Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КООПЕРАЦИЯ

КООПЕРАЦИЯ, физик шәхестәрҙең дөйөм иҡт. маҡсаттарға ирешеү өсөн ирекле рәүештә ағза булыу нигеҙендә берләшеүе, пай түләүҙәрен бергә ҡушыу юлы м‑н булдырыла. Ойошма булараҡ рәсмиләштерелгән К. кооператив тип атала. Производство һәм ҡулланыусылар кооперацияһы айырыла. Производство кооперативы берлектә...

КОПЕЙКИН Игорь Валентинович

КОПЕЙКИН Игорь Валентинович [8.7.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аксёнов а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 7.12.2002, Мәскәү], лётчик, полковник (1983). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1951). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап...

КОПСОВ Анатолий Яковлевич

КОПСОВ Анатолий Яковлевич (6.4.1942, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). РФ Берҙәм энергетик системаһының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БР‑ҙың атҡ. энергетигы (1992), СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1987). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан...

КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна

КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна (25.10.1909, Амур өлк. Южный приискыһы — 12.11.1991, Мәскәү), яҙыусы. “Иптәш Анна” (“Товарищ Анна”; 1946), “Урал йылғаһында” (“На Урале-реке”; 1969—1978) романдары, “Иван Иванович” (1949), “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1954), “Дәртле ынтылыш” (“Дерзание”; 1958) трилогияһы һ.б. авторы....

КОПЫЛОВ Василий Данилович

КОПЫЛОВ Василий Данилович (15.6.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Алексеевский утары — 1966 й. апр., Силәбе ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зында эшләй. 1939 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. алып Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Воронеж фронттарында...

КОПЫЛОВ Игорь Александрович

КОПЫЛОВ Игорь Александрович (28.2.1939, Балахна ҡ. — 5.10.2002, Өфө), спортсы. Шахмат б‑са халыҡ‑ара гроссмейстер (1994). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1962). Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.К.Фролов)....

КОПЫЛОВ Павел Иванович

КОПЫЛОВ Павел Иванович [28.6.1921, Ырымбур губ. Борисовка а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 11.6.1999, Өфө], танкист, подполковник (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Горький хәрби-сәйәси уч‑щеһын (1943), офицерҙар составының күнекмә танк полкын (Ҡазан,...

КОРДЮКОВ Юрий Аркадьевич

КОРДЮКОВ Юрий Аркадьевич (18.6.1963, Свердловск өлк. Белая Глина а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1984). 1988—2008 йй. ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Математика ин‑тында: өлкән, 2005 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре күп төрлөлөктәрҙәге анализ һәм...

КОРЖАВИНА Ольга Николаевна

КОРЖАВИНА Ольга Николаевна (24.7.1973, Знаменка ҡ.), спортсы. Самбо (1995) һәм пауэрлифтинг (2002) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). Урал физик культура акад. тамамлаған (1997). Нефтекама ҡ. спорт ком‑ты ДЮСШ‑ы (самбо б‑са тренеры Ф.Ғ.Ғәниев), “Венед” балалар‑һауыҡтырыу...

КОРЖЕНЕВСКИЙ Арнольд Геннадьевич

КОРЖЕНЕВСКИЙ Арнольд Геннадьевич (30.1.1939, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Таутөмән а.), тау инженеры‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2007). РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996), РФ нефть һәм газ сәнәғәтенең (2001) атҡ. хеҙм‑ре, “Татнефть” пр‑тиеһының почётлы нефтсеһе (1999). И.М.Губкин...

КОРЖИНСКИЙ Сергей Иванович

КОРЖИНСКИЙ Сергей Иванович [26.8.1861, Әстерхан ҡ. — 18.11.1900, С.‑Петербург], ботаник, флорист, фитогеограф. Император С.‑Петербург ФА акад. (1896), проф. (1888). Урмандың далаларҙы баҫып алыуы теорияһының авторы. Урта Азия үҫемлектәр донъяһына тәүге тасуирлама бирә, Рәсәйгә дөйөм ботаник‑геогр. районлаштырыу...

КОРЗНИКОВ Александр Вениаминович

КОРЗНИКОВ Александр Вениаминович (5.2.1956, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (1981 й. алып — “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында). 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1997 й. алып өлкән ғилми...

КОРЗНИКОВА Ғәлиә Фердинанд ҡыҙы

КОРЗНИКОВА Ғәлиә Фердинанд ҡыҙы (3.1.1957, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Меркурий”, 1980 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроларында эшләй. 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1996 й. алып өлкән,...

КОРИН ЗАВОДЫ

КОРИН ЗАВОДЫ, 1732 й. Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Каринка й. (Кама й. басс.) буйында С.М. һәм Л.М. Красильниковтар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Красильниковтар. 1732 й. эшләй башлай. 2 баҡыр иретеү, шплейзофен һәм 3 роштейн (баҡыр мәғдәнен иреткәндә...

КОРКИН Иван Иванович

КОРКИН Иван Иванович (25.10.1908, Тверь губ. Орешки а. — 5.11. 1981, Сибай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Мәскәү тау ин‑тын тамамлаған (1934). 1937 й. алып “Красноуралмедьруда” тресы (Красноуральск ҡ.), 1938 й. — “Кировградмедьруда” тресы баш механигы, 1941 й. — Ҡыштым механика з‑ды дир., 1951 й. — Урта Урал...

КОРНЕВ Николай Константинович

КОРНЕВ Николай Константинович (21.5.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985). Төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Ғ.Ф.Ҡадиров, Б.А.Самородов, Н.Ф.Чернов). “Алтын шлем” призына халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (Австрия,...

КОРНЕЕВА Александра Яковлевна

КОРНЕЕВА Александра Яковлевна (16.4.1915, Мәскәү — 2.10.1989, Өфө), ҡурсаҡ театры актрисаһы. БАССР- ҙың атҡ. артисы (1969). 1947—70 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Музыкаль һәләте, һығылмалылығы, ҡурсаҡтар м‑н эш итеүҙең төрлө техникаһына эйә булыуы уға...

КОРНЕЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

КОРНЕЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 156 кеше; 1920 — 311; 1939 — 329; 1959 — 198; 1989 — 849; 2002 — 901; 2010 — 1018 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

КОРНИЛАЕВ Анатолий Николаевич

КОРНИЛАЕВ Анатолий Николаевич (16.9.1923, Пенза губ. Акшенас а. — 19.3.2011, Железнодорожный ҡ., Мәскәү өлк. Пуршево а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Полковник (1975). Б.В. һуғышында, 1956 й. Венгриялағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. (1948, Мәскәү), Советтар...

КОРНИЛАЕВ Павел Григорьевич

КОРНИЛАЕВ Павел Григорьевич (11.5.1952, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2002), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эшләй, 1982 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре...