Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИРҘӘ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

КИРҘӘ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Кирҙә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 150 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 114 кеше; 1920 — 146; 1939 — 371; 1959 — 926; 1989 — 675; 2002 — 533; 2010 — 459...

КИРЕ МӘСЬӘЛӘ

КИРЕ МӘСЬӘЛӘ, сығарылышы т‑да бирелгән мәғлүмәттәрҙән сығып абстракт оператор тигеҙләмәһен эҙләп табыу б‑са матем. мәсьәлә. К.м. тигеҙләмәнең сығарылышын йәки уның т‑дағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе күрһәткән тура мәсьәләнән айырмалы рәүештә тигеҙләмә (тигеҙләмәләр системаһы, ос шарттары) билдәләнә. К.м. физика,...

КИРЖАЦКИЙ, ауыл, Өфө эсендә

КИРЖАЦКИЙ, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Өфө эсендә. Ауылға Өфө өйәҙендә отставкалағы гренадёр Д.Киржацкий (ҡара: Киржацкийҙар) нигеҙ һала, 1810 й. алып билдәле. Шулай уҡ Любимов, Любовин, Остров Весёлости исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 8 йортта 34 кеше йәшәгән. Ел тирмәне булған. 1906 й. шарап,...

КИРЖАЦКИЙҘАР

КИРЖАЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван К., Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне. Өфө атлы стрелецы. Уның улы — Кирилл Иванович К., Өфө атлы стрелецы. 1635 й. Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1645 й. Өфөлә майҙан подьячийы булып хеҙмәт итә, ш. уҡ йылда яңы суҡындырылған...

КИРИКОВ Сергей Васильевич

КИРИКОВ Сергей Васильевич (15.9.1899, Смоленск губернаһы Алексино а. — 27.8.1984, Мәскәү ҡ.), зоогеограф, эколог. Биология фәндәре докторы (1947). Белорус ауыл хужалығы академияһын тамамлағандан һуң (1926) Ҡана тәжрибә урман хужалығында (Йылайыр районы), Березина ҡурсаулығында биология станцияһы мөдире...

КИРИЛЛИЦА

КИРИЛЛИЦА, славян яҙыуының ике тибының береһе (глаголица м‑н бер рәттән). Славяндар, ш. уҡ румындар тарафынан файҙаланылған (19 б. тиклем); Рәсәйҙә 10—11 бб. христианлыҡ таралыуына бәйле индерелә. К. нигеҙендә Рәсәй халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорт теленең, хәҙ. алфавиты барлыҡҡа килгән. К. 9 б. аҙ. —...

КИРИЛЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

КИРИЛЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Кириллов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта, Тыуыш т. юл разъезы эргәһендә Тыуыш й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 303 кеше; 1920 — 429; 1939 — 463; 1959 — 298; 1989 — 423; 2002 — 681; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп...

КИРИЛЛОВА Галина Борисовна

КИРИЛЛОВА Галина Борисовна (28.7.1961, Вологда өлк. Анкимар а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). Вологда һөт ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) Вологда өлк. эшләй. 1999—2013 йй. БДАУ‑ҙа (2005—08 йй. ғилми-тикшеренеү бүлеге нач.). Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү әйләнешендә ашламалар системаһын, ашламаларҙың а.х....

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна [15.4.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Илек а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.7.2005, ш. уҡ райондың Баҡалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—83 йй. Баҡалы р‑нының “Ленин юлы” к‑зында эшләй (1958—82 йй. өлкән ҡош ҡараусы). Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: тауыҡтарҙан...

КИРИЛЛОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

КИРИЛЛОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 15 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 135 кеше; 1939 — 339; 1959 — 168; 1989 — 87; 2002 — 211; 2010 — 211 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б....

КИРИЛОВ Василий Григорьевич

КИРИЛОВ Василий Григорьевич (13.1.1949, Дәүләкән ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2002). БР-ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Иглин р‑нының Я.М. Свердлов ис. к‑зы, 1980—82 йй. — Дәүләкән р‑нының ветеринария...

КИРИЛОВ Иван Кириллович

КИРИЛОВ Иван Кириллович (1689, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1695 — 14.4.1737, Ҡазан губ. Һамар ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Статский советник (1734). 1735—36 йй. башҡ. ихтилалын [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] аяуһыҙ баҫтырыуҙы ойоштороусы. Математика һәм навигация фәндәре мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1707,...

КИРИЧЕНКО Юрий Германович

КИРИЧЕНКО Юрий Германович (16.9.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), тренер. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2002). ӨАИ‑ны (1983), С.‑Петербург экономика һәм финанс ун‑тын тамамлаған (2001). 1995— 2007 йй. “Ирбис” (Өфө) спорт клубы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Е.Абрамова, ш. уҡ Рәсәйҙең 10 спорт...

КИРОВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

КИРОВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 448 кеше (бергә иҫәпләгәндә); 1959 — 343; 1989 — 242; 2002 — 251; 2010 — 299 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Рассвет урта мәктәбе филиалы),...

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович (4.1.1939, Кисловодск ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1994). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлағандан һуң (1966) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү...

КИРПИЧНИКОВ Пётр Анатольевич

КИРПИЧНИКОВ Пётр Анатольевич (5.1.1913, Вятка губ. Царёвосанчурск ҡ. — 26.3.1997, Ҡазан), химик-технолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1976), БР (1991) һәм ТР (1992) ФА‑ның почётлы ағзаһы. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1965). РСФСР‑ҙың (1975) һәм ТАССР‑ҙың (1969) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың...

КИРСАНОВ Станислав Николаевич

КИРСАНОВ Станислав Николаевич (8.1.1939, Өфө ҡ. — 23.8.2017, Новосибирск ҡ.), спортсы. Бокс буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1965), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1963), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996), халыҡ‑ара категориялы судья (1986). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе...

КИРХА, сиркәү

КИРХА, кирка (нем. Kirche — сиркәү), лютеран сиркәүе. К. готикаға һәм бароккоға барып тоташҡан ҡәтғи формалар, лютеран (ҡара: Лютерандар) дин ғилеменә ярашлы, аскеттарса эске биҙәлеш хас. Өфөлә К. 1910 й. Һамар урамында (Беляков урамы, 2) төҙөлә (1989 й. яңыртыла). Ҡалай м‑н ябылған, 1 ҡатлы кирбес...

КИРЮШКИН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

КИРЮШКИН, Ашҡаҙар, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 956 кеше; 1920 — 1071; 1939 — 433; 1959 — 377; 1989 — 310; 2002 — 352; 2010 — 358 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

КИСЕЛЁВ Вячеслав Александрович

КИСЕЛЁВ Вячеслав Александрович (15.12.1945, Приморье крайы Вознесенка а.), спортсы. Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2002), респ. категориялы судья (2004). Рәсәйҙең атҡ. сәйәхәтсеһе (1999). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). Гастелло Н.Ф. исемендәге...