Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИТМАНОВ Роальд Викторович

КИТМАНОВ Роальд Викторович (23.1.1930, Улан‑Батор ҡ. — 5.5.2007, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен комплекслы автоматлаштырыу ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ...

КИШЕР

КИШЕР (Daucus), сельдерей һымаҡтар (сатыр һымаҡтар) ғаиләһенә ҡараған ике, һирәкләп бер йыллыҡ үлән заты. 60‑ҡа яҡын төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән үҫемлек булараҡ һирәкләп ябай К. осрай, уның культуралы формалары (сәсеү...

КЛАРК Павел Иванович

КЛАРК Павел Иванович (19.6.1863, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Һатҡы заводы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Һатҡы ҡ., — 1940, Ленинград), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1880 йй. “Халыҡ ихтыяры” ойошмаһы, 1905—07 йй. Социал‑революционерҙар партияһы, 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Революцияла (1905—07) ҡатнашыусы. Өфө ир балалар...

КЛАССЕН Эрих Гергардович

КЛАССЕН Эрих Гергардович (14.11.1935, Ырымбур өлк. Черно‑Озёрное а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Луговое урта мәктәбе, 1965 й. алып Октябрьский ҡ. 1‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1966 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨДНТУ‑ның Октябрьский...

КЛЕВЕР

  КЛЕВЕР (Trifolium), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Австралияла һәм Африканың таулы райондарында таралған. Башҡортостанда К. 11 төрө үҫә: болон, йәки ҡыҙыл; гибрид, йәки алһыу; һырылыусан, йәки аҡ һ.б. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабаҡтары...

КЛЕЙМЁНОВ Евгений Олегович

КЛЕЙМЁНОВ Евгений Олегович (11.5.1947, Өфө — 1.9.1992, Мәскәү), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1985). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1973; педагогтары П.Д.Покаржевский, К.А.Тутеволь). К. фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштары реалистик сәнғәттең классик традицияларына нигеҙләнгән ижадында...

КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна

КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна (11.12.1950, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Техник ф. канд. (1985). БР-ҙың атҡ. металлургы (2011). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1977 й. алып өлкән инженер, 1985 й. — лаб. нач., 1996—2011 йй. Үҙәк тикшеренеү...

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич (1.9.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ы Ҡаджи-Сай ҡсб), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлаған (1978). 1966—71 йй. һәм 1981—83 йй. Шилка, Свердловск ҡҡ. сәнәғәт пр‑тиеларында, 1978—80 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тында, 1983 й. алып БАССР‑ҙың...

КЛЕПИНИН Валерий Николаевич

КЛЕПИНИН Валерий Николаевич (16.12.1944, Баймаҡ ҡ.), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). Композиторҙар союзы ағзаһы (1980). Одесса консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; Т.С.Сидоренко-Малюкованың композиция класы, С.Л.Могилевскаяның фп. класы) 1981 й. тиклем — Норильск музыка уч‑щеһында,...

КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы

КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2.8.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006), проф. (2013). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ уҡыта. 1987 й. алып Мурманск өлк. Заозёрск ҡ. хакимиәтендә эшләй. 1995 й. башлап БДАУ‑ҙа (2008—09 йй. аграр...

КЛИМАНОВ Владимир Владимирович

КЛИМАНОВ Владимир Владимирович (17.2.1942, Бәләбәй ҡ. — 18.6.2018, Өфө ҡ.), балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Республика клиник дауаханаһында эшләй (1970 й. алып бүлек мөдире), 1972 й. алып Республика...

КЛИМАТ

КЛИМАТ (гр. klima — ауышлыҡ), билдәле бер урынға хас һауа торошоноң күп йыллыҡ режимы, физик- геогр. шарттарҙың, атмосфера күренештәренең бер‑береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе булып тора. Микро‑ һәм макроклимат, ҙур ҡалаларҙа ҡала К. бүленә. К. төп күрһәткестәре: атмосфера баҫымы, һауа дымлылығы, ел тиҙлеге...

КЛИМАТ БУЙЫНСА РАЙОНЛАШТЫРЫУ

КЛИМАТ БУЙЫНСА РАЙОНЛАШТЫРЫУ, бер үк климат шарттары йәки климат үҙенсәлектәре б‑са ерҙәрҙе терр‑яларға бүлеү. Ф.Ш.Килмәтова тарафынан климат үҙенсәлектәренең бер төрлөлөгө нигеҙендә БР терр‑яһы 8 климат районына бүленгән (1995; БДУ), уларҙың сиктәре изогиета б‑са билдәләнгән (ҡара: табл.). Шулай уҡ...

КЛИМАТ МИҘГЕЛДӘРЕ

КЛИМАТ МИҘГЕЛДӘРЕ, климат билдәләре (термик режим, дымланыу шарттары, атмосфера циркуляцияһы) б‑са бүленгән һәм бер нисә айға һуҙылған йыл осорҙары. Йылды К.м. бүлеү климат бүлкәттәре б‑са эшләнә. Экватор бүлкәтендә К.м. бүленмәй; субэкватор, тропик һәм субтропик бүлкәттәрҙә оҙонлоғо м‑н айырылған ҡоро...

КЛИМАТ РЕСУРСТАРЫ

КЛИМАТ РЕСУРСТАРЫ, терр‑яның хужалыҡта, сәнәғәттә һ.б. маҡсаттарҙа ҡулланыла торған климат мөмкинлектәре запасы. Бөтмәҫ тәбиғәт ресурстарына ҡарай. К.р. үҫемлектәр үҫешен тәьмин иткән һәм кешелеккә комфортлы (дискомфортлы) йәшәү шарттарын тыуҙырған ҡояш энергияһы; бер йыл эсендәге һәм вегетация осорондағы...

КЛИМАТОЛОГИЯ

КЛИМАТОЛОГИЯ (климат һәм ...логия), арауыҡ‑ваҡыт эсендәге климат процестары үҙгәрешен һәм айырым терр‑ялағы күрһәткестәрҙе өйрәнгән география бүлеге. К. климатографияға, дөйөм, физик, аэро-, микро- һәм палеоклиматологияға, ш. уҡ агроклиматологияға, биол., курорт, мед., а.х., техник һ.б. бүленә. Биогеография,...

КЛИМЕНОК Борис Васильевич

КЛИМЕНОК Борис Васильевич (2.5.1911, Минск губернаһы Ивенец а. — 22.12.1986, Өфө ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1951). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968). МДУ‑ны тамамлаған (1938). 1944—49 йй. И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында уҡыта. 1951—83 йй....

КЛИМЕНТ

КЛИМЕНТ (донъяуи исеме Верниковский Константин Александрович; 2.2.1863, Минск губ. Погорелое а. — 19.9.1909, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1902—03). Дини тәғлимәт канд. (1890). Архимандрит (1891). Монахлыҡ ҡабул иткән (1889). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1890) Холм дини...

КЛИМОВ Владимир Яковлевич

КЛИМОВ Владимир Яковлевич (23.7.1892, Мәскәү — 9.9.1962, шунда уҡ), конструктор. СССР ФА акад. (1953). Соц. Хеҙмәт Геройы (1940, 1957). Инженер‑авиация хеҙмәте ген.-майоры (1944). Мәскәү юғары техник уч‑щеһын тамамлаған (1918). 1935 й. алып 26‑сы Рыбинск мотор з-дының, 1941—46 йй. — 26‑сы Дәүләт союз...

КЛИМОВ Юрий Семёнович

КЛИМОВ Юрий Семёнович (21.9.1961, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. — 9.1.2000, Чечен Республикаһының Аргун а. янында, Новосибирск ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Милиция подполковнигы (1996). 1995—96 йй. һәм 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Новосибирск...