Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОЛОКОЛЬЦЕВТАР

КОЛОКОЛЬЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Григорьевич К., капитан. 1907 й. Ҡазандан Өфө гарнизонына күсерелә. Ҡазан өйәҙендә поместьеһы була. Уның улдары: Алексей Петрович К., 1742 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына; Михаил Петрович К., каптенармус....

КОЛОНИЯЛАШТЫРЫУ

КОЛОНИЯЛАШТЫРЫУ, яулап алынған йәки буш ятҡан ерҙәргә күсеп ултырыу һәм хужалыҡ итеү. Башҡортостанды К. 17 б. уртаһынан алып 20 б. башына тиклем дауам итә. К. 1‑се этабы (17 б. уртаһы — 18 б. 30‑сы йй.) хөкүмәт сәйәсәтенең ике йөҙлөлөгө шарттарында бара: батша хакимиәте башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын...

КОЛОРАДО КАРТУФ ҠУҢЫҘЫ

КОЛОРАДО КАРТУФ ҠУҢЫҘЫ (Leptinotarsa decemlineata), япраҡ ҡуңыҙҙары ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Европала (Британия утрауҙары һәм Скандинавия ярымутрауынан башҡа) һәм Азияның көнбайыш өлөшөндә таралған. Кәүҙәһе ҡабарынҡы, ата бөжәктең оҙонлоғо 7—10 мм, инә бөжәктеке — 9—12. Төҫө...

КОЛОСНИЦЫН Владимир Сергеевич

КОЛОСНИЦЫН Владимир Сергеевич (17.2.1950, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1992). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1974 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1986 й. алып лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре теоретик һәм ғәмәли электрохимия, координацияланған берләшмәләр химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған....

КОЛПАКОВ Лев Георгиевич

КОЛПАКОВ Лев Георгиевич (25.4.1923, Түб. Новгород губ. Степаново а. — 21.9.2006, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1983), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973), БАССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть...

КОЛПАКОВ Яков

КОЛПАКОВ Яков (яҡынса 1720 — 13.1.1772, Ырымбур губ. Яйыҡ ҡаласығы), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Старшина. Комиссияға Яйыҡ, Илек һәм Һаҡмар казактарының йөкләмәләрҙе кәметеү, Яйыҡ казактарына эш хаҡын арттырыу, Ырымбур казак ғәскәре м‑н аҫаба башҡорттар араһында ергә ҡағылышлы...

КОЛХОЗ

КОЛХОЗ, коллектив хужалыҡ, а.х. производствоһын бергә алып барыу өсөн берләшкән крәҫтиәндәрҙең кооператив ойошмаһы. Илдә тәүге коллектив хужалыҡтар 1918 й. барлыҡҡа килә башлай. Уларҙың матди‑техник базаһы айырым крәҫтиән хужалыҡтарының төп етештереү сараларын дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә булдырыла. Коллектив...

КОЛХОЗ‑СОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ

КОЛХОЗ‑СОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ, ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт күсмә театрҙары. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башында башлыса һәүәҫкәр драма түңәрәктәренән ойошторола: Баймаҡ (1932; ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), Дүртөйлө (икеһе лә —...

КОЛЧАК Александр Васильевич

КОЛЧАК Александр Васильевич (4.11.1874, С.‑Петербург губ. Александровское а. — 7.2.1920, Иркутск ҡ.), хәрби эшмәкәр, гидрограф, Рәсәйҙең Юғары хакимы (1918 й. 18 нояб. — 1920 й. 5 ғин.). Адмирал (1918). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

КОЛЫБАН, һаҙлыҡ

КОЛЫБАН, Ҡармасан й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 85 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, иң ҡалыны — 3,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ат ҡуҙғалағы, ҡаҙ үләне, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл балан, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай...

КОЛЬЦОВ Александр Алексеевич

КОЛЬЦОВ Александр Алексеевич (9.10.1924, Һамар ҡ. — 22.5.2011, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград политехник ин‑тын тамамлаған (1950). 1960 й. алып ӨНИ‑лә эшләй (1966 й. тиклем производство процестарын автоматлаштырыу каф. мөдире), 1975 й. —...

КОЛЬЦОВА Элеонора Моисеевна

КОЛЬЦОВА Элеонора Моисеевна (9.3.1946, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1996). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). Томск ун‑тын тамамлаған (1970). 1964—65 йй. 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй (Өфө). 1970 й. алып Мәскәүҙә: Машиналар эшләү проект‑конструкторлыҡ технология...

КОМАРОВ В.М. ИСЕМЕНДӘГЕ БАЛАЛАР ИЖАДЫ ҺАРАЙЫ

КОМАРОВ В.М. ИСЕМЕНДӘГЕ БАЛАЛАР ИЖАДЫ ҺАРАЙЫ, 1936 й. Өфө пионерҙар йорто булараҡ ойошторола, 1958 й. алып Өфө Пионерҙар һарайы, 1986 й. — Респ. Пионерҙар һарайы, 1992 й. — Өфө ҡала Пионерҙар һарайы, 1995 й. — Өфө ҡала балалар ижады һарайы; 1967 й. Комаров В.М. исеме бирелә. 380 урынлыҡ тамаша залы,...

КОМАРОВ Владимир Леонидович

КОМАРОВ Владимир Леонидович (23.9.1930, Чита ҡ. — 2.9.1974, Өфө ҡ.), геолог‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1972). Ҡазан университетын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй, 1959 й. — Өфө ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, 1970 й. — Бөтә Союз...

КОМАРОВ Сергей Сергеевич

КОМАРОВ Сергей Сергеевич (27.7.1944, Чкалов ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) ш. уҡ эшләй, 1972 й. алып бер үк ваҡытта ӨДАТУ эргәһендәге Махсуслаштырылған авиация ҡоролмалары КБ етәксеһе. 2008—09 йй. ӨДИСА‑ла:...

КОМАРОВ ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺӘМ КӨНЬЯҠ УРАЛ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

КОМАРОВ ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺӘМ КӨНЬЯҠ УРАЛ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1900 й. С.‑Петербургта Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында К.Д.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар), П.Г.Дарси (идара рәйесе), Ф.Р.Ломбардо һ.б. тарафынан ойошторола. 1916 й. тиклем Урал-Волга металлургия...

КОМЕДИЯ

КОМЕДИЯ (гр. komos — күңелле процессия һәм ode — йыр), драматургияның коллизиялар, ваҡиғалар һәм характерҙар комик формала характерланған, сатира һәм юмор м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм трагедия м‑н берлектә). “Ғосмания” мәҙрәсәһе шәкерттәре тарафынан яҙылған һәм ҡуйылған “Ғизаләм”...

КОМЕТАЛАР

КОМЕТАЛАР (гр. kometes — оҙон сәсле), Ҡояш системаһының ныҡ һуҙылған орбиталары буйлап хәрәкәт итеүсе күк есемдәре. Үҙәгендә төйөрө (ядро) булған аҙ ғына яҡтыртыусы томанлы объект күренешендә булалар. К. ядроһы — туңған һыуҙан, углеродлы газдан, метан һәм аммиактан, туҙан өлөшсәләренән һәм ташлы матдәләрҙән...

КОМИССАРОВ Владилен Дмитриевич

КОМИССАРОВ Владилен Дмитриевич (25.10.1937, Балахна ҡ. — 25.8. 2002, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1990), проф. (1992). МДУ‑ны тамамлаған (1960). 1967 й. алып Органик химия ин‑тында эшләгән (1974 й. башлап лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1992 й. — БДУ‑ның физик химия һәм химик экология каф. мөдире. Фәнни...

КОМИССАРОВ Гурий Иванович

КОМИССАРОВ (Иванов) Гурий Иванович (3.10.1883, Ҡазан губ. Ядринск өйәҙе Богатырёво а. — 25.2.1969, Киров өлк. Санчурск ҡсб), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дини тәғлимәт канд. (1913). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1913) Өфө уҡыу йорттарында, 1926—41 йй. Ҡазанда, 1942—57 йй. Санчурскиҙа уҡыта. Сыуаштарҙың...