Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич

КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич (29.2.1952, Гайсин ҡ. — 1.9.2019, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Рига юғары хәрби авиация инженерлыҡ училищеһын тамамлаған (1978). 1979 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1996 й. башлап БДУ‑ла: 1998 й. алып Башҡ. эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге...

КАБАЛЬНОВ Юрий Степанович

КАБАЛЬНОВ Юрий Степанович (6.9.1948, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.7.2009, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып информатика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы динамик объекттар м‑н...

КАБАЛЬНОВА Наталья Нурулла ҡыҙы

КАБАЛЬНОВА Наталья Нурулла ҡыҙы (20.8.1953, Харьков ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Органик химия ин‑тында эшләй (2000 й. алып лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре озон, кислород, органик һәм органик булмаған перекись берләшмәләре, хлорҙың кислородлы берләшмәләре...

КАБЕЛЬ

КАБЕЛЬ (голландса kabel — канат, трос), герметик тышлыҡ эсендә бер йәки бер нисә изоляцияланған үткәргесе булған электротехник изделие. Электр энергияһы тапшырыу К. (юғары вольтлы электр энергияһы тапшырыу линияларында, сәнәғәт пр‑тиеларын, транспортты һәм коммуналь объекттарҙы, судноларҙың, осоу аппараттарының...

КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ

КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевизион сигналды ҡабул иткән, эшкәртеүҙе һәм элемтә кабеле линиялары б‑са абонентҡа еткереүҙе тәьмин иткән техник саралар комплексы. Сигнал К.т. төп станцияһынан эре бүлеү пункттарына (узелдарына) тиклем оптик кабель б‑са тапшырыла, унан һуң электрон формаға әйләндерелә һәм...

КАГАН Анри

КАГАН Анри (15.12.1930, Булонь-Бийанкур, Франция), химик‑органик. Филос. д‑ры (1960). Франция ФА‑ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1991), БР ФА‑ның (2002), Польша ФА‑ның (1994) сит ил ағзаһы. Париж ун‑тын (1954) һәм Милли юғары мәктәпте (Париж, 1954) тамамлаған. 1962—67 йй. Францияла колледжда, бер үк ваҡытта...

КАГАНОВ Зосим Григорьевич

КАГАНОВ Зосим Григорьевич (23.12.1911, Киев — 23.11.1998, С.‑Петербург), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (1963), проф. (1969). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) 1940 й. тиклем Целлюлоза‑ҡағыҙ комб‑ты ТЭЦ‑ында (Сегежа эшселәр ҡасабаһы) эшләй, 1942—46 йй. — Ҡыҙыл Армияла. 1948 й. алып...

КАДМИЙ

КАДМИЙ (Cadmium), Cd, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫтәге йомшаҡ, сүкелеүсән, һуҙылыусан металл; tиреү 321,1°С, tҡайнау 766,5°С, тығыҙлығы 8650 г/см3. К — юғары кимәлдә үткәргес, диамагнит. Дымлы һауала һаҡлаусы оксид плёнкаһы м‑н ҡаплана, бүлмә т‑раһында...

КАДОМЦЕВТАР

КАДОМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шувалко Кадомец, Өфө янындағы Богородский а. нигеҙ һалыусы һәм уның старостаһы (17 б. башы). Уның вариҫтарынан киң билдәлеләре: Самуил Евменьевич К. (1854, Златоуст ҡ. — 1942, Өфө), 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губерна казначействоһы чиновнигы....

КАЗАК ҠАТЛАМЫ

КАЗАК ҠАТЛАМЫ (төркисә казак — ирекле кеше), 15—17 бб. ялланып эшләүсе ирекле кешеләр, Рус дәүләтенең сик буйында хәрби хеҙмәт үтәүселәр; 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙәге хәрби ҡатлам; 20 б. башы урыҫ эмиграцияһы араһында, СССР‑ҙа, РФ‑та, Ҡаҙағстанда һәм Украинала этносоц. берләшмә. 18 б. тиклем ирекле...

КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ

КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә казак ҡатламы өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. 19 б. башында казак ғәскәре командалығы инициативаһы м‑н ойошторолған. Ғәскәри хужалыҡ идараһы һәм казак ғәскәренең хәрби бүлектәре атамандары, 1916 й. алып Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡасабалар...

КАЗАКОВ Валерий Петрович

КАЗАКОВ Валерий Петрович (11.7.1934, Алыҫ Көнсығыш крайының Владимир‑Александровка а. — 6.8.2010, Өфө ҡ.), физик‑химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ленинград университетын тамамлағандан һуң (1957) СССР ФА Археология...

КАЗАКОВ Дмитрий Валерьевич

КАЗАКОВ Дмитрий Валерьевич (31.10.1970, Өфө) химик. Химия ф. д‑ры (2008). В.П.Казаковтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Органик химия ин‑тында эшләй. 2012—14 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре пероксидтар (ш. иҫ. диоксирандар, эндопероксидтар) реакцияларында...

КАЗАКОВ Рауил Яғмур улы

КАЗАКОВ Рауил Яғмыр улы (25.1.1982, Белорет ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2003). Башҡ‑н физик культура ин‑тын тамамлаған (2007). “Геракл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Горшков),...

КАЗАКОВ Степан Александрович

КАЗАКОВ Степан Александрович (25.3.1914, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Кесе Яңы Троицкий а., хәҙер БР‑ҙың Мишкә районы Яңы Троицкий а., — 7.12.1964, БАССР‑ҙың Асҡын районы Асҡын а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия өлкән лейтенанты (1944). 1938 й. Хәсән күле янында совет-япон ҡораллы конфликтында,...

КАЗАКОВА Оксана Борисовна, иҡтисадсы

КАЗАКОВА Оксана Борисовна (1.12.1977, Стәрлетамаҡ ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2010). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2000). 2002 й. алып ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. 2003 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө филиалында, 2004 й. — БР Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте...

КАЗАКОВА Оксана Борисовна, химик

КАЗАКОВА Оксана Борисовна (19.6.1970, Белорет ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Органик химия ин‑тында эшләй: 2000 й. алып өлкән, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап РФА Өфө ФҮ Президиумының баш ғилми секретары вазифаһын башҡарыусы....

КАЗАНКА, Архангел р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 338 кеше; 1939 — 497; 1959 — 654; 1989 — 416; 2002 — 382; 2010 — 323 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

КАЗАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Казанка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡатай й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 408 кеше; 1920 — 781; 1939 — 846; 1959 — 584; 1989 — 373; 2002 — 419; 2010 — 350 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....

КАЗАНКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 354 кеше; 1939 — 271; 1959 — 334; 1989 — 356; 2002 — 400; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке...