Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИРКӘБАЕВ Олег Геннадьевич

ИРКӘБАЕВ (Иркәбаев‑Этайн) Олег Геннадьевич (14.3.1955, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Тымбай а.), режиссёр. РФ‑тың (2005) һәм Мари Эл Респ. (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү мәҙәниәт ин‑тын (1979; Г.А. Георгиевский курсы), ГИТИС‑ты (1987; Б.Г.Голубовский курсы) тамамлаған. 1979—83 йй. М.Шкетан ис. Мари драма...

ИРЛӘНДӘР

ИРЛӘНДӘР, алйырҙандар (Cricetinae), кимереүселәр отрядына ҡараған алйырҙандар ярым ғаиләһе. Яҡынса 80 заты, 390 төрө билдәле. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, ҡайһы бер төрҙәре Африкала һәм Евразияла таралған. БР‑ҙа 2 затҡа ҡараған 2 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—35 см, ауырлығы 60—1100 г. Төҫө көлһыу йәки...

ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы

ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы (6.9.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) БАССР‑ҙың Мәғариф министрлығында,...

ИРНАЗАРОВА Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы

ИРНАЗАРОВА Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (15.3.1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 3.11.2000, Сибай ҡ.), актриса. БАССРҙың атҡ. артисы (1972). 1941 й. Башҡ. филармонияһы солисы, 1942—73 йй. Сибай ҡала драма театры актрисаһы. И. тәүге, башлыса муз. спектаклдәрҙәге ролдәренә лиризм һәм...

ИРРЕГУЛЯР ҒӘСКӘРҘӘР

ИРРЕГУЛЯР ҒӘСКӘРҘӘР, 18 б. — 1918 й. рус армияһының даими ойошторолошо булмаған йәки регуляр ғәскәрҙәрҙән обмундированиеһы, ҡоралландырылыуы һәм комплектланыу ысулы м‑н айырылған ҡораллы формированиелары. И.ғ. казак ғәскәрҙәре (ҡара: Казак ҡатламы) һәм башлыса урыҫ булмаған халыҡ вәкилдәренән тупланған...

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы (13.10.1942, БАССР-ҙың Миәкә р‑ны Ҡанбәк а.), актриса. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1998) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин курсы), ӨДСИ‑не (1987; А.К.Лощенков курсы) тамамлаған....

ИРСАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ИРСАЙ, Р ы с а й а л, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Загородная т. юл ст. Т.-Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 599 кеше; 1920 — 673; 1939 — 595; 1959 — 521; 1989 — 428; 2002 — 523; 2010 — 53 кеше. Мариҙар...

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы [28.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 13.11.1983, Ленинград], дин әһеле, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1975—80, ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төйлөгән а....

ИСӘМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл

ИСӘМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 124 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1393 кеше; 1920 — 1639; 1939 — 1480; 1959 — 973; 1989 — 826; 2002 — 811; 2010 — 728...

ИСӘТ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ

ИСӘТ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, Рәсәй императрицаһы Анна Иоанновнаның 1736 й. 11 февр. шәхси указы б‑са атаман Ермак отряды казактары нәҫелдәренән һәм үҙ ирке м‑н килеүселәрҙән — Себер ҡала казактарынан, дворян һәм ҡасҡын крәҫтиәндәрҙән (ҡара: Иррегуляр ғәскәрҙәр, Казак ҡатламы) Себер губернаһы Тубыл провинцияһында...

ИСӘТ ПРОВИНЦИЯҺЫ

ИСӘТ ПРОВИНЦИЯҺЫ, башҡорт ихтилалы (1735—40) башланыу сәбәпле 1737 й. авг. Урал аръяғы Башҡортостанында ойошторола (июндә Минзәлә кәңәшмәһендә В.Н.Татищев, Л.Я.Саймонов, А.И.Тәвкилев, Өфө воеводаһы С.Шемякин ҡабул иткән ҡарар һәм Сенат указы нигеҙендә). Яңы провинция үҙәге төҙөү төбәктә хөкүмәт ғәскәрҙәренең...

ИСЕМ

ИСЕМ, предмет төшөнсәһен белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Хәҙ. башҡорт телендә уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ И. бар. Уртаҡлыҡ И. предмет һәм күренештәрҙең дөйөмләштерелгән атамаһын белдерә, мәҫ.: “апай”, “йылға”, “ҡала”; яңғыҙлыҡ И. башҡалар араһынан билдәле бер предметты йәки күренеште айырып күрһәтеү өсөн ҡулланыла:...

ИСЕМ ҠУШЫУ

ИСЕМ ҠУШЫУ, башҡорттарҙа яңы тыуған балаға исем биреү йолаһы (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар). Бала тыуғандан һуң 3‑сө, 7‑се йәки 40‑сы көнгә үткәрелгән; тәүҙә И.ҡ. бишек туйы ваҡытында уҙғарылған. Бала тыуғас, уға яуыз көстәрҙән һаҡлаусы исем бирелгән: кендек әбейе, баланың беләгенә еп бәйләп, уны...

ИСЕМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ИСЕМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 143 кеше; 1920 — 111; 1939 — 89; 1959 — 499; 1989 — 717; 2002 — 823; 2010 — 708 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ИСКӘНДӘР, Дәүләкән р-нындағы ауыл

ИСКӘНДӘР, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Бик‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Айырҡул й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1085 кеше; 1920 — 935; 1939 — 856; 1959 — 595; 1989 — 297; 2002 — 252; 2010 — 254 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ИСКӘНДӘРИӘ Тамара Ишбулды ҡыҙы

ИСКӘНДӘРИӘ (Юлдашева) Тамара Ишбулды ҡыҙы [10.6.1958, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2012). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан пионеры” гәз., 1990 й. алып...

ИСКӘНДӘРОВ Алексей Искәндәр улы

ИСКӘНДӘРОВ Алексей Искәндәр улы [21.3.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ирсай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 2.1.1999, Йошкар‑Ола], хор дирижёры, комп., муз.‑йәмәғәт эшмәкә- ре. Мари АССР‑ының Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). РСФСР‑ҙың (1960) һәм Мари АССР‑ының (1942) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын...

ИСКӘНДӘРОВ Зөфәр Ғүмәр улы

ИСКӘНДӘРОВ Зөфәр Ғүмәр улы (8.10.1964, БАССР-ҙың Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ а.), спортсы. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Урал физик культура академияһын тамамлаған (1999). РОСТО‑ның балалар һәм үҫмерҙәр спорт-техник махсус мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Салауат ҡ.,...

ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы

ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы (28.2.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а.), педагог. Филол. ф. канд. (1980). РФ (1993) һәм БАССР (1982) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1957), БДУ‑ны (1965)...

ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна

ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна (26.12.1953, Октябрьский ҡ.), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БДПИ‑ны тамамлаған- дан һуң (1976) Октябрьский ҡ. эшләй: 18‑се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1977 й. алып ӨНИ‑лә, 1982 й. — коммуналь‑төҙөлөш техникумында, 1985—90 йй. мед. уч‑щеһында уҡыта. 1991—2004 йй....