Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 7—3 бб. ҡарай. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асылған Иткүл (Исәт й. басс.) янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡортостанда И.м. ҡомартҡылары (20‑гә яҡын) Әй й. басс., Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. үрге ағымында тупланған (Аҙанай, Иткүл...

ИТҠОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ИТҠОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.- Көнб. 53 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 266 кеше; 1920 — 328; 1939 — 325; 1959 — 244; 1989 — 75; 2002 — 104; 2010 — 101 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ИТТИХАТ, Бишбүләк р-нындағы ауыл

ИТТИХАТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Калинин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 422 кеше; 1989 — 331; 2002 — 340; 2010 — 284 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. 20 б. 20‑се йй....

ИУДАИЗМ

ИУДАИЗМ, иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Фәләстанда барлыҡҡа килә, башлыса йәһүдтәр араһында таралған. Дин ғилеме сығанағы — Тәүрат; догматик, дини‑этик һәм хоҡуҡ ҡанундары — Талмудта, йәһүдтәрҙең тормошон көйләүсе ҡанундар Һалахала теркәлгән. И. эйәреүселәр бер Аллаға,...

ИУСТИН

ИУСТИН (донъяуи исеме Полянский Михаил; 1831, Воронеж губ. — 26.9.1903, Херсон губ., Изге Григорий Бизюково монастыры), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1896— 1900). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1872). Монахлыҡ ҡабул иткән (1864). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1869) Харьков дини...

ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы

ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5.3.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түб. Бишенде а. — 5.4.2018, БР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1970), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). 1951 й. алып “Туймазабурнефть” тресында,...

ИХСАН Әхтәм Сөләймән улы

ИХСАН (Ихсанов) Әхтәм Сөләймән улы [16.12.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибрай а. (БР-ҙың Күгәрсен р‑ны) — 22.9.1992, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡый (1933—35). 1929 й. алып “Башҡортостан йәштәре” гәз., 1930 й. —...

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы [26.11.1906, Өфө губ. Силәбе өйәҙе Мәтәл а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 25.12.1997, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1958), проф. (1964). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1934 й. тиклем һәм 1939 й....

ИХСАНОВ Рамаҙан Миңлехан улы

ИХСАНОВ Рамаҙан Миңлехан улы [2.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтағол а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 12.11.1983, Әлмәт ҡ.], актёр. ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1969) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1950; Ғ.С.Саттаров курсы) 1952 й. тиклем һәм 1954 й. алып — Салауат башҡ....

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы (27.9.1965, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Түбәнге Әүрез а.), лётчик, полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1987—88 йй. Афғанстанда һәм 1995—96 йй., 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1986), Ю.А.Гагарин...

ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы

ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы [6.8.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сабай а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.7.2001, Өфө], актриса. Татар сәнғәт техникумын тамамлаған (Ҡазан, 1931). 1932 й. алып — Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1947—70 йй. БАДТ актрисаһы. Баймаҡ колхоз‑совхоз...

ИХТИЛАЛ (1747)

ИХТИЛАЛ (1747), типтәр-бобыль И., һалымдарҙың артыуы арҡаһында Уҫы даруғаһы һәм Себер даруғаһы халҡының хөкүмәткә ҡаршы сығышы. Типтәрҙәргә һәм бобылдәргә яһаҡ (һәр йорттан 82 тин) урынына — һалым (һәр ир‑ат башына 80 тин), мишәрҙәргә яһаҡ (һәр йорттан 25 тин) һалыуҙы индергән 1747 й. 22 майындағы Сенат...

ИХТИЛАЛ (1835)

ИХТИЛАЛ (1835), Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Шадринск өйәҙе һәм Көңгөр өйәҙе, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө, 4‑се һәм 5‑се кантондары халҡының ҡораллы күтәрелеше. Һалым һәм йөкләмәләрҙең күпкә артыуы,...

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ, осраҡлы күренештәрҙең матем. моделдәрен өйрәнеүсе математика фәне. И.т. төп бурысы — ваҡиғаның ихтималлығын (осраҡлы һынауҙар һөҙөмтәһендә ваҡиғаның тормошҡа ашырылыу мөмкинлеген характерлаусы һанды) табыу. И.т. осраҡлы ваҡиғаларҙың ихтималлығы һәм уларҙың күп һанлы бойондороҡһоҙ...

ИХТИОЛОГИЯ

ИХТИОЛОГИЯ (гр. ichthys — балыҡ һәм ...логия), зоологияның балыҡтарҙы һәм түңәрәғауыҙҙарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын өйрәнә, балыҡ хужалығын маҡсатҡа ярашлы алып барыуҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләй һәм практикаһын камиллаштыра, ресурстарҙы...

ИХТИСАМОВ Хәмзәфәр Сабир улы

ИХТИСАМОВ Хәмзәфәр Сабир улы (27.1.1937, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Шишмә а. — 13.12.2008, Өфө), музыка белгесе‑фольклорсы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1997). Композиторҙар союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961), Ҡазан консерваторияһын (1969) тамамлаған. 1964 й. алып — Салауат, 1967 й. — Әлмәт...

ИШАН

ИШАН (фарс. улар), мосолман илдәрендә, ш. уҡ Рәсәйҙә ислам таралған төбәктәрҙә суфый остазының юғары дәрәжәһе (ҡара: Суфыйсылыҡ). И. дәрәжәһен бөтә тәриҡәт башлығы, уға нигеҙ һалыусының эшен дауам иткән йәки өлкән вариҫы, тәриҡәттең теге йәки был төбәктәге башлығы йәки уның вәкиле, айырым община башлығы...

ИШӘЙ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ

ИШӘЙ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ. Ишембай р‑нының Ишәй а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һәләүек й. үҙәненең уң ярында урынлашҡан. Мәмерйәләр карслы, көңгөр ярусының гипстарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле үҙ‑ара тоташҡан 6 горизонталь мәмерйә‑коридорҙан ғибәрәт. Оҙонлоғо 1002 м, уртаса киңлеге 4,6 м,...

ИШӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ИШӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 885 кеше; 1920 — 1095; 1939 — 1426; 1959 — 1243; 1989 — 864; 2002 — 986; 2010 — 1000 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ИШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ИШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 21 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.-Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта Һөйә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 368 кеше; 1939 — 303; 1959 — 351; 1989 — 237; 2002 — 209; 2010 — 223 кеше. Башҡорттар...