И.м. бурысы: производство системаларын анализлау һәм тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле матем. ысулдарын табыу. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып И.м. Авиация техник университетында,...

ИНДУСТРИЯЛАШТЫРЫУ

ИНДУСТРИЯЛАШТЫРЫУ, эре машина производствоһын булдырыу процесы, аграр йәмғиәттән индуст- риаль йәмғиәткә күсеү. Башҡортостанда И. 19 б. 70‑се йй. тау сәнәғәтендә башлана, акционерҙар йәмғиәте һәм компаниялары ойоштороу, сит ил (Англия, Бельгия, Франция) капиталының үтеп инеүе м‑н бергә бара. Металлургия...

ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ

ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ, етештереү, транспорт, энергетика, һыу хужалығы һ.б. б‑са талаптарҙы тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. И.ҡ. ҡулланыу өлкәһенә (машиналар эшләү, металлургия, химия сәнәғәте, энергетика һ.б.), ер йәки һыу өҫтө кимәленә ҡарата урынлашыуына (ер өҫтө һәм ер аҫты ҡоролмалары,...

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО, “Бөтә халыҡтар өсөн ғибәҙәтҡылы уйорто”. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. төҙөлә (1 ҡатлы), 1992 й. яңы бинаһы һалына. Башҡортостан инжил христиан‑баптистары сиркәүҙәре берекмәһе ҡарамағында. Ғибәҙәт ҡылыу йортоноң бинаһы (майҙаны 580 м2) кирбестән төҙөлгән,...

ИНЖИЛ ХРИСТИАНДАРЫ

ИНЖИЛ ХРИСТИАНДАРЫ, инжилсылар, пашковсылар, Рәсәйҙә 19 б. 70‑се йй. уртаһында протестантлыҡта барлыҡҡа килгән, баптизмға яҡын торған ағымға эйәреүселәр. И.х. тәғлимәтенә ярашлы, “ҡотолоу” мөмкинлеге “һайлап алынғандарға” ғына түгел, ә Иисус Христосҡа ышанған һәр кемгә бирелә; “ҡотолоу” юлын кеше үҙе...

ИНЙӘР ЗАВОДЫ

ИНЙӘР ЗАВОДЫ, 1890 й. С.П.Дервиз тарафынан Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы ерҙәрендәге Оло һәм Кесе Инйәр йй. араһында, уларҙың Инйәр й. ҡойған урынында, суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Дервиз, 1898 й. алып Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте. Инйәр тау округына ингән. 1892 й. эшләй...

ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. Мәскәүҙә С.П.Дервиз тарафынан Рус сауҙа‑сәнәғәт банкыһы ҡатнашлығында ойошторола. 1917 й. тиклем Дервиздар ғаиләһе контроле аҫтында була. 1898 й. йәмғиәттең төп капиталы 2,4 млн һум (250‑шәр һумлыҡ 960 акция) тәшкил итә; күсемһеҙ милек хаҡы 1899 й. —...

ИНЙӘР ТЕШТӘРЕ

ИНЙӘР ТЕШТӘРЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йй. араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 2 км, көньяҡ өлөшө — яҡынса 3 км, абс. бейеклеге 116 км. Рельефы ҡатмарлы....

ИНЙӘР УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ИНЙӘР УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас һәм сайыр әҙерләү, ағас күмере яндырыу, ағас‑таҡта, штакетник, аҡ шыршы майы етештереү м‑н шөғөлләнгән. 1924 й. Белорет заводы өсөн ағас әҙерләү һәм ағас күмере яндырыу б‑са Инйәр‑Лапышты контораһы булараҡ ойошторола, 1928 й. И.у.с.х. составына Архангел, Белорет,...

ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ

ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған кире тектоник структура. Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай, Аҡтаныш-Шишмә бөгөлөнөң көнсығыш дауамы. Башлыса Ағиҙел депрессияһында киңлек йүнәлешендә һуҙылып, Көньяҡ Уралдың алғы йыйырсыҡтарында тамамлана. И.‑Т.б. көньяҡ ҡыры фамен ярусы ҡатламдары буйынса...

ИНЙӘР, Белорет р‑нындағы ауыл

ИНЙӘР, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Оло Инйәр й. буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 166 кеше; 1920 — 1671; 1939 — 3612; 1959 — 2641; 1989 — 4842; 2002 — 4380; 2010 — 4329 кеше. Башҡорттар,...

ИНЙӘР, йылға

ИНЙӘР, Оло Инйәр, йылға, Эҫем й. һул ҡушылдығы. Көмәрҙәк һыртының көньяҡ‑көнсығышындағы һаҙлыҡтарҙан башлана. Белорет р‑нында төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа йүнәлгән ағышы Ҡарталы а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола (Ҡаҙмаш һәм Туҙ йй. тамаҡтары араһында төньяҡҡа ҡарай аға), артабан Архангел,...

ИНЙЫЛҒА, Ғафури р‑нындағы ауыл

ИНЙЫЛҒА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бельский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 63 кеше; 1920 — 914; 1939 — 932; 1959 — 741; 1989 — 507; 2002 — 441; 2010 — 389 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...