Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙОСОПОВ Мират Зиятдин улы

ЙОСОПОВ Мират Зиятдин улы (28.1.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сырышбаш а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сыйрышбаш а.), тау инженеры‑геолог. Техник ф. канд. (1975). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1989), ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1970), ТР‑ҙың почётлы нефтсеһе (2003)....

ЙОСОПОВ Ринат Мөхәмәт улы

ЙОСОПОВ Ринат Мөхәмәт улы (13.11.1951, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. — 15.1.2011, Өфө), антрополог, этнограф. Тарих ф. канд. (1982). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) 1977 й. тиклем һәм 1980 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. —...

ЙОСОПОВ Ринат Шәйхулла улы

ЙОСОПОВ Ринат Шәйхулла улы (1.1.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рапат а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1965—2007 йй. Саҡмағош р-нының “Карл Маркс” АХПК‑нда эшләй: тракторсы‑машинист, 1997—2004 йй. инженер‑технолог. 1976 й. эш нормаһын 1,6 тапҡыр арттырып үтәү һәм һөрөүҙең сифатын яҡшыртыу һөҙөмтәһендә...

ЙОСОПОВ Риф Сәғәҙәтулла улы

ЙОСОПОВ Риф Сәғәҙәтулла улы (4.8.1964, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сыйрышбаш а.), инженер‑гидротехник. А.х. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Саҡмағош р‑нында эшләй: энергетик, 1988 й. алып баш инженер, 1992 й. башлап С.М.Киров ис. к‑з, 2000 й. — “Алға" АХПК...

ЙОСОПОВ Тимер

ЙОСОПОВ Тимер (Тимербай Йосоп улы; 31.5.1938, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Түбәнге Әбсәләм ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм а., — 16.3.2016, Өфө ҡ.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны...

ЙОСОПОВ Тимур Тәүхәт улы

ЙОСОПОВ Тимур Тәүхәт улы (21.9.1973, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). “Кэмпо” (тренеры М.М.Ғәбдрәхимов) һәм ӨДАТУ (Р.С.Саяпов, В.Д.Чистонов) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Азия...

ЙОСОПОВ Фәрит Сабир улы

ЙОСОПОВ Фәрит Сабир улы (24.1.1925, Орск ҡ. – 23.1.2001, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1949). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогтары А.А.Писарев, А.В.Ширяев) 1971 й. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1959—62 йй. баш...

ЙОСОПОВ Харис Монасип улы

ЙОСОПОВ Харис Монасип улы [24.8.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл ауылы (БР‑ҙың Салауат районы) — 7.6.2009, Силәбе өлкәһе Рощино ҡсб, ш. уҡ өлкәһе Казанцево ауылында ерләнгән], тренер. Проф. (1995). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле...

ЙОСОПОВ Харрас Ғәлиәкбәр улы

ЙОСОПОВ Харрас Ғәлиәкбәр улы [1.3.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Асы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) – 12.2.2006, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән], тел белгесе, педагог. Филол. ф. канд. (1956). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1988), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы...

ЙОСОПОВ Хәмит Ғәббәс улы

ЙОСОПОВ Хәмит Ғәббәс улы [1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1993, Яр Саллы ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1933—38 йй. Әлшәй р‑ны колхозы тракторсыһы, 1946 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тының Капиталь төҙөлөш идаралығы бульдозерсыһы; 1972—77 йй....

ЙОСОПОВ Һарун Вәли улы

ЙОСОПОВ Һарун Вәли улы (22.6.1914, Ҡазан — 26.6.1968, шунда уҡ), археолог, тюрколог, этнограф. Тарих ф. канд. (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1941), 1946 й. алып шунда уҡ эшләй (этнография музейы мөдире). 1952 й. башлап СССР ФА БФ‑ының ТТӘИ‑ндә (1955 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р),...

ЙОСОПОВА Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы

ЙОСОПОВА Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы (21.12.1901, Орск ҡ. — 30.8.1969, Өфө), актриса, театр‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. (1944), БАССР‑ҙың халыҡ (1940) һәм атҡ. (1935) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1936). Орск уҡытыусылар курсын тамамлағандан һуң (1915) 1918 й. тиклем татар мәктәбендә (Орск),...

ЙОСОПОВА Нәфисә Ислам ҡыҙы

ЙОСОПОВА Нәфисә Ислам ҡыҙы (26.1.1953, Прилуки ҡ.), радиофизик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1988). И.Й.Йосоповтың ҡыҙы. Воронеж ун‑тын тамамлағандан һуң (1975) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1989 й....

ЙОСОФ

ЙОСОФ, Йосоп (?—1554), Нуғай Урҙаһы бейе (1549—54). Иҙеүкәй нәҫеленән. Кенәз Йосоповтар нәҫелен башлап ебәреүсе. 1530—40 йй. нураддин (Урҙала уң ҡанат хакимы). 1546 й. Сафагәрәйгә Ҡазан ханлығы тәхетен кире ҡайтарыуҙа ярҙам итә. Идара итеү осоронда көнсығыш дәүләттәр сәйәсәтен хуплаған әһелдәр башында...

ЙОФАР

ЙОФАР (Desmana moschata), бөжәк ашаусылар отрядының йофарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 18—21 см, ауырлығы 4,5 кг тиклем. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ, арҡаһында ҡара көрән, ҡорһағында көмөш-һоро төҫтә, һыуланмай. Башы оҙонса, танауы оҙон, хәрәкәтсән “томшоҡ” рәүешендә. Күҙе...

ЙӨГӘМЕШ ҠАЛАСЫҒЫ

ЙӨГӘМЕШ ҠАЛАСЫҒЫ, 5—7 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Яңауыл р‑ны Йөгәмеш а. көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ҡалатау түбәһендә урынлашҡан. 1967 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1988 й. Б.Б.Агеев өйрәнә. Ҡаласыҡ (майҙаны яҡынса 10 мең м2) 2 ур (бейеклеге яҡынса 1—2 м) һәм соҡор м‑н уратып...

ЙӨГӘМЕШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЙӨГӘМЕШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 914 кеше; 1920 — 1029; 1939 — 840; 1959 — 835; 1989 — 425; 2002 — 393; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана...

ЙӨҘ ҘӘ ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ

ЙӨҘ ҘӘ ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ, 1942 й. апр. Юғары Баш командалығы ставкаһының директиваһы б‑са БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков т. юл ст. ойошторола. Бригада составына айырым артиллерия, танкыға ҡаршы истребитель һәм миномёт дивизиондары, 4 уҡсылар батальоны, элемтә батальоны, разведка һәм...

ЙӨҘ ҘӘ ЕТМЕШЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

ЙӨҘ ҘӘ ЕТМЕШЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1939 й. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола. Дивизия составында 361‑се, 422‑се, 717‑се уҡсылар, 512‑се гаубица‑артиллерия һәм 294‑се еңел артиллерия полктары, айырым 210‑сы артиллерия һәм 286‑сы зенит дивизиондары, 134‑се разведка, 210‑сы элемтә һәм 186‑сы мед.‑санитар батальондары...

ЙӨҘ ҘӘ УН ӨСӨНСӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ

ЙӨҘ ҘӘ УН ӨСӨНСӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. ғин.—мартында СССР Дәүләт оборона ком‑тының 1941 й. 13 нояб. ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Благовещен р‑нында ойошторола. Дивизия составында 276‑сы, 295‑се, 314‑се кавалерия полктары, 113‑сө айырым химик һаҡланыу эскадроны һәм 113‑сө мед.‑санитар взводы була. Көньяҡ...