Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЛИМОВА Нина Ивановна

КЛИМОВА Нина Ивановна (16.06.1950, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1977 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында: 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991—97 йй. сектор мөдире, 2000 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2004—06 йй....

КЛИРИНГ

КЛИРИНГ (ингл. clearing — таҙар-тыу), үҙ-ара иҫәпләшеп түләү, иҫәп-хисап ысулы, ҡатнашыусыларҙың аҡса дәғүәһе (дебитор бурысы) үҙҙәренең үк аҡса йөкләмәләре (кредиторлыҡ бурысы) м‑н реаль аҡсаны файҙаланмайынса түләнә. К. банкылар, махсус булдырылған иҫәпләшеү үҙәктәре, палаталары, йорттары, бүлектәре...

КЛОБУКОВА‑АЛИСОВА Евгения Николаевна

КЛОБУКОВА‑АЛИСОВА Евгения Николаевна (24.7.1889, Вятка губернаһы Варзняк а. — 12.1.1962, Мәскәү ҡ.), ботаник. 1934 й. алып Өфө ҡ.: Тупраҡ‑ботаника институтында, Башҡортостан үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейында, 1937 й. башлап Ботаника баҡсаһында (1944—57 йй. гербарий мөдире). К.‑А. тарафынан республиканың...

КЛОКОВ Всеволод Иванович

КЛОКОВ Всеволод Иванович [25.6.1917, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытаутамаҡ заводы а. (Силәбе өлк. Ҡытаутамаҡ ҡ.) — 11.10.2004, Киев], инженер, тарихсы. Советтар Союзы Геройы (1945). Украина ССР‑ы ФА-ның мөхбир ағзаһы (1978), тарих ф. д‑ры (1962), проф. (1965). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1977)....

КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович

КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович (18.2.1983,  Балашиха ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2006). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2008). 2001—13 йй. Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгеөсөн сығыш...

КЛЮКВЕННЫЙ, һаҙлыҡ

КЛЮКВЕННЫЙ, Ағиҙел һәм Еҙем йй. аралығындағы һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Архангел р‑ны Орловка а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 2 га. Туйыныуы ҡатнаш. Эре түмәрлек, таллыҡ, ҡайын һәм тоташ сфагнум м‑н ҡапланған һаҙ төркөмдәре бар. Үҫемлектәрҙең...

КЛЮЧ МӘМЕРЙӘҺЕ

КЛЮЧ МӘМЕРЙӘҺЕ. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш йүнәлешле ауыш коридорҙан тора. Оҙонлоғо 351 м, уртаса киңлеге 2,5 м, уртаса бейеклеге 3 м, амплитудаһы 75 м, майҙаны 650 м2, күләме 1456 м3. Ауыҙы тура мөйөшлө формала (киңлеге...

КЛЮЧАРЁВ Александр Сергеевич

КЛЮЧАРЁВ Александр Сергеевич (19.2.1906, Ҡазан — 31.3.1972, шунда уҡ), комп., фольклорсы, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1969) һәм ТАССР‑ҙың (1939) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, ТАССР‑ҙың халыҡ артисы (1964). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1933; Р.М.Глиэр һәм Н.С.Жиляев класы). 1934—37 йй. Өфөлә йәшәй:...

КЛЮЧАРЁВ Александр Степанович

КЛЮЧАРЁВ Александр Степанович (23.6.1853, Тифлис ҡ. — ?), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1911). Хоҡуҡ кандидаты. Мәскәү ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1881). 1883 й. алып ЭЭМ‑ында хеҙмәт итә. 1893 й. башлап Ставрополь, 1902 й. — Витебск вице-губернаторы. 1905—11 йй. Өфө губ‑ры. Өфө губернаһының...

КЛЮЧАРЁВ, Шишмә р‑нындағы ауыл

КЛЮЧАРЁВ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Алкин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 27 кеше; 1959 — 78; 1989 — 138; 2002 — 101; 2010 — 70 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1910 й. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ....

КЛЮЧЁВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

КЛЮЧЁВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Разин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 219 кеше; 1920 — 378; 1939 — 177; 1959 — 127; 1989 — 282; 2002 — 303; 2010 — 273 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

КЛЮЧЕВОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

КЛЮЧЕВОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Абдулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 292 кеше; 1959 — 364; 1989 — 197; 2002 — 210; 2010 — 180 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КЛЮЧИ, Асҡын р‑нындағы ауыл

КЛЮЧИ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1163 кеше; 1920 — 1224; 1939 — 939; 1959 — 527; 1989 — 184; 2002 — 236; 2010 — 170 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

КЛЮЧНИКОВ Владимир Васильевич

КЛЮЧНИКОВ Владимир Васильевич (10.7.1957, Өфө), инженер-механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2008). ӨАИ‑ны тамамлаған (1985). 1984 й. алып ӨМЭПБ‑ла: инженер-технолог, 1985 й. — прокатлау‑йәйеү һәм бөгөү бюроһы нач., 1986 й. — өлкән инженер‑технолог, 1987 й. — технология бюроһы нач., 1994 й. — баш...

КЛЯВЛИН Марс Сәлих улы

КЛЯВЛИН Марс Сәлих улы (27.4.1949, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2000). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1966—67 йй. ӨПЭЗ‑дә эшләй, 1972 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта (1996 й. — һыу м‑н тәьмин итеү һәм ағынты...

КНАУФ Андрей Андреевич

КНАУФ Андрей Андреевич (? — 1853 й. алда), завод хужаһы, 1‑се гильдия сауҙагәре. Атаҡлы граждан. 18 б. аҙ. Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә. 18 б. аҙ. — 19 б. башында К. Златоуст (Косотур) заводын, Ҡуҫа заводын, Мейәс заводын, Һатҡы заводын, Әртә заводын ҡуртымға ала. 1804 й. И.П.Осокиндан (ҡара: Осокиндар)...

КНАУФ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР КОМПАНИЯҺЫ

КНАУФ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР КОМПАНИЯҺЫ, 1853 й. С.‑Петербургта Кнауф тау округы (ҡара: Тау округтары) нигеҙендә ойошторола. 1853 й. төп капиталы 1,2 млн һумдан ашыу (500‑әр һумлыҡ 2437 акция) тәшкил итә. Акцияларҙың төп пакеты (2 мең) — ваҡ акционерҙар, аҙ ғына өлөшө эре акционерҙар (310; башлыса...

КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович

КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович (9.5.1952, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2003), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2006). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү...

КНИСС Александр Адольфович

КНИСС Александр Адольфович (2.4.1920, Өфө — 15.7.2003, шунда уҡ), тренер. Саңғы ярышы б‑са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1971). БАССР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1990). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1958). 1946 й. алып К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑ты, 1952—95 йй. — БДАУ уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре...

КНИСС Владимир Александрович

КНИСС Владимир Александрович (8.7.1945, Өфө), зоолог. Биол. ф. д‑ры (2006). А.А.Книсстың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1973—77 йй. БДПИ-ла, 1980 й. алып БАХИ‑ла, 1986 й. — БДУ‑ла (2007—13 йй. зоология каф. мөдире), 2015 й. — Башҡ‑н физик культура ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мәмерйәләрҙең һәм...