Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОНИГ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

КОНИГ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Шүдек й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 298 кеше; 1920 — 243; 1939 — 225; 1959 — 199; 1989 — 152; 2002 — 144; 2010 — 142 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға 1683 й....

КОНКУРЕНЦИЯ

КОНКУРЕНЦИЯ (лат. concurrentia, concurrere — бәрелешәм), иҡтисадта: билдәле бер тауарҙы йәки хеҙмәтте баҙарҙа һатыу күләме өсөн фирмалар араһындағы ярыш. Камил һәм камил булмаған К. айырыла. Камил К. фирмалар баҙар власына (етештереүсенең баҙар хаҡына йоғонто яһай алыуы) эйә булмай. Уларҙың табышы тик...

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович (15.8.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Үрге Әүжән а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. урман белгесе (2008). Мари политехник ин‑тын тамамлаған (Йошкар‑Ола, 1975). 1966—67 йй. Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй....

КОНОВАЛОВА Оксана Викторовна

КОНОВАЛОВА Оксана Викторовна (11.2.1972, Өфө), биолог. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1995) «“Алексеевка” совхозы» ДУАХП‑нда эшләй: 1996 й. алып биолог, 1998 й. — лаб. мөдире, 2002—11 йй. төп белгес. К. ҡатнашлығында ябыҡ грунт шарттарында йәшелсә культуралары уңдырышлылығын күтәреү маҡсатында иңкештәрҙе...

КОНОНОВ Андрей Николаевич

КОНОНОВ Андрей Николаевич (14.10.1906, Санкт‑Петербург ҡ. — 28.10.1986, Ленинград ҡ.), тел белгесе. СССР ФА академигы (1974), филология фәндәре докторы (1948), профессор (1950). Ленинград көнсығыш институтын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй; 1934—80 йй. ЛДУ‑ла: 1949—72 йй. төрки филологияһы кафедраһы...

КОНОНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КОНОНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 155 кеше; 1959 — 84; 1989 — 256; 2002 — 298; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Стәрлетамаҡ кантонында 20 б....

КОНСОНАНТИЗМ

КОНСОНАНТИЗМ (лат. consonans — тартынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге тартынҡы фонемалар системаһы. Хәҙ. башҡорт телендә 29 тартынҡы өн бар: [б], [в], [г], [ғ], [д], [ҙ], [ж], [з], [й], [к], [ҡ], [л], [м], [н], [ң], [п], [р], [с], [ҫ], [т], [ү], [ф], [х], [һ], [ц], [ч], [ш], [щ], [’]; шуларҙың...

КОНСТАНТИНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

КОНСТАНТИНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 5 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1032 кеше; 1959 — 1203; 1989 — 1446; 2002 — 1767; 2010 — 1691 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

КОНСТАНТИНОВКА, Туймазы р-нындағы ауыл

КОНСТАНТИНОВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Кендек й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1126 кеше; 1920 — 1045; 1939 — 883; 1959 — 847; 1989 — 203; 2002 — 165; 2010 — 140 кеше....

КОНСТАНТИНОГРАДОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КОНСТАНТИНОГРАДОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Константиноградовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 263; 1939 — 349; 1959 — 166; 1989 — 460; 2002 — 516; 2010 — 515 кеше. Урыҫтар, украиндар...

КОНСТИТУЦИЯ

КОНСТИТУЦИЯ, йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, дәүләт власы органдарын ойоштороу тәртибен һәм принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп закон. К. иң юғары юридик көскә эйә һәм ғәмәлдәге барлыҡ ҡануниәттең нигеҙе булып тора. Башҡортостандың милли-терр. автономияһын иғлан иткән...

КОНСТИТУЦИЯ СУДЫ

КОНСТИТУЦИЯ СУДЫ, конституцион суд эштәрен алып барыу юлы м‑н үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ хөкөм эшмәкәрлеген башҡарыусы респ. суд власы органы. РФ һәм БР Конституцияларына, федераль закондарға, 1992 й. 27 окт. “Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды тураһында” законына ярашлы эш итә. К.С. составында —...

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ, ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ эштәре башҡарыусы ғилми-техник ойошмалар. КБ-ның төп бурысы — ҡоролмалар, машиналар, аппараттар, приборҙар һ.б. етештереү һәм артабан файҙаланыу өсөн кәрәкле сығанаҡ мәғлүмәттәрҙе һыҙмалар, техник шарттар, ҡорамалды монтажлау, көйләү,...

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, көс йөкләнештәрен ҡабул иткән конструкцияларҙың деталдәрен яһау өсөн ҡулланылған материалдар. Композицион материалдарға, металл (интерметаллидтар, металдар һәм иретмәләр), металл булмаған: органик (нигеҙенә тәбиғи һәм яһалма сығышлы углеводород берләшмәләре инә) һәм органик...

КОНТАКТЛЫ ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ

КОНТАКТЛЫ ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ, деталдәр араһындағы контакт урынын электр тогы бүлеп сығарған йылылыҡ м‑н ҡыҫҡа ваҡыт иреткәндән һуң ирегән металл зонаһын ҡыҫып, һыуынған саҡта иреп тоташҡан урында ядро барлыҡҡа килтереп, металдарҙы ныҡ итеп тоташтырыу. К.и.й. төрлө типтағы контакт машиналары м‑н йәбештерелә...

КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, концентраттар, туҡлыҡлы матдәләре күп булған мал аҙыҡтары. К.м.а. мал аҙығы итеп ҡулланылған иген (иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо), тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡтар һәм концентрат ҡатнаш аҙыҡтар, иген һәм май биреүсе культураларҙы эшкәрткәндән һуң ҡалған...

КОНЦЕРТ

КОНЦЕРТ (лат. concerto — ярышам), 1) бер йәки бер нисә музыка ҡоралы һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән муз. әҫәр. К. классик өлгөләре өсөн бер музыка ҡоралының тасуирлау сараларын асыҡлау, уның виртуоз мөмкинлектәрен һәр яҡлап күрһәтеү, өс өлөшлө форма һ.б. хас. Оркестрһыҙ бер музыка ҡоралы, солисһыҙ оркестр,...

КОНЪЮНКТИВИТ

КОНЪЮНКТИВИТ (лат. conjunctiva — күҙҙең тиресәһе), күҙ ҡабағының һәм күҙ алмаһының лайлалы тиресәһе шешеүе. К. йоғошло [бактериаль (тыуҙырыусылар — стафилококктар, стрептококктар, пневмококктар, хламидиялар һ.б.), вируслы (адено‑, пикорнавирустар, герпес төркөмдәре), бәшмәк, паразитар], аллергик, аутоаллергик,...

КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ

КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ, боҙҙа конькиҙа тиҙлеккә йүгереү. К.ш.с. күпбәйге, айырым аралыҡҡа һәм команда м‑н уҙышыу ярыштарын айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда К.ш.с. 20 б. 30‑сы йй. үҫешә. 1937 й. БАССР‑ҙың йыйылма командаһы авт. респ. һәм РСФСР өлкәләренең Спартакиадаһында ҡатнаша. 40‑сы йй. уртаһында...

КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ

КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ, 1930 й. Өфөлә СССР Центросоюзының Башҡортостан К.т. булараҡ сәнәғәт‑иҡт. курстары нигеҙендә асыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә коммерция (тармаҡтар б‑са), хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, страховкалау эше (тармаҡтар б‑са), тауар өйрәнеү ғилеме һәм ҡулланыу...