Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙОНДОҘҠАЙ

ЙОНДОҘҠАЙ (Stellaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда Й. 8 төрө үҫә: һаҙ, ҡаты япраҡлы, туғай һ.б. Күп йыллыҡ, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы йәки йомро, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—60 см....

ЙОНДОҘЛО, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ЙОНДОҘЛО, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 257 кеше; 1959 — 156; 1989 — 159; 2002 — 143; 2010 — 129 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1926 й. Бәләбәй...

ЙОНДОҘЛОҠТАР

ЙОНДОҘЛОҠТАР, йондоҙло күк өлөштәре йәки улар эсендәге йондоҙ фигуралары. Боронғо замандарҙан уҡ кешеләр яҡты йондоҙҙарҙан торған билдәле фигураларға исем биргән. Һәр бер мәҙәниәттә күк йөҙөн үҙенә бер төрлө итеп фрагменттарға бүлеү принцибы булған. 1930 й. йондоҙҙарҙы табыу һәм билдәләү еңелерәк булһын...

ЙОНОС ТОРАМАҺЫ

ЙОНОС ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡҡа — б.э.т. 2 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. Мәсетле р‑нының Йонос а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1969 й., 1972 й., 1980 й. өйрәнелә, 1982 й. А.И.Лебедев тикшерә. Майҙаны 3500 м2,...

ЙОНОС, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЙОНОС, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 149 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 570 кеше; 1920 — 315; 1939 — 234; 1959 — 259; 1989 — 373; 2002 — 382; 2010 — 457 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙОНОС, Салауат р‑нындағы ауыл

ЙОНОС, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 342 кеше; 1920 — 386; 1939 — 417; 1959 — 353; 1989 — 248; 2002 — 277; 2010 — 248 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ЙОРТ

ЙОРТ, команда, идара итеүҙең кантон системаһында иң түбән хәрби-терр. берәмек. 1789 й. ойошторола, 1798 й. 10 апр. указ м‑н раҫлана. Бер нисә ауылдан торған, кантон составына ингән. Й. м‑н йорт старшинаһы етәкселек иткән. Й. һандар м‑н билдәләнгән. 1826 й. Башҡортостанда 375 башҡ. һәм 67 мишәр Й. иҫәпләнгән....

ЙОРТ-ҠАРАЛТЫ

ЙОРТ-ҠАРАЛТЫ, айырым бер хужалыҡты хасил иткән торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтылары һәм өй янындағы биләмәләр (емеш, йәшелсә баҡсаһы һ.б.) комплексы (күбеһенсә ауыл ерендә). Башҡорттарҙың Й.‑ҡ. барлыҡҡа килеүе ауылдар үҫешенән башлана. 19 б. 40‑сы йй. тиклем башҡ. торамаларында торлаҡтар һәм хужалыҡ ҡаралтылары...

ЙОСОП АРЫҠОВ

ЙОСОП АРЫҠОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы. Батыр. Мулла. Бәпәнәй Төрөпбирҙин м‑н берлектә Себер даруғаһындағы ихтилалды етәкләй. 1735 й. авг. Й.А. һәм Байрас Йәнырыҫов отрядтары Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша, Тинес биҫтәһенән Ырымбур ҡ....

ЙОСОП НАДИРОВ

ЙОСОП НАДИРОВ, башҡорт ихтилалын (1735—40) һәм Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Ҡазан даруғаһы Надир улусы Яңы Надир а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) башҡорто. Тархан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Надир Ураҙмәтовтың улы. 1754 й. атаһы м‑н бергә нефть з‑ды төҙөүгә рөхсәт ала....

ЙОСОП, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ЙОСОП, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 763 кеше; 1920 — 905; 1939 — 1180; 1959 — 976; 1989 — 652; 2002 — 723; 2010 — 668 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ЙОСОП, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЙОСОП, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 29 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 604 кеше; 1920 — 843; 1939 — 537; 1959 — 552; 1989 — 553; 2002 — 527; 2010 — 529 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЙОСОП, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ЙОСОП, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта 2‑се Беҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 301 кеше; 1939 — 298; 1959 — 327; 1989 — 182; 2002 — 210; 2010 — 196 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЙОСОПОВ Азат Тимерйән улы

ЙОСОПОВ Азат Тимерйән улы (30.3.1978, Өфө — 13.10.2001, Киров өлк., тыуған яғында ерләнгән), спортсы. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2000). 15‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.В.Ребров). 1996 й. алып Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһаған...

ЙОСОПОВ Билал Мөғтәсим улы

ЙОСОПОВ Билал Мөғтәсим улы [25.12.1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Мерәҫ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 26.2.1999, Өфө], геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1959), проф. (1969). ТАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1964). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1935) Татарстан геол.‑разведка тресы геологы,...

ЙОСОПОВ Вәкил Барый улы

ЙОСОПОВ Вәкил Барый улы (20.2.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Әмин а.), актёр, режиссёр. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). ӨДСИ‑не (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу ин‑тын (Мәскәү,...

ЙОСОПОВ Ғайса Ғәлиәкбәр улы

ЙОСОПОВ Ғайса Ғәлиәкбәр улы [21.5.1905, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Дәүләтҡол а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) – 19.8.1941, Ленинград өлк. Меньково ҡсб], шағир. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (1934) хәрби табип булып эшләй. Ижадының...

ЙОСОПОВ Данир Рифхәт улы

ЙОСОПОВ Данир Рифхәт улы (18.7.1980, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2008). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2007). 22‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Арсентьева). Рәсәй чемп. (1999, 2002—07, 2009—10), Донъя (2009—10) һәм Рәсәй (1998,...

ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы

ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы [1.9.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Буралы а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 16.4.1991, Өфө], инженер-радиотехник. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков лётчик-күҙәтеүселәр һәм штурмандар хәрби авиация уч‑щеһын...

ЙОСОПОВ Ҡасим Нәзиф улы

ЙОСОПОВ Ҡасим Нәзиф улы (26.11.1935, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сырышбаш а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Сыйрышбаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1985), проф. (1991). РФ‑тың (2006), БАССР‑ҙың (1985), ТР‑ҙың (2007) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан...