Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИНЙӘКӘЕВ Шамил Кәлимулла улы

КИНЙӘКӘЕВ Шамил Кәлимулла улы (15.3.1951, Өфө), цирк артисы, акробат, эквилибрист. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлаған (1973). 1969 й. алып Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. циркы коллективында униформист, 1973 й. — акробат, 1993—2013 йй....

КИНЙӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

КИНЙӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 672; 1939 — 515; 1959 — 429; 1989 — 315; 2002 — 307; 2010 — 261 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

КИНО СЕЛТӘРЕ

КИНО СЕЛТӘРЕ, халыҡҡа фильмдар күрһәтеү м‑н шөғөлләнгән мәҙәни‑тамаша пр‑тиелары йыйылмаһы. Кинотеатрҙарҙан, клубтарҙағы киноҡоролмаларҙан һәм күсмә кинонан тора. К.с. составына уҡытыуҙа, тикшеренеүҙәрҙә, производствола ҡулланған киноҡоролмалар, һәүәҫкәр кинопроекторҙар инмәй. Өфөлә тәүге кино 1901 й....

КИНОТЕАТРҘАР

КИНОТЕАТРҘАР, кинофильмдар күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар. Кино күрһәтеүҙе тәьмин итәләр, фильмдарға реклама яһайҙар, кинофестивалдәр, кинопремьералар, тематик кино сеанстары үткәрәләр. 1908 й. Өфөлә бер нисә эшҡыуар стационар кино залдары аса: “Генераль Электро‑биограф”, “Мираж”, “Экспресс”,...

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ, дөрөҫ мәғәнәүи тәржемә м‑н фильмдың фонограммаһын икенсе телдә әҙерләү. К.д.я. техникаһы айырым фразалар һәм телмәр темпы дауамлылығын ике телдә лә тигеҙләштереүҙе күҙ уңында тота. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Башҡортостанда башҡорт теленә дубляж яһалған беренсе нәфис фильмдар барлыҡҡа...

КИНЯШОВ Михаил Александрович

КИНЯШОВ Михаил Александрович (15.9.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Благовещен Заводы а., хәҙер БР‑ҙың Благовещен ҡ., — 1.6.1995, шунда уҡ), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938—42 йй. һәм 1947—84 йй. Благовещен арматура заводында эшләй. 1943 й. алып Ялан, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина...

КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ

КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ, таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡт. йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит...

КИПРИАНОВ Андрей Иванович

КИПРИАНОВ Андрей Иванович (16.7.1896, Харьков губ. Русские Тишки а. — 29.9.1972, Киев), химик‑органик. Украина ССР‑ы ФА академигы (1945), Украина ССР‑ы ФА‑ның вице‑президенты (1946—48 йй.). Фәнни хеҙмәттәре органик буяғыстар химияһы һәм төҫлөлөк теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Цианинлы...

КИРАЙДТ Рудольф Иванович

КИРАЙДТ Рудольф Иванович (1.1.1939, Опочка ҡ. — 13.4.2020, Өфө ҡ.), архитектор, педагог. РФ‑тың атҡаҙанған архитекторы (1996), БАССР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1974). Мәскәү архитектура институтын тамамлаған (1968). Өфө ҡ. эшләй: 1961 й. алып “Башкиргражданпроект” институтында,...

КИРӘБЕ, Учалы р‑нындағы ауыл

КИРӘБЕ, Учалы р‑нындағы ауыл, Кирәбе а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Учалы т. юл ст. Т.-Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Кирәбе й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1143 кеше; 1920 — 1899; 1939 — 1204; 1959 — 1002; 1989 — 556; 2002 — 593; 2010 — 485 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

КИРӘЕВ Арыҫланбәк Иҙиәт улы

КИРӘЕВ Арыҫланбәк Иҙиәт улы [26.9.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түб. Тирмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.6.1952, ш. уҡ райондың Шишмә ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1920 й. алып Өфө заводтарында, 1933 й. — Шишмә МТС‑ында эшләй: комбайнсы ярҙамсыһы, 1934 й. башлап комбайнсы....

КИРӘЕВ Олег Хөсәйен улы

КИРӘЕВ Олег Хөсәйен улы (6.2.1963, Өфө), саксофонсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2012). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1982; Н.А.Үтәшев класы). 1980—82 йй. һәм 1996 й. Башҡ. филармонияһы музыканты, 1985 й. алып 11‑се балалар музыка мәктәбендә уҡыта, 1986 й. — Башҡ‑н респ. муз. ансамблдәр берекмәһе музыканты,...

КИРӘЕВ Рөстәм Солтангәрәй улы

КИРӘЕВ Рөстәм Солтангәрәй улы (28.6.1960, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка эшселәр ҡсб), агроном. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2015). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1983 й. тиклем Әлшәй р‑нының “Яңы Раевка” с‑зы агрономы. 1986 й. алып БДАУ-ҙа: 1999—2001 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р,...

КИРӘЕВ Салауат Ғаяз улы

КИРӘЕВ Салауат Ғаяз улы (18.2.1955, Ишембай ҡ. — 6.4.2001, Өфө), цирк артисы, һыбайлы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1975). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1994 й. тиклем Рәсәй дәүләт цирк компанияһында эшләй (Мәскәү; 1973—90 йй. Башҡ. цирк коллективы составында), 1996—98 йй....

КИРӘЕВ Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы

КИРӘЕВ Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы (5.6.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаракөсөк а., хәҙер БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а., — 26.2.1993, Үрге Өпәле ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Саҡмағош р‑нының В.В.Куйбышев ис. с‑зында тракторсы булып эшләй. 1946 й. башлап СССР‑ҙың...

КИРӘЕВА Миңзада Мирғәле ҡыҙы

КИРӘЕВА Миңзада Мирғәле ҡыҙы (28.10.1948, Стәрлетамаҡ ҡ.), актриса. РФ‑тың атҡ. (1999), БАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡ. (1977) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983 й. алып). Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлаған (1971; В.Г.Остропольский курсы). 1979 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актрисаһы....

КИРӘЕВА Найлә Әхнәф ҡыҙы

КИРӘЕВА Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (10.11.1948, Өфө ҡ. — 25.11.2012, шунда уҡ), микробиолог, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004). К.Мәргәндең ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971)...

КИРӘЛ, тау

КИРӘЛ, тау, Белорет р‑ны Ҡоҙғон-Әхмәр а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1162 км, оҙонлоғо 4 км, киңлеге 1—2 км. Конус формаһында. Төньяҡ битләүе текә. Рельефында төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ армыттары, 2 түбәһе (Оло һәм Бәләкәй Кирәл) айырыла. Урта рифейҙың егәҙе свитаһы кварциттарынан...

КИРӘМӘТ, Краснокама р‑нындағы ауыл

КИРӘМӘТ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 320; 1939 — 303; 1959 — 317; 1989 — 401; 2002 — 309; 2010 — 341 кеше....

КИРБЕС ЗАВОДТАРЫ

КИРБЕС ЗАВОДТАРЫ. Башҡортостанда кирбесте сәнәғәттә етештереү 19 б. уртаһында үҫешә башлай. 1884 й. Өфө губ. миҙгелле 9 кирбес з‑ды эшләй, шуларҙың 8‑е — Өфөлә һәм 1‑һе — Стәрлетамаҡ ҡалаһында. Өфө төрмә з‑ды иң ҙур завод була, унда 1888 й. тәүге өҙлөкһөҙ эшләгән “Гофман мейесе” төҙөлә. 20 б. башында...