Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӘЛИЕВ Ибрагим Адиетович

КӘЛИЕВ Ибраһим Әҙиәт улы (11.10.1959, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Бударин ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2010). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) РФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында һәм...

КӘЛИМОСҠАН

КӘЛИМОСҠАН, ҡая, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ҡыҙылташ төбәгендә Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. 70 м бейеклектәге текә ҡая. Девон һәм карбон эзбизташтарынан тора. Ҡаяла Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Р.А.Фәтҡуллин А.Н.Күсеев...

КӘЛИМУЛЛИН Барый Ғибат улы

КӘЛИМУЛЛИН Барый Ғибат улы [10.4.1907, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) —21.7.1989, Өфө], архитектор, сәнғәт белгесе. СССР‑ҙың Төҙөлөш һәм архитектура акад. мөхбир ағзаһы (1957), сәнғәт ғилеме д‑ры һәм проф. (1976). РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1976), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт...

КӘЛИМУЛЛИН Ғәвис Фәхрулла улы

КӘЛИМУЛЛИН Ғәвис Фәхрулла улы (1.4.1941, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Берлог ҡсб — 6.4.1992, Бөрө ҡ.), социолог. Филос. ф. канд. (1978), социол. ф. д‑ры (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) ӨАИ‑ла, 1976—92 йй. Бөрө пед. ин‑тында (1986—91 йй. социол. лабораторияһы мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт...

КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Ғибат улы

КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Ғибат улы [8.3.1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 15.10.1971, Өфө], архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Б.Ғ.Кәли- муллиндың ҡустыһы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң 1940 й. һәм 1947—50 йй....

КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Мәсифулла улы

КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Мәсифулла улы (25.8.1914, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Баҡал ҡаҙна руднигы, хәҙ. Баҡал ҡ., — 19.9.1989, Өфө), сценограф. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1947), Рәссамдар союзы (1954) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан...

КӘЛИМУЛЛИН Фуат Барый улы

КӘЛИМУЛЛИН Фуат Барый улы (26.6.1931, Томск ҡ. — 10.9.2006, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Архитектура канд. (1980). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1992). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1960). Б.Ғ.Кәлимуллиндың улы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Мәскәү өлк. эшләй. 1957 й. алып...

КӘЛИМУЛЛИНА Винера Мөхәмәт ҡыҙы

КӘЛИМУЛЛИНА Винера Мөхәмәт ҡыҙы (7.10.1946, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол эшселәр ҡсб — 7.7.2012, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны (1969), Морис Торез ис. Мәскәү сит телдәр пед. ин‑ты эргәһендәге Юғары пед. курстарҙы...

КӘЛИМУЛЛИНА Дилара Хәтим ҡыҙы

КӘЛИМУЛЛИНА Дилара Хәтим ҡыҙы (6.5.1959, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а.), терапевт, гематолог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре эске ауырыуҙар, гематология, трансфузиология һ.б. проблемаларға...

КӘЛИМУЛЛИНА Лариса Айрат ҡыҙы

КӘЛИМУЛЛИНА Лариса Айрат ҡыҙы [20.9.1972, Аксаков ҡсб (Бәләбәй ҡ. составында), хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков а.], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1996), 2000 й. алып шунда уҡ уҡыта (2011 й. башлап дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре системалы...

КӘЛИМУЛЛИНА Лилиә Барый ҡыҙы

КӘЛИМУЛЛИНА Лилиә Барый ҡыҙы (19.10.1941, Өфө ҡ. — 16.11.2020, шунда уҡ), нейробиолог. Биология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Б.Ғ.Кәлимуллиндың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964)...

КӘЛМӘРГӘН

КӘЛМӘРГӘН (Pandion haliaetus), ыласын һымаҡтар отрядының кәлмәргәндәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Антарктиданан башҡа, бөтә Ер шары буйлап таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—70 см, ауырлығы 1,1—2 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 145—170 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, тығыҙ, арҡаһы ҡара һоро, башы...

КӘЛМӘТОВ Харис Сәлих улы

КӘЛМӘТОВ Харис Сәлих улы (20.10.1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 27.11.1937, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР Юстиция ХК эргәһендәге Юғары юридик курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1926). 1919—21 йй. Ҡыҙыл Армияла....

КӘЛСЕР-БУРАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

КӘЛСЕР-БУРАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Яңы Кәлсер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 686 кеше; 1920 — 491; 1939 — 517; 1959 — 447; 1989 — 305; 2002 — 312; 2010 — 318 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

КӘЛТӘ, Иглин р‑нындағы ауыл

КӘЛТӘ, Иглин р‑нындағы ауыл, Кәлтә а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 349 кеше; 1920 — 559; 1939 — 756; 1959 — 554; 1989 — 771; 2002 — 689; 2010 — 714 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

КӘЛТӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

КӘЛТӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 637 кеше; 1920 — 766; 1939 — 779; 1959 — 584; 1989 — 604; 2002 — 589; 2010 — 573 кеше. Башҡорттар...

КӘЛШӘЛЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

КӘЛШӘЛЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 43 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта Кәлшәле й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1556 кеше; 1920 — 1780; 1939 — 1256; 1959 — 916; 1989 — 523; 2002 — 521; 2010 — 525 кеше. Татарҙар,...

КӘПӘЙ-ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

КӘПӘЙ-ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Оло Ҡыйҙаш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1886 кеше; 1920 — 2091; 1939 — 1294; 1959 — 1161; 1989 — 932; 2002 — 961; 2010 — 949 кеше. Башҡорттар,...

КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ

КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ, хәрәкәтсән ике яҡлы радиоэлемтәнең бер төрө. К.э. телефон элемтәһе, Интернетҡа инеү, мәғлүмәт тапшырыу һ.б. мөмкинлектәрҙе бирә. К.э. ойоштороу принцибы төрлө операторҙар үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән терр‑яны бер‑береһе м‑н бәйләнгән, бер‑береһен өлөшләтә ҡаплаған участкаларға (кәрәҙҙәргә)...

КӘРӘСИН

КӘРӘСИН (ингл. kerosene), углеводородтар ҡатышмаһы, күпселеге С9—С16. Тәғәйенләнеше б‑са авиация, техник, яҡтыртыу һәм эреткес К. айырыла. Химик составына һәм эшкәртелеү ысулына бәйле К. туйынған алифатик (20—60%), нафтенлы (20—50%), ароматик (5—25%), туйынмаған (2%‑ҡа тиклем) углеводородтар, ш. уҡ...